Оҫтаның даны ете ауылға таралыр, тигәндәр. Күгәрсен районының Хоҙайбирҙин ауылында йәшәгән алтын ҡуллы Айгөл Сыңғыҙованың ырғаҡ менән эшләгән диван, кресло һәм карауат япмалары бар интернетты яулаған. Күҙҙең яуын алыр иҫ киткес матур япмаларҙың һәр береһе сағыу төҫтәр, төрлө биҙәктәр менән күңел йылыһы һалып эшләнгән. Бәләкәйҙән ҡул эштәренә маһир була ул: энә менән бейәләй, шәл, башлыҡ, шарф кеүек әйберҙәр бәйләһә, артабан ырғаҡ менән менән эшләп ҡарай һәм мауығып китә. Тәүҙә шаҡмаҡлап ултырғыс ябыуы эшләй, килеп сыға. Ныҡлап төшөнөп алғас, ҙур япмалар бәйләүгә тотона. Сатрашлап сигеү өсөн тәғәйенләнгән һыҙма буйынса бәйләгән плед та уңышлы сыға, дәртләнеп дауам итә. Интернеттан оҡшаған һүрәттәр буйынса ла, үҙе уйлап табып та бәйләй. Иң ҡатмарлыларына өс аҙна самаһы ваҡыт китә. Эше менән социаль селтәрҙәге сәхифәһендә бүлешһә, унда йыйылып киткән дуҫтары үҙҙәренә лә бәйләп биреүен һорай башлай. - Рәсем ни хәтлем ҡатмарлыраҡ булһа, шул тиклем ҡыҙығыраҡ. Дәртләнеп, сәмләнеп тотонам эшк