Уҡыусылар һәм тегеү эшенә өйрәтеү оҫталары менән аралашҡанда Радий Хәбиров был һөнәрҙең бик кәрәкле булыуын билдәләне. Республикала еңел сәнәғәт өлкәһендә заманса тегеү фабрикалары һәм производстволары һаны арта, уларға профессиональ кадрҙар кәрәклегенә баҫым яһаны. Был уҡыу йортоноң филиалы Баймаҡ районының Урғаҙы ауылында, шулай уҡ Әбйәлил һәм Бөрйән райондарында бар. Белем биреү учреждениеһында бөтәһе 1 000 самаһы студент уҡый. Республика Башлығы шулай уҡ Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының ятағында булды. Радий Хәбиров республиканың Мәғариф һәм фән министрлығына уҡыу йылы башланғансы бинаны ремонтларға ҡушты. Артабан республика етәкселеге ҡаланың "Үҙгәреш еле" проекты сиктәрендә төҙөкләндерелгән үҙәк майҙанда булды. Салауат Юлаев проспектын модернизациялау концепцияһы 2020 йылда уңайлы ҡала мөхитен булдырыу проекттарының Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе булды. Уны тормошҡа ашырыуға 50 миллион һум күләмендә федераль грант бүленгән. Майҙанды яңыртыуҙың беренсе этабы былтыр тамамланды. Б
Радий Хәбиров: "Беҙ уҡыу һәм яҡшы йәшәү шарттарын тәьмин итергә тейешбеҙ"
11 апреля 202311 апр 2023
1 мин