Быйыл Башҡортостанға яҙ иртә килде. Марттың һуңғы һәм апрелдең тәүге көндәре йылылыҡ буйынса рекорд ҡуйҙы. Был иһә умартасылар өсөн дә ҡулай булды, быйыл бал ҡорттарын ҡышлауҙан алдараҡ сығарҙылар. Иглин районына эш сәфәре барышында Түбәнге Ләмәҙ ауылында булырға тура килде. Ҡояшлы яҙғы көнгә йәм өҫтәп бал ҡорттары ла геүләп оса башлаған мәл ине. Ғөмүмән, Түбәнге Ләмәҙ умартасылыҡ буйынса республикала дан тотҡан ауылдарҙың береһе булараҡ билдәле. Хакимиәт башлығы Раил Мирхәйҙәров әйтеүенсә, ауыл биләмәһенда 5167 баш умарта тоталар. Фотохәбәрсе менән иң ҙур умарталыҡтарҙың береһенә инеп сыҡтыҡ. Беҙҙе умартасы Рәшит Аҙнабаев һәм уның 700 умарта күстәре ҡаршы алды. Бында эш геүләп тора. Хужа үҙенең ике эшсеһе менән яҙғы эштәрҙе башлаған да. Егеттәр умарталарҙы таҙарта, ҡорттарҙы ҡарай, бер яҡ ситтә усаҡ яна. – Быйыл, шөкөр, бал ҡорттары бик һәйбәт ҡышлаған. Бөтәһе лә тиерлек иҫән сыҡты. Бына ошо яландағы умарта баҙында ҡышлайҙар. Күңел көр, хәҙер алда яңы миҙгел көтә, шуға әҙерләнә башлан