Изгелек эшлә лә һыуға һал – халыҡ белер, халыҡ белмәһә, балыҡ белер, ти халыҡ мәҡәле. Яҡшылыҡ ҡылған кешенең ғәмәлен йылдар буйы онотмайҙар. Арабыҙҙа киң күңелле, мәрхәмәтле шәхестәрҙең булыуы мәшәҡәтле тормошобоҙға йәм өҫтәй. Республикала “Атайсал” проектында Мәләүез районындағы “Ашҡаҙар” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Илдус Хәлитов – иң әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе. Булмышы менән тыйнаҡ кеше ул Илдус Тимерхан улы, башҡарған эштәре тураһында яр һалып ҡысҡырып һөйләп йөрөмәй. Ауыл биләмәһен төҙөкләндереүе айырым иғтибарға лайыҡ. Корнеевка ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Татьяна Михайлова уның ярҙамсыл булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. “Мөһим проблемаларҙы хәл иткәндә халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә эшләй, күп көнүҙәк мәсьәләләр хәл ителде”, – ти Татьяна Марсовна. Ауыл биләмәһе йылдан-йыл үҫешә, күркәмләнә. Илдус Хәлитов былтыр Дәүләтҡол, Даниловка ауылдарында урамға асфальт түшәткән. Корнеевка ауылында “Гөлниса” мәсете янында мәҙрәсә төҙөүҙә, тышҡы һәм эске биҙәлешенә, Изге Аллаһ анаһы ғибәҙәтханаһында электр үткәргесен ремонтлауҙа матди ярҙам күрһәткән. Даниловка, Корнеевка ауылында һыу үткәргесте ремонтлау өсөн техника бүленгән. Яҡташтар ҡаһарманлығын иҫкә төшөрөп торған Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәйкәл биләмәһендә яҡтыртҡыстар ҡуйылған. Тыуған яғы Стәрлебаш районында ла яуҙа ҡатнашҡан, башын һалған ҡаһармандар иҫтәлегенә һәйкәл ҡуйыуҙа булышлыҡ иткән. Техникаға бай ауыл хужалығы етәксеһе йәмәғәт эштәрендә лә ярҙам ҡулы һуҙа. Урамды ҡар баҫһа, хужалыҡтың техникаһы юл яра. Яңы йыл байрамына балалар өсөн боҙ тауҙарын, күңел асыу урындарын эшләүҙә лә Илдус Тимерхан улы ярҙам итә. Әлбиттә, хужалыҡта иң ҙур ихтирам биләмә халҡына күрһәтелә. Еңеү байрамы, Яңы йыл, Ураҙа һәм башҡа төрлө байрамдарға әҙерләнеүҙә, уҡыу йылы башланыр алдынан, предприятиела эшләп киткән, шулай уҡ ауыл биләмәһендәге хаҡлы ялдағыларға матди ярҙам ҡулы һуҙһынмы, Корнеевка урта мәктәбе уҡыу алдынғыларына аҡсалата премиялар булдырһынмы, матбуғатҡа яҙылыу осоронда ярҙам итһенме – Илдус Тимерхан улының ҡылған сауаплы ғәмәлдәренең бер өлөшө генә. Ярҙам, шәфҡәтлелек, киң күңеллелек, йомартлыҡ төшөнсәһен алған “Атайсал” проектына ярашлы, “Ашҡаҙар” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе барыһына матур өлгө күрһәтә. Әҡлимә ИМАМОВА