Бер ир күрше ауылда йәшәгән туғанының хәлен белергә китеп бара икән. Ҡаршыһына танышы килә, ти. – Ҡайҙа китеп барыуың? – Туғанымдың хәлен белмәксемен. – Ә уның һиңә берәй яҡшылығы тейҙеме һуң? Йәшерәк булһа ла, үҙе һинең хәлеңде лә белмәй бит... – Белмәһә һуң... Яҡшылығы теймәһә һуң... Нисек кенә булмаһын, туғаным бит. Аллаһ Тәғәләнең ризалығы өсөн уның хәлен белергә теләйем, – тип яуаплаған ир. – Туғаныңды нисек яратһаң, Аллаһ Тәғәлә үҙеңде шулай һөйөр. Изге Рамаҙан айында туғанлыҡтың ҡәҙерен тағы ла нығыраҡ аңларға насип итһен. Аллаһ Тәғәләнең ризалығы өсөн ҡылған бар ғәмәлдәребеҙ сауап алһын. 12 апрелгә сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ. Фото: islam.ru