Борай районында 443 бәләкәй эшҡыуарлыҡ берәмеге иҫәпләнә, был үткән йылдағынан бер ни тиклем күберәк. Өҫтәүенә профессиональ килемгә һалым түләгән 564 үҙмәшғүл теркәлгән. Эшҡыуарҙарҙың 20,4 проценты ауыл хужалығы һәм балыҡсылыҡ, 19,8 проценты – көнкүреш хеҙмәттәре күрһәтеү, 43,8 проценты сауҙа өлкәһендә үҙ урынын тапҡан. Үҙмәшғүлдәрҙең күпселеге көнкүреш хеҙмәте күрһәтә. Ике автосервис, запас частар һатыу магазины хужаһы Айҙар Ғарипов райондың ырамлы эшләгән, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан эшҡыуарҙары рәтендә. Яңыраҡ ул магазины янында ҡатыны Анжелика менән “Үҙең менән ҡәһүә ал!” тип аталған кафе асып ебәргән. Берәүҙәр автомобиленә запас частар һайлағанда, икенселәр кәйефен ҡәһүә менән күтәрә. Эшҡыуарҙың өҙлөкһөҙ ир-ат ҡайнашҡан запас частар менән һатыу иткән магазинында осрашып, пландары, хәрби яҡташтары менән нисек бәйләнеш тотоуы, уларға ярҙам күрһәтеүе менән ҡыҙыҡһындыҡ. – Класташ дуҫым Марат менән әмәле сыҡҡан һайын хәбәрләшеп торабыҙ. Алғы һыҙыҡтағы егеттәр зарланырға яратмай