Бөйөк Ватан һуғышының әсе елдәре илебеҙҙең бер генә йортон да, бер генә ғаиләһен дә урап үтмәне. Был ҡәһәрле һуғышта Белорет районының Ҡаһарман ауылынан олатайым Фәхретдин Хөснөтдин улы Ғәзизов та ҡатнаша. Һуғышҡа олатайым 1942 йылдың авгусында саҡырыла. 1943 йылдың ғинуарынан мартына тиклем 93-сө Ҡыҙыл байраҡлы гвардия уҡсылар дивизияһында Курск дуғаһындағы яуҙарҙа ҡатнаша. Ғаиләһенә бер нисә тапҡыр “ҡара ҡағыҙ” килә. 1943 йылда олатайым ҡаты яралана. Яу яланында һыңар ҡулын ҡалдырып ҡайта. Ул ваҡытта уға ни бары 21 йәш булған. Әсирлектә лә булырға тура килгән олатайыма, ләкин был турала рәсми сығанаҡтар юҡ, ул турала үҙе лә иҫләргә, һөйләргә яратманы. Был турала концлагерҙан азат ителеү тураһындағы белешмә ҡағыҙы ғына һөйләй. Әсәйем, апайҙар һөйләүе буйынса беләм, уларҙы яндырырға тейеш булғандар, ләкин беҙҙең һалдаттар ярҙамға килеп, азат итеп өлгөргән. Тыныс тормошта олатай ниндәйҙер йомош менән ауыл ситендәге картуф баҡсаһына барған. Унда эттәр һарыҡты йығып талай икән. Шул ваҡы