Һәр төбәктең үҙенә генә хас йәме, тарихы, йолалары, шәхестәре бар. Ҡыйғы районының Йосоп ауылындағы “Гөлнәзирә” үҙешмәкәр фольклор коллективы республиканың төньяҡ-көнсығыш райондары башҡорттарының халыҡ йолаларын һаҡлап ҡалыу, мәҙәни үҙенсәлектәрен сағылдырыу һәм уларҙы йәш быуынға тапшырыу маҡсатында ҙур эштәр алып бара. 10 йыллап элек барлыҡҡа килгән “Гөлнәзирә” ансамбле, Салауат районының Малаяҙ ауылында үткәрелгән “Дуҫлыҡтың сәскә атыуы” республика үҙешмәкәр художество фестивалендә уңышлы ҡатнашып, үҙҙәренең “халыҡ коллективы” тигән дәрәжәһен яҡланы. Был сарала улар “халыҡ вокаль инструменталь ансамбле” исемен алды. Унда 20-гә яҡын кеше шөғөлләнә: Зилә Ғәниева, Илгизә Баһауетдинова, Раушания Шакирова, Миңдиниса Ғәниева, Фәнүзә Солтанова, Гөлбикә Шәрәфетдинова, Нәжибә Саматова, Альфред Закиров, Кәрим Байышев, Артур Әхмәҙиев, Нәсимә Йосопова, Флүрә Ямалетдинова, Айһылыу Басирова, Зәбирә Сәләхетдинова, Зилә менән Зарифйән Мәғәфүровтар. Уларҙың һәр береһенең ансамблдә үҙенә генә тәғәй