Быйыл яҙ бигерәк иртә килеп ҡыуандырғайны. Марттың һуңғы көндәре үтә йылы тороп, ҡар иреп тә бөттө. Әммә былай тиҙ генә йәй булып китмәҫ шул, синоптиктар алдағы көндәргә күңелһеҙ фараздарын әйтте. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 12 апрелдә, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +12-17 градус. Кесаҙна, 13 апрелдә, яуым-төшөмһөҙ. Көндөҙ республиканың көньяҡ райондарында бер аҙ ямғыр яуа. Ел көнсығыштан, төньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә 0-5 градус, көндөҙ +14-19 градус. Йома, 14 апрелдә, Башҡортостандың төньяҡ өлөшөндә яуым-төшөмһөҙ, көньяҡ өлөшөндә – ҡар ҡатыш ямғыр. Урыны менән тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -2-3, көндөҙ +1-6 градус. Ял көндәрендә тағы ла нығыраҡ һыуытасаҡ, ҡар яуасаҡ, ти синоптиктар. Ҡышҡы тәгәрмәстәрен алмаштырған водителдәр ни эшләр икән?.. Ә һеҙҙең яҡта һауа торошо нисек