Борай районы үҙәгендә быйыл сафҡа индерелгән физкультура-һауыҡтырыу комплексы тураһында ишетеп белһәк тә, 4,3 мең квадрат метр майҙан биләгән объект һәм унда шөғөлләнәсәк спортсылар менән яҡындан танышыу, заманса спорт, конференция залдары, табип, массаж кабинеттарында булыу, тренажерҙар көтөлгәндән дә ҙурыраҡ тәьҫорат ҡалдырҙы. Комплекс директоры Рөстәм Муллағәлиев яңы биҫтәне йәмләп, спортсыларҙы ғына түгел, бөтә ауыл халҡының иғтибарын үҙенә тартҡан универсаль спорт учреждениеһы менән ғорурланыуын йәшермәй. – Балалар рәхәтләнеп шөғөлләнгән, ҡаҙаныштарға, еңеүҙәргә дәрт уятҡан, чемпиондар тәрбиәләнәсәк ерҙә тормош ҡайнап торасаҡ. Төштән һуң беҙгә балалар шөғөлләнергә килә, аҙаҡ – көрәшселәр. Борайҙарҙың сәләмәт тормош менән йәшәргә ынтылған, аралашыуҙан йәм табып, буш ваҡыттарын йөкмәткеле итеп үткәрергә теләгән бер өлөшө, әлбиттә, мөһабәт спорт һарайында күңеленә ятҡан шөғөлдө табасаҡ. Профессионалдар өсөн дә, һәүәҫкәрҙәр өсөн дә урын етерлек, – ти Рөстәм Рәмил улы. – Район үҙәгендә генә мең ярым бала йәшәй. Бындай заманса физкультура-һауыҡтырыу комплексына ихтыяж ҙур. Объекттың перспективалы яңы Көнсығыш биҫтәһендә төҙөлөүе лә маҡсатҡа ярашлы булды. Биләмә көндән-көн үҫәсәк кенә, газ, ут, һыу үткәрелгән, йорт ҡапҡаһына тиклем асфальт һалынған йорттарҙа кемдең йәшәгеһе килмәһен! Ата-әсәләр өсөн тағы бер шатлыҡ – биләмәлә заманса мәктәп һалынасаҡ. Өҫтәүенә яҡында ғына Боҙ һарайы төҙөләсәген белдек. Яҡты хыялдар менән йәшәй икән борайҙар. Бындай һөйөнөслө хәбәрҙе ҡасан ишеткәндәр? – Яңы спорт комплексын асыу тантанаһына Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Рәсәйҙең спорт министры урынбаҫары Одес Байсолтановтың килеп, беҙҙе иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотлап, спортсылар, чемпиондар әҙерләүҙә уңыштар теләүе, ышаныс күрһәтеүе ҙур яуаплылыҡ өҫтәне. Шәп яңылыҡты шунда ишеттек. Спорт министры урынбаҫары борайҙарҙың инициативаһын хуплап, Боҙ һарайы төҙөлөшөн финанслауҙа ярҙам итәсәген белдерҙе. Ул республиканың идара итеү командаһы эшмәкәрлеген, спорт инфраструктураһын үҫтереү буйынса ырамлы аҙымдарын юғары баһаланы, бәлки, шундай ышаныс булғанға күрә халыҡ тәҡдимен күтәреп алғандыр ҙа, – тине етәксе. Рөстәм Рәмил улы беҙҙе спорт үҙәгенең төҙөлөш нескәлектәре менән дә таныштырҙы. Бинаны йылытҡан ҡаҙанлыҡтың түбәндә түгел, ә түбәлә булыуын, яңы йылытыу технологиялары ҡулланылыуын, стена һәм түбәнең йылыны сағылдырыу үҙенсәлеген, залдарҙа кондиционерҙар эшләүен күрҙек. Универсаль һәм тренажер залдары, массаж, табип кабинеттары, буфет, конференц-зал, сауна, хамам, тренерҙар һәм йыуыныу бүлмәләренән тыш, асыҡ һауала спорттың уйын төрҙәре өсөн ике физкультура майҙансығы ла бар. “Геострой” хеҙмәткәрҙәре бөтә эште күңел йылыһын һалып башҡарған, ике ҡатлы бинанан тыш, газ ҡаҙанлығын, канализация, һыу һәм башҡа инженер селтәрҙәрен үткәргән, биләмәне төҙөкләндергән, уңайлы юлдар һалған. “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” программаһы буйынса төҙөлгән объекттың хаҡы – 467 миллион һум, шуның 414 миллион һумы – федераль бюджеттан. Көрәш, волейбол, баскетбол менән шөғөлләнеү залынан һуң 400 квадрат метр майҙан биләгән тренажерҙар залына йүнәләбеҙ. 