Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Биш йорттан ни бары көл-күмер ҡалған...

Бөгөн күрше Татарстанда - оло фажиғә. Аҡтаныш районының Татар Ямалыһы ауылында йорттар янған. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, бер инәй хужалығында ҡоро үләнде яндырмаҡсы булған, һәм ут бар ауылды ялмап алған. Биш йорттан ни бары көл-күмер генә тороп ҡалған.– Бына, иптәштәр, ауыл тулыһынса яна. Ҡот осҡос хәл. Биш өй янып бөттө, тағы биш-алтыһына ҡурҡыныс янай. Бындағы техника ҡотҡарыр хәлдә түгел, һыу бөттө. Бөтә райондан машиналар килде. Әммә ҡотолғоһоҙ хәлдәр, – тип һөйләй янғын һүндереүсе видеояҙмала. Көндәр йылыныу менән шәхси йорттарҙа йәшәүселәр ихата алдын, баҡсаларын таҙартыуға тотона. Йорт янында сүп-сар яндырмағыҙ, ҡыйға ут төртмәгеҙ. Бер шырпынан тоҡанған ут тотош ауылды ялмап алыуы мөмкин. Ут менән шаярмағыҙ! Фото һәм видео: Татар-информ