Кисә Бөрйән халҡы өсөн оло ҡыуаныс булған: Әтек һәм Байғаҙы ауылдарында өр-яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттарын асыу тантанаһы үткән. Был хаҡта "Таң" гәзите хәбәр итә. Фельдшер-акушерлыҡ пункттары “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Тәүге медицина-санитария ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү” федераль проектына ярашлы төҙөлгән. Яңы медицина учреждениеһы "Демография" милли проектында билдәләнгән маҡсаттарға өлгәшеү өсөн дә яҡшы. ФАП-тарҙы асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов, уның урынбаҫары В. Вәлиева, район үҙәк дауаханаһының баш табибы Л. Ҡыҙрасов, Ҡоролтай депутаты А. Бейембәтов, район Советы депутаты Р. Динисламов, Әтек һәм Байғаҙы ауылдары хакимиәттәре башлыҡтары, ауыл халҡы ҡатнашҡан. Яңы пункттарҙа медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә тейешле ҡорамал һәм инвентарҙар, сифатлы хеҙмәтләндереүгә шарттар булдырылған. Фельдшер-акушерлыҡ пунктында пациенттарҙы ҡабул итеү, акушер-гинеколог, процедура-прививка кабинеттары, медицина персоналдары, медикаменттар, хужалыҡ ҡо