Тыуған ереңә файҙалы булып йәшәү өсөн ҙур батырлыҡ ҡылыу кәрәкмәй. Бары тик атай нигеҙен һыуытмай йәнтөйәгеңә хеҙмәт итеүең дә етә. Федоровка районына эш сәфәре мәлендә Батыр ауылынан ошондай замандаштарыбыҙҙың береһе Илһам Аҡсурин менән таныштыҡ. Тыуған ауылы өсөн терәк булыуҙа, ауылдаштарына ярҙам итеүҙә сағыла уның кесе ватанына һөйөүе. Йәнтөйәккә ярҙам итеүҙе ул һәр ҡайһыбыҙҙың изге бурысы тип һанай. Был йәһәттән үҙе лә өлгө була белә. Һуңғы йылдарҙа ғына ауылда Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәл төҙөүгә, мәсет һалыуға үҙ өлөшөн индергән, “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы буйынса башҡарылған эштәрҙән дә ситтә ҡалмай. – Байығандан түгел, ауылды күтәреүҙе изге бурысым тип һанағанға күрә ярҙам итәм. Үҙемдең шәхси йортта ла эштәрем байтаҡ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ауылды төҙөкләүгә ҡулдан килгәнсә өлөш индерергә кәрәк. Матур итеп клуб эшләй, мәсет бар икән, тимәк, тормош һүнмәй. Ситтән көтөп ултырырға түгел, һәр ҡайһыбыҙ яҡташтарын хәстәрләргә тейеш, – тигән фекерҙә ул. Ошо ауылда тыуып, ғүмер буйы уға хеҙмәт итеп йәшәгән йүнсел бәләкәйҙән хеҙмәт тәрбиәһе күреп үҫкән. “Уйнарға ваҡыт та ҡалмай ине”, – тип хәтерләй ул балалыҡ осорон. – Бәләкәй саҡта кем булырға хыялланырға ла өлгөрмәй ҡалғанмындыр, тиҙ эшкә йәлеп иттеләр. Мәктәпкә төшмәҫ элек, уҡырға өйрәндем. Бының да аҙаҡ файҙаһы тейҙе. Беҙ ғаиләлә алты бала үҫтек, улар араһында иң төпсөгө инем. Өлкәнерәктәр таралышып сығып киткәс, олоғайған атай-әсәйемдең төп терәге булып ҡалдым. Атайым ауылда почтальон булып эшләне. Аяғы ауыртҡас, был бурысты миңә башҡарырға тура килә ине. Шулай итеп, беренсенән алып 10-сы класҡа тиклем 80-гә яҡын йортҡа гәзит ташыным. Ул заманда хаттарҙың да иҫәбе-һаны булмай торғайны. Бынан тыш өйҙә лә эш етерлек: мал ҡарарға, һыу килтерергә, утын кертергә кәрәк. Шуға ниндәйҙер күнекмәләргә йөрөргә йәки уйнарға ваҡыт та булманы, – тип хәтерләй бала сағын Илһам Шакир улы. Төпсөк бала булараҡ, ата-әсәһе эргәһендә ҡалыу, олоғайғас уларҙы ҡарау бурысын да тойоп үҫә егет. Тракторсы булам тигән ниәте лә ҡырҡа үҙгәрә. Уҡытыусыһы Рафаэль Латиповтың “Илһам, һиңә юғары белем алырға кәрәк, уҡырға бар” тигән кәңәшен тыңлап, Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтына юллана. Уҡытыусыһының әйткәндәре юш килә, имтихандарын уңышлы тапшырып, студент булып китә. Бәләкәйҙән үҙаллылыҡ тойоп үҫкән егет баш ҡалала ла юғалып ҡалмай – уҡырға ла, эшләргә лә өлгөрә. Ҡулына диплом алыу менән тыуған яҡтарына ашҡына. – Атай-әсәйҙе ҡарарға кәрәк тигән уй бала саҡтан һеңгәйне, ситкә китеү тураһында уйламаным да. Ҡайтҡас, “Яңы тормош” тигән ҙур колхозда хеҙмәт юлымды башланым. Йәш тип торманылар, баш агроном