Найти в Дзене

Шәфиев урамында ремонт башланды

Өфөлә Шәфиев урамы участкаһында “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты буйынса ремонт эштәре башланды. Ул Парк урамынан Шәфиев урамы, 14-се йортҡа ингән урынға тиклем яңыртыла. Ремонт объектының оҙонлоғо 500 метр. Белгестәр билдәләүенсә, тәү сиратта япманы асфальт түшәүгә әҙерләргә кәрәк, шуға күрә әле уны фрезерлайҙар. – Быға 2-3 көн тирәһе ваҡыт китәсәк, – тине участка начальнигы Сергей Герасимов. – Артабан тигеҙләүсе асфальт ҡатламын түшәй башлаясаҡбыҙ һәм борт таштарын ҡуясаҡбыҙ. Һуңынан тротуарҙарҙы төҙөкләндереү менән шөғөлләнербеҙ. Ремонт эштәре барышында автотранспорт хәрәкәтен сикләү ҡаралған. Эштәрҙең төрҙәренә ҡарап, йөрөй торған юлды тулыһынса һәм өлөшләтә ябыласаҡ. Тәүге осраҡта водителдәр альтернатив юлдар менән файҙалана аласаҡ, улар иҫәбендә – ихата биләмәһе аша. Подряд ойошмаһы вәкиле хәбәр итеүенсә, водителдәргә уңайһыҙлыҡтарҙы кәметеү өсөн төҙөлөш-монтажлау эштәре пик сәғәттәрендә түгел, ә урам-юл селтәренең ҡайһы бер участкаларында башлыса төнгө ваҡытта, шулай у

Өфөлә Шәфиев урамы участкаһында “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты буйынса ремонт эштәре башланды. Ул Парк урамынан Шәфиев урамы, 14-се йортҡа ингән урынға тиклем яңыртыла. Ремонт объектының оҙонлоғо 500 метр. Белгестәр билдәләүенсә, тәү сиратта япманы асфальт түшәүгә әҙерләргә кәрәк, шуға күрә әле уны фрезерлайҙар. – Быға 2-3 көн тирәһе ваҡыт китәсәк, – тине участка начальнигы Сергей Герасимов. – Артабан тигеҙләүсе асфальт ҡатламын түшәй башлаясаҡбыҙ һәм борт таштарын ҡуясаҡбыҙ. Һуңынан тротуарҙарҙы төҙөкләндереү менән шөғөлләнербеҙ. Ремонт эштәре барышында автотранспорт хәрәкәтен сикләү ҡаралған. Эштәрҙең төрҙәренә ҡарап, йөрөй торған юлды тулыһынса һәм өлөшләтә ябыласаҡ. Тәүге осраҡта водителдәр альтернатив юлдар менән файҙалана аласаҡ, улар иҫәбендә – ихата биләмәһе аша. Подряд ойошмаһы вәкиле хәбәр итеүенсә, водителдәргә уңайһыҙлыҡтарҙы кәметеү өсөн төҙөлөш-монтажлау эштәре пик сәғәттәрендә түгел, ә урам-юл селтәренең ҡайһы бер участкаларында башлыса төнгө ваҡытта, шулай уҡ ял көндәрендә башҡарыла. Баш ҡала хеҙмәттәре өфөләрҙе юлды төҙөкләндереүгә бәйле ваҡытлы уңайһыҙлыҡтарҙы аңлап ҡабул итеүҙәрен, тиҙлек режимын һәм хәүефһеҙ арауыҡты һаҡлауҙарын, юл билдәләренә һәм ҡоймаларға иғтибар итеүҙәрен һорай. Төҙөлгән муниципаль контрактҡа ярашлы, Шәфиев урамы участкаһын 2023 йылдың 2 октябренә тиклем ремонтлау тамамланырға тейеш. Әммә юл хеҙмәттәре эштәрҙе билдәләнгән ваҡыттан алда тамамлау өсөн бар көсөн һаласаҡ. Билдәле булыуынса, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.