Ишембай районына эш сәфәре барышында махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан яҡташыбыҙ менән осрашып һөйләшеү форсаты тейҙе. Һанаулы ғына көндәрҙең һәр сәғәте, минуты ҡәҙерле булыуын аңлап, ваҡытын күп алмаҫҡа тырыштыҡ. Октябрь айында мобилизацияланып, ярты йыллап тыуған яғында булмаған “Тимоха” позывнойлы егет йәнтөйәгенең һауаһын да, ерен дә, кешеләрен дә һағынып ҡайтҡан. Егеттәребеҙ унда ниндәй шарттарҙа хеҙмәт итә, кәйефтәре нисек? Һөйләшеү барышында ошо һәм башҡа һорауҙарҙы асыҡларға тырыштыҡ. Махсус хәрби операцияла еңел булмауы аңлашыла, ләкин яугирҙән зарланыу һүҙен ишетмәнек. Был ир-егеттең ил алдындағы бурысы, тигән фекерҙә ул. Алдан әҙерлекле булыуы, быға тиклем хәрби хеҙмәт үтеүе, аҙаҡ контракт буйынса юлланыуы ла уға был өлкәлә тәжрибә тупларға ярҙам итә. – Олатайым да, атайым да, ғөмүмән, нәҫелебеҙҙә ир-ат барыһы ла хәрби хеҙмәт үткән. Шуға мин дә бәләкәйҙән һалдат буласаҡмын тип үҫтем, алдан үҙемде физик яҡтан көслө булырға әҙерләнем. Бала саҡта саңғыла йөрөү, көрәш, альпинизм менән шөғөлләндем. Армияла хеҙмәт итеүем дә файҙаға булды – яуаплылыҡ, үҙаллылыҡ сифаттарын тәрбиәләне. Хәрби хеҙмәттән физик һәм рухи яҡтан нығынып ҡайттым, – тип һөйләне яугир. Махсус хәрби операцияға барыу уйы ла ҡурҡытмай егетте. Һәр ир-егет ил саҡырыуына әҙер булырға тейеш, тип һанай ул. – Махсус хәрби операцияға саҡырылғас та, икеләнеү булманы. Яҡындарыма ла “Барыһы ла бара, мин дә барасаҡмын”, тип ҡәтғи әйттем. Махсус хәрби операцияла утты-һыуҙы бергә кискән егеттәр менән туғандар һымаҡ яҡын кешеләргә әүерелдек. Унда үҙең өсөн генә түгел, иң беренсе бергә хеҙмәт иткән иптәштәрең өсөн яуаплылыҡ тойғоһо көслө. Башҡортостандан да ярҙамды тоябыҙ, гуманитар ылауҙар килеп тора. Ишембайҙан ылау алһаҡ та, башҡа ҡалаларҙан килһә лә, мотлаҡ бүлешәбеҙ. Балалар ебәргән һүрәттәр ныҡ хәтерҙә ҡалған. Уларҙы тыныс ҡына ҡарау мөмкин түгел. Төрлө тәмле күстәнәстәр, сәк-сәк менән сәй эсеү өйҙәге йылы мөхитте хәтерләтә, – тип хис-тойғолары менән бүлеште ул. Республика тарафынан күрһәтелгән хәстәр яҡташтарыбыҙҙың күңелдәренә көс бирә. “Уңайлы, йылы автобустарҙа ҡайттыҡ, бында ла иғтибар тойолдо”, – тип өҫтәне ул. Һанаулы көндәр үтер ҙә китер. Ҡабаттан махсус хәрби операция биләмәһенә юлланыу мәле лә оҙаҡламаҫ. Был турала ла иҫендә тота “Тимоха”. – Маҡсат бер – еңергә. Әле үҙем ялда булһам да, унда ҡалған егеттәрҙең һәр береһе өсөн борсолам. Мөмкинлек булғанда хәлдәрен белешәм. Улар менән ысын күңелдән ғорурланам, – тине ул. Ауырлыҡтан ҡурҡмаған, яҡындары ғына түгел, иле, халҡы өсөн яуаплылыҡ тоя белгән ир-егеттәргә күҙ төбәйбеҙ, уларға ышанабыҙ. Шуға күрә күк йөҙөнөң тыныс булырына өмөт ҙур. Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА Ишембай районы.