Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Сибай – Аҡъяр юлы июндә ремонлана башлай

11 апрелдә Баймаҡ районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы республика программаһы буйынса модернизацияланған Сибай - Аҡъяр автомобиль юлы участкаһын ҡараны. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамәһендә быйыл Радий Хәбиров дүрт миллиард һумды халыҡты айырыуса ныҡ борсоған урындағы тәғәйенләнештәге трассаларҙы төҙөүгә, реконструкциялауға һәм капиталь ремонтлауға бүлергә ҡушҡайны.Быйыл тәртипкә килтереләсәк автомобиль юлдарының исемлеге март аҙағында “Транспорт сәғәте”ндә лә тикшерелде. Исемлектә Сибай менән Аҡъяр араһындағы 60 километрлыҡ трасса участкаһы ла бар. 102 километр оҙонлоғондағы юл Гай тау -байыҡтырыу комбинатын “Юбилей”, “Бүребай” карьерҙары менән тоташтыра. Ләкин уны төҙөгән саҡта 1980 йылдарҙа япманың еңелсә төрөн эшләгәндәр. Ул ҙур көсөргәнешкә иҫәпләнмәгән. Һөҙөмтәлә трасса участкаларында ҙур емереклектәр барлыҡҡа килгән. Юлды ҡараған саҡта Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр

11 апрелдә Баймаҡ районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы республика программаһы буйынса модернизацияланған Сибай - Аҡъяр автомобиль юлы участкаһын ҡараны. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамәһендә быйыл Радий Хәбиров дүрт миллиард һумды халыҡты айырыуса ныҡ борсоған урындағы тәғәйенләнештәге трассаларҙы төҙөүгә, реконструкциялауға һәм капиталь ремонтлауға бүлергә ҡушҡайны.Быйыл тәртипкә килтереләсәк автомобиль юлдарының исемлеге март аҙағында “Транспорт сәғәте”ндә лә тикшерелде. Исемлектә Сибай менән Аҡъяр араһындағы 60 километрлыҡ трасса участкаһы ла бар. 102 километр оҙонлоғондағы юл Гай тау -байыҡтырыу комбинатын “Юбилей”, “Бүребай” карьерҙары менән тоташтыра. Ләкин уны төҙөгән саҡта 1980 йылдарҙа япманың еңелсә төрөн эшләгәндәр. Ул ҙур көсөргәнешкә иҫәпләнмәгән. Һөҙөмтәлә трасса участкаларында ҙур емереклектәр барлыҡҡа килгән. Юлды ҡараған саҡта Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов быйыл Баймаҡ, Хәйбулла райондарындағы дөйөм оҙонлоғо 33 километр оҙонлоғондағы өс участканы ремонтлауға 583 миллион һум аҡса йүнәлтеләсәген белдерҙе. Эште һалҡын ресайклинг технологияһын ҡулланып “Башкиравтодор” компанияһы алып барасаҡ. Был иһә төҙөлөш материалдарын экономияларға һәм асфальт-бетон япмаһының ныҡлығын тәьмин итергә булышлыҡ итәсәк. Юл япмаһы хеҙмәтенең гарантия ваҡыты – алты йыл. -Ремонтты июнь айында башларға һәм тәүге этабын октябрь аҙағынаса тамамларға планлаштырабыҙ. Ҡалған 27 километрҙы 2024 йылда яңыртасаҡбыҙ, -тине Александр Клебанов. –Артабан Баймаҡ һәм Хәйбулла райондарында юлдарҙы һаҡлау өсөн унда транспорттың ауырлығын һәм ҙурлығын контролдә тотҡан автоматик пункттар урынлаштырасаҡбыҙ. - Беҙ халыҡ мөрәжәғәтенә комплекслы анализ эшләнек, юлдарға техник тикшереү уҙғарҙыҡ. Ошоноң һөҙөмтәһендә ремонт графигы һәм исемлеге булдырылды. Эште Сибай - Аҡъяр трассаһынан башлаясаҡбыҙ, -тине Радий Хәбиров. Был юл япмаһын төҙөкләндереү тураһында видеояҙма менән республика Башлығы социаль селтәрҙә лә уртаҡлашты. “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты (национальный проект “Безопасные и качественные автомобильные”) буйынса башҡарылған был эштәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырырға ла булышлыҡ итә. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.