Өфөлә Йылы күленең яр буйында урынлашҡан Инорс биҫтәһендә 2022 йылда төҙөкләндереү эштәре башланған ине, быйыл уны дауам итеү планлаштырыла. 2023 һәм 2024 йылдарҙа яр буйы, пляж, понтон күпере эшләнәсәк, тәбиғәт зонаһы һәм ял итеү урындары йыһазландырыласаҡ. 2-се этаптың йәмәғәт киңлектәре майҙаны яҡынса 8,5 гектар булыр тип күҙаллана. Инорс биҫтәһендә йәшәүселәр менән проектты тикшереү 2020 йылдың июнендә башланған ине. Халыҡ өсөн семинарҙар, презентациялар, архитекторҙар менән экскурсиялар үткәрелде. Архитектура концепцияһын, ә һуңынан проектты эшләгәндә белгестәр халыҡтың теләктәрен, шулай уҡ биләмәнең инженерлыҡ сикләүҙәрен иҫәпкә алған. Беренсе этапта махсус майҙансыҡ төҙөлдө: балалар өсөн интерактив элементтар, павильон һәм ҡәһүәхана өсөн урын, компактлы скейт, стритбол, балалар майҙансығы төҙөлгән. Эскәмйәләр ҡуйылған, үҫемлектәр, ҡыуаҡтар, ағастар ултыртылған, яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү бар. Икенсе этап уңайлы пляж зонаһын булдырыуҙы күҙ уңында тота — япмалар, сисенеү бүлмәләре, пляж волейболы корты һәм башҡаһы буласаҡ. Пляжда шулай уҡ балалар майҙансығы төҙөләсәк. Өлкәндәр өсөн уңайлы юлдар, эскәмйәләр һәм йәйәү йөрөү өсөн һуҡмаҡтар, уның буйында аҙыҡ-түлек, һыу һатыу пункттары урынлашҡан. Проекттың икенсе этабында Йылы күле буйында байрамдар үткәреү өсөн сәхнә, ял итеү өсөн хәүефһеҙ урындар эшләү ҡаралған. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төҙөлөш башланыу менән даими рәүештә уның барышын күҙәтеү өсөн Инорс биҫтәһенә барып китә. Күптән түгел ул Калинин районы хакимиәте башлығы Михаил Замурагин менән берлектә эш барышына баһа бирҙе. - Әлеге башланғыс «Йылы яр» тип атала. Ул Башҡортостандың баш ҡалаһына 450 йыл тулыу айҡанлы ғәмәлгә индереләсәк. Беренсе этап 2022 йылда «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла башланы. Ул Баландин бульварыныан алып Мушников урамына тиклемге яр буйы зонаһына биләмәһе. Бында балалар өсөн интерактив элементтар, ҡәһүәхана өсөн урын, скейт-һауыт, балалар һәм спорт майҙансығы төҙөлгән. Шулай уҡ яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү ҡуйылған, үҫемлектәр, ҡыуаҡтар һәм ағастар ултыртылған. Икенсе этапты төҙөү йәйгеһен башланасаҡ. Планда яр буйын, пляжды, понтон күпере янындағы тәбиғәт майҙанын һәм ял итеү урындарын йыһазландырыу тора. 8,5 гектар самаһы майҙанды төҙөкләндереү ҡаралған. Төҙөкләндереү концепцияһын халыҡтың фекерен иҫәпкә алып эшләнек. Проект өсөн яуаплылар – Башҡортостандың ҡала төҙөлөшө институты, “8-се проект төркөмө”, Өфөнөң Калинин районы хакимиәте белгестәре, – тип яҙа үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Өфөнөң Калинин районы хакимиәте башлығы Михаил Замурагин билдәләүенсә, тәүгеһе этапта 4,4 гектар майҙан төҙөкләндерелгән. Республика Башлығы Радий Хәбиров яңыртылған биләмәлә сауҙа-хеҙмәтләндереү объекттарын ҡараны һәм төҙөүселәр менән артабанғы эш планы тураһында һөйләште. Радий Хәбировтың төҙөлөштө ҡарарға килеүен күреп ҡалған халыҡ уны уратып алды һәм проекттың уңайлығына шатланыуҙарын йәшермәне, биләмәнең тиҙерәк төҙөкләндерелеүен түҙемһеҙлек менән көтөүҙәрен билдәләне. Фотолар Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.