Иҫәнғол ауылындағы 30 йыллыҡ тарихы булған Мәрйәм Бураҡаева исемендәге гимназия-интернатының тарих битенә яңы ваҡиға өҫтәлде – 2022/2023 уҡыу йылында бында Шайморатов класы асылды. Генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөткән класҡа бөтәһе 14 уҡыусы алынған: биш ҡыҙ һәм туғыҙ малай. Тәүге көндән үк уларға айырым уҡыу кабинеты бирелгән. Ул Миңлеғәле Шайморатов, легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тураһындағы мәғлүмәттәрҙән торған стендтар менән биҙәлгән. Гимназия-интернат директоры Эльвира Садиҡованың хәстәрлеге, район хакимиәте башлығы Дәмин Юлановтың ярҙамы менән уҡыусыларға махсус костюмдар тектерелгән. Класс етәкселеге Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Гөлбаныу Исмәғилеваға, хәрби кураторлыҡ Анзур Сырлыбаевҡа тапшырылһа, тәрбиәселәре – Альбина Ураҙаева. Мәрйәм Бураҡаева исемендәге гимназияла Шайморатов кластарына ҡуйылған талаптарға яуап бирерлек класс барлыҡҡа килгән. Улар һәр яҡлап та өлгө булырлыҡ: бөтәһе лә яҡшы уҡый, спорт менән шөғөлләнә, йырлай, бейей. Ша