Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Өфөлә Экологик форум сиктәрендә Рәсәй Федерацияһының Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы, Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм “Газпром нефтехим Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, “Башҡортостан сода компанияһы” акционерҙар йәмғиәте араһында ике килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документҡа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, Рәсәй тәбиғәт ресурстары һәм экология министрының беренсе урынбаҫары Константин Цыганов, Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Светлана Радионова, “Газпром нефтехим” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең идарасы ойошмаһы “РГД Салауат эшкәртеү”ҙең башҡарма директоры Леонид Алехин, “Башҡортостан сода компанияһы” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Эдуард Давыдов ҡул ҡуйҙы. – Беҙҙең алға халыҡтың йәшәү сифатын һәм кимәлен күтәреү, тотороҡло иҡтисади үҫеш тәьмин итеү һәм республикала уңайлы йәшәү мөхитен