Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов социаль селтәрҙә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарына ике "КамАЗ" йөк алып барғандары тураһында һөйләгән. “Луганск, Донецк халыҡ республикалары, Херсон, Запорожье өлкәләре. Тап ошо маршрут менән алты мең километр юл үтеп, үҙебеҙҙең егеттәребеҙ янына барҙыҡ. Алғы һыҙыҡҡа тиклем килеп еттек. Уларға гуманитар йөк, шулай уҡ туғандарынан һәм яҡындарынан шәхси посылкалар илттек. Йомарт, изге күңелле стәрлетамаҡтар, “Башҡортостан сода компанияһы” йәмғиәте һәм башҡа предприятиелар, ветерандар ойошмалары, эшҡыуарҙар ярҙамында гуманитар йөктө йыя алдыҡ. Егеттәр ялға ҡайтҡандарында һораған әйберҙәрҙе уларға тапшырҙыҡ. Генераторҙар, тепловизорҙар, квадрокоптерҙар, бензин менән эшләүсе бысҡылар, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар, төҙөлөш ҡоралдары, һыу өсөн һауыттар, ике "УАЗ" автомобиле һәм башҡа кәрәк-яраҡ алып барҙыҡ. Уларҙың кәйефтәрен йылы һүҙҙәр менән күтәрҙек, иҫән-һау еңеү менән тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуҙарын теләнек. Махсус хәрби операцияла ҡа
Алты мең саҡрым үтеп, ике "КамАЗ" йөк алып барғандар
12 апреля 202312 апр 2023
1 мин