1 бүлек. Ишекте туҡылдатып өйгә инәм. Бында йылы, һалҡын тышта ҡалды кеүек. Кеүек. Иҙән уртаһына балалар уйынсыҡтары һибелгән. Иң тәүҙә шул күҙгә салынды һәм рәхәт булып китте, тимәк, ғүмер дауам итә, тормош ҡайнай. Мейес йылыһы бәрелде. Бәләкәй генә ҡыҙсыҡ йүгереп килеп ҡаршыға туҡтаны. Мөлдөрәп ҡарай.
Ботинкамдың бауын ысҡындырған арала:
– Фәриҙә Мәғдән ҡыҙы, ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам, ҙур ҡайғы. Ваҡытһыҙ килдегеҙ, тип асыулана күрмәгеҙ инде, зинһар, – тим, үҙем сабыйға ҡарап йылмаям.
– Эйе, ауыр мәл инде, нишләйһең, һеҙҙең дә эш... – тине хужабикә. Күҙендә, йөҙөндә ни тиклем һағыш булһа ла, бар булмышынан ниндәйҙер йылылыҡ, нур бөркөлә. Бар әсәйҙәрҙең дә шулай һағышлы көлөүендә лә, күҙ һирпеп алыуында ла барыбер һәр саҡ ҡояш ярсығы һаҡлана кеүек. Тормошто яратып бала баҡҡандан, кинәнеп донъя көткәндән тулышҡан, йыйылған нур-йылылыҡ ҡайғы-һағыш бәреп ингәндә лә барыбер ҡапыл ғына сайҡалып, түгелеп китмәйҙер, күрәһең, киреһенсә, тормошҡа булған мөхәббәт менән әсе ҡайғы бергә ҡушылып, ҡатын-ҡыҙҙың бөйөклөгө, илаһилығы ла йөҙөнә, булмышына өҫкә нығыраҡ ҡалҡып, балҡып сыҡҡандай, миңә.
Кеҫәмдән шоколад алып бирәм. Дөрөҫөрәге, мөлдөрәп ҡарап торған сабыйҙың хәлен аңлап өләсәһе йәшереп кенә миңә шоколад тоттора. Уңайһыҙ, бик уңайһыҙ, әлбиттә. Башҡорт өйгә буш ҡул менән инмәй ҙә. Таңғы алтыла сығып киткәйнек, бер ергә лә туҡтарға форсат теймәне, Тәтешле районы хакимиәтенән юлда уҡ ҡаршы алып, бында ваҡытында алып килделәр, шуға кибеткә... Мин күстәнәсте йәшереп кенә алам да балаға һонам, уның нисек шатланыуы! Һуңынан, әлбиттә, хата төҙәтелер.
– Ейәнсәрегеҙме?
– Эйе, Әминә, – тине хужабикә.
Өй ҙур ғына. Боронғо икәнен буялған бүрәнәләрҙән, ишек яғына һыйынған оло мейестән, ағас рамлы тәҙрәләрҙән аңларға була. Унан беҙ үҫкәндәге өйҙәрҙә була торған ябайлыҡ һәм ихласлыҡ, киң күңеллелек тойола. Карауат, диван , ике кресло күренә, түрҙә киң экранлы телевизор. Ике кресло араһындағы йыйылмалы өҫтәлдә Фәнистең ҙур портреты, яуҙаштары менән бергә төшкән фотоһы, сәскә бәйләме һәм генерал Шайморатов ордены урын алған. Орден янында – танытма менән бергә сувенир буш гильзалар. Шунда уҡ ҡаҙаҡ сөйҙә геройҙың хәрби кейеме (пинжәге) эленгән.
Фәриҙә Мәғдән ҡыҙы менән әлегә кәнәфиҙәрҙә урын алабыҙ. Уртабыҙҙа – Фәнис. Портретта ла, уйҙа ла, хәбәрҙә лә... Уны мәңгелек йортона һалыуҙарына ла бер аҙна ғына. Был саҡта ҡайғылы әсә менән һөйләшеп китеүе лә еңел түгел. Район хакимиәтенә килергә йыйыныуыбыҙҙы әйткәс, хакимиәт башлығы урынбаҫары Әлфиә Урал ҡыҙы Шәйнурова, был ҡайғы әсәнең дә, беҙҙең йөрәктә лә яра булып мәңгегә ҡалды инде, нишләйһең, Фәриҙә апай бер аҙ аяҡҡа баҫты, киреһенсә, килегеҙ, һөйләшеп һағышын таратыр, исмаһам, тип бер аҙ күңелде тынысландырғайны, шуға үҙемде ҡыйыуыраҡ тотам. Өйҙә Фәриҙә апайҙан тыш Фәнистең тәүге уҡытыусыһы ла бар ине. Журналист килә, тип хәбәр иткәс, ул район үҙәгенән килеп еткән. Телевизор янында кабель үткәреп йөрөгән махсус кейемдәге ике-өс егет күренә. Беҙ һөйләшкән арала ауыл хакимиәтенән дә килеп хәлдәрҙе һорашып киттеләр. Күршеләре, таныштары инде. Бар йәһәттән өй мыжғып торҙо. Сабыр һәм аҡыллы ҡатын ине яңы танышым, бәргеләнмәй, теге яҡҡа ла, был яҡҡа ла тартылмай, сәбәләнмәй һәр һорауға ипле, һәр үтенескә тыныс ҡына яуап биреп торҙо. Беҙҙең һөйләшеү шуға йәнле лә, бер үк ваҡытта үтә һағышлы ла булып китте.