итеп тәғәйенләнеләр. Ул ваҡытта миңә 21 генә йәш ине. Яуаплылыҡ ҙур, эш күп, ләкин һынатманым, – тип һөйләп алып китте ул хеҙмәт юлы башлаған йылдары тураһында. Эш рәтенә төшөнөргә лә, кеше менән эште ойошторорға ла өйрәтә биләгән вазифаһы. Был уға һуңынан крәҫтиән (фермер) хужалығын ойоштороуҙа ла ярҙам итә. Тәүҙә ике кеше берләшеп, 80 гектар ер алып, эште башлап ебәрһәләр, һуңынан Илһам Аҡсурин хужалыҡҡа етәкселекте үҙ ҡулына ала. Крәҫтиән (фермер) хужалығына тотоноуына ла хәҙер 30 йылдан ашыу ваҡыт үткән. Бөгөн сәсеүлек майҙаны 1 мең 140 гектарға етә. Ит йүнәлешендәге малдар һаны 300 баш тирәһе булһа, “лимузин”, “герефорд” тоҡомлолары күпселекте тәшкил итә. Хужалыҡта эшләгән элекке хеҙмәткәрҙәрен онотмауы ла – етәксене биҙәгән сифат. Уларға кәрәк саҡта мал аҙығы менән дә, башҡа төрлө ярҙам да күрһәтергә тырыша. Илһам Шакир улы ерҙә ныҡлы баҫып торған ауыл хужалығы белгесе, йүнсел хужа ғына түгел, ауылдаштары уның баянда уйнағанын, йырлағанын да ярата. Район вокаль ансамблендә лә сығыш яһарға өлгөрә. Музыка ҡоралына һәләтенең үҙ сере бар икән. Атаһының ҡурайҙа уйнауы, матур йырлауы уның да күңеленә моң һала. – Өләсәйем дә заманында ҡурайҙа бик матур уйнаған, атайым уға ҡарап өйрәнгән. Ауылдаштар хәтерләүенсә, йәш сағында атайым урмандан ҡурай ҡырҡып алып ҡайтып уйнар булған. Кисен ҡурай моңон ишетеп, кешеләр йыйылып киткән. Атайымдың тауышы ла бик моңло, көслө ине. “Зөлхизә”, “Таштуғай”, “Урал”, “Уйыл” башҡорт халыҡ йырҙарын айырыуса яратып башҡарҙы. Йәш сағында колхозда эшләгәнендә ат менән баҫыуҙан ҡайтҡан сағында һәр ваҡыт йырлап ҡайтты һәм уның тауышы алыҫтан уҡ ишетелә ине, – тип атаһы тураһында хәтирәләргә лә бирелеп алды әңгәмәсем. Илһам Шакир улы үҙенең гармунда уйнарға өйрәнеү серенең музыка уҡытыусыһына бәйле булыуын белдерҙе. – Мәктәптә музыка дәресенән Закир ағай Хәлитов уҡытты. Ул үҙенең уҡыусыларының атайҙарынан гармун һатып алыуҙарын үтенде һәм шул балаларҙың барыһын да гармунда уйнарға өйрәтте. Шуға беҙҙең ауылда ул осор егеттәре араһында гармунсылар күп булды, – тип һөйләне. Эше менән дә, тормошо менән дә өлгөлө ғүмер итә Илһам Аҡсурин. Тормош иптәше Эльза менән ике бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Улдары нефть тармағында хеҙмәт итһә, ҡыҙҙары балалар табибы булып эшләй. Ҡатыны ла хеҙмәте менән маҡтаулы. Мәктәптә уҡытыусы, директор булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң, әлеге көндә фермерлыҡ эшендә ярҙам итә. “Илһам Аҡсурин кеүек егеттәр булғанда ауылда эш гөрләп алға бара. Эшкә лә әрһеҙ, ауыл хакимиәтенә лә ярҙам итә, кәрәк саҡта бағыусы ла була”, – тинеләр ауыл хакимиәтендә лә Батыр фермеры хаҡында. Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА Федоровка районы.