13 миллион һумға төшкән тренажерҙар төрлөлөгө менән хайран итә. “Беҙ ҡорамалдарҙы, уларҙа шөғөлләнеү нескәлектәрен өйрәнеү өсөн тәүҙә Өфөнән инструкторҙар саҡырҙыҡ. Улар тренерҙарға һәр береһенең эш принцибын аңлатты, – ти Рөстәм Рәмил улы. – Ирекле көрәшкә ҙур иғтибар биреү менән бергә, башҡа спорт төрҙәрен дә үҫтерәсәкбеҙ. Махсус йыһазландырылған шахмат бүлмәһе бар. Подвал да буш тормаясаҡ, тир эшләйәсәк, уҡ атырға өйрәнәсәкбеҙ, тимәк, халҡыбыҙҙың боронғо шөғөлдәре менән мауығыу көсәйәсәк, тарихыбыҙ төпкөлдәренә яңынан әйләнеп ҡайтасаҡбыҙ. Илһөйәрлек тә шунан башлана түгелме?” Ауыл ерендә шундай күп функциялы, тормош ҡайнап торған, чемпиондар тыуған, спортсылар ғына түгел, йәше-ҡарты шөғөлләнерлек спорт үҙәге эшләүе – һирәк күренеш. Киләсәктә республикала Борайҙағылай мөһабәт спорт һарайҙарының ишәйеренә, ауылдаштарҙың күптән өмөт иткән хыялдары тормошҡа ашырына ышанабыҙ. Әйткәндәй, Октябрьский ҡалаһында оҙаҡламай Боҙ һарайы сафҡа индереләсәк, бассейн төҙөләсәк, Мәсәғүттә һәм Баймаҡта яңы Боҙ һарайҙары ҡалҡасаҡ. Белеүебеҙсә, тормош ауырлыҡтарына, санкциялар баҫымына ҡарамаҫтан, республикала спортты үҫтереүгә иғтибар кәмемәйәсәк, быйыл тиҫтә ярымдан ашыу эре спорт объекты сафҡа индерелергә тейеш. Тәнде генә түгел, рух көсөн нығытыу өсөн Борайҙағы яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексында һәр кемгә урын етерлек. “Мин үҙем дә, башҡа яҡташ егеттәр кеүек, тәүҙә шахмат менән мауыҡтым. Тренер булып эшләгәндә республика чемпиондарын әҙерләнем. Аҙаҡ баскетбол, волейбол үҙенә тартты, тора-бара хоккей уйыны иғтибарҙы йәлеп итте. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры итеп тәғәйенләнгәс, спорттың балалар тормошонда ниндәй ҙур әһәмиәткә эйә булыуын тәрәнерәк аңланым”, – ти Рөстәм Рәмил улы. Әйткәндәй, районда спортты үҫтереүгә лайыҡлы өлөш индергән бер туған Рөстәм һәм Салауат Муллағәлиевтәр тураһында бары маҡтау һүҙҙәрен генә ишеттек. Рөстәм Рәмил улы баскетбол, волейбол һәм хоккей буйынса тренер-уҡытыусы булып эшләгән осорҙа республиканың төрлө мәктәп лигаларында һигеҙ чемпион командаһын, футбол буйынса призер һәм чемпиондар тәрбиәләгән, бер уйынсыһы мини-футбол буйынса спорт мастерлығына кандидат булған. Бизнеста ла, республиканың төрлө лигаларында сығыш яһау өсөн КВН командалары әҙерләүҙә лә, район советы депутаты булараҡ та яҡташтары тормошонда әүҙем ҡатнашырға өлгөрә. 2021 йылда райондың балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры итеп тәғәйенләнә. Хәҙер килеп, тағы ла ҙурыраҡ бурыс – яңы физкультура- һауыҡтырыу комплексы етәксеһе вазифаһы йөкмәтелә. Ҡустыһы Салауат Рәмил улы район хакимиәтенең физик культура һәм спорт, опека һәм попечителлек эшмәкәрлеген ойоштороу буйынса бүлек начальнигы булып эшләй. Уға тиклем район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса сектор мөдире, мини-футбол буйынса тренер-уҡытыусы вазифаларын алып бара. Бер туғандар үҙҙәрен бәләкәйҙән спортҡа, сәләмәт тормошҡа ылыҡтырып үҫтергән аталары Рәмил Фәйзелғаян улына һәм әсәләре Миләүшә Фәйзелхан ҡыҙына рәхмәт әйтә. Хәҙер Муллағәлиевтәр үҙҙәре лә ошо йүнәлеште һайлап, йәш быуынды еңеүҙәрҙән ләззәт, кинәнес алырға, ә уңышһыҙлыҡтарҙы лайыҡлы кисерергә, ҡаршылыҡтар алдында бөгөлмәҫкә өйрәтә. “Балалар күҙҙәрендә бәхет осҡондарын күреү – эшебеҙгә ҙур баһа”, – ти егеттәр. Динә АРЫҪЛАНОВА