Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ата-әсә наҙынан мәхрүм балаларҙың күңелен күтәрҙеләр

Күптән түгел Стәрлебаш ауылындағы район мәҙәниәт йортонда ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған һәм үҙенсәлекле балалар өсөн “Бәләкәй батырҙар турниры” ойошторолдо. Сара Зөлфиә Ғизетдинованың “Урал батыр” тигән исем аҫтындағы сәхнәләштерелгән сығышынан башланды. Артабан “Эклектика” бейеү коллективы сығыштары, Зөфәр Атанғоловтың уҡ атыуы кеүек тамашалар менән дауам итте. Балалар ижады йорто, “СтбАктив” йәштәр, Реабилитация үҙәктәре малайҙары арҡан тартыу, сабыш кеүек уйындарҙа әүҙем ҡатнашты. Был уларға үҙҙәренең йылғырлығын, етеҙлеген һәм шәплеген күрһәтергә булышлыҡ итте. Шулай итеп, бер көн буйы бәләкәстәргә бәхет, шатлыҡ бүләк иттеләр. Фотолар: vk.com/rakhmangulov_rk?z=photo555781891_457247130%2Fwall555781891_7217