Фәнис – тамырҙары менән ошо ауылдан. Яңы Ҡайпандан.
– Сабый сағынан уҡ теремек булды, ун айҙа атлап китте. Өс йәштән үк, әней, әйҙә бергә эшләйбеҙ, ти торғайны. Теле иртә һәм асыҡ сыҡты. Йәше менән шулай иртә өлгөрә барҙы. Етеҙ ине. Беренсе кластан бында уҡыны, – тип әйтеп ҡуйҙы әсә. – Уға өс йәштә саҡта Пермь өлкәһе Барҙа районына кейәүгә сығып киттем. Улым да үҙем менән инде, тик ул Яңы Ҡайпанды һағынып бер булды. Олатаһы-өләсәһенә ҡайтам, тиер ҙә торор ине. Шуға мәктәпкә бында барҙы, ә 5 – 9 синыфты Барҙала уҡыны. Каникулдарҙа осоп бында ҡайтты. Уйнап-көлөргә яратты. Күңелде күтәрергә тырышты, һәр саҡ, юҡтан ғына шаян һүҙ табып, көлдөрөргә маһир ине лә...
Ҡапыл әсә битен ҡаплап илап ебәрҙе. Шаян улын күҙ алдына килтерҙеме, әллә үткән ваҡытта “ине” тип һөйләүенән тамағына әсе төйөр килеп тығылдымы... Ҡыйын ине. Шоколад тотоп донъяһын онотоп йөрөгән ейәнсәре һиҫкәнеп китте лә ҡапыл өләсәһенә килеп һыйынды. Тәтәй генә ҡулдары менән ҡосаҡланы, илама, тип битен һыйпап-һыйпап алды. Үҙемдең дә тамаҡҡа төйөр килеп тығылды. Өләсәһе сабыйҙы ҡосағына алып тынып ҡалды ла тешен ҡыҫып:
– Атаһы ла, әнкәү, илама, зинһар, тип тыя ине, ҡыҙы ла, уға оҡшап, илағанды яратмай, – тине.
– Фәнистең ҡыҙымы?
Әсә башын һелкте.
– Эйе, Әминә. Исемде лә үҙе яратып ҡушты. Улым тыуһа, Таһир тип ҡушасаҡмын, тигән була ине.
Нисек кенә сәйер булмаһын, миңә бер сама рәхәт булып китте. Йәшләй генә ҡатын-ҡыҙ наҙын да тоймай, сабый ҙа һөймәй киттеме икән был егет, тип уйлағайным килгәндә, баҡһаң, уның дауамы, уның ҡаны бына алдымда йүгереп йөрөй. Тимәк, киләсәге бар, юҡҡа ғына ут эсенә инмәгән, тим.
– Нисектер иртә китерен белдеме икән улығыҙ? – ауыр булһа ла һорамайса булдыра алмайым.
– Ноябрҙә өс-дүрт көнгә машина яллап Әсәләр көнө менән мине ҡотлайым тип ҡайтҡанында, әней, барыһына әҙер бул, – тағы түгелеп илай. – Донъя хәлен кем белгән, минең маңлайға ни яҙылған, шуны үтәрбеҙ инде, тип әйтте, – һүҙҙәрен йөрәгенән һығып сығара әсә. – Балам, барма әле, тип тә әйтеп ҡараным, әнеү, мин мужик, улды өйҙә ятыр өсөн таптыңмы ни, мин һине лә, ҡыҙымды ла һаҡларға тейеш, тине.
Үҙе махсус операцияла булған Илгиз Солтанморатов атлы затлы уҙаманыбыҙ Фәнис Хөсәйенов менән ҡыҫҡа ғына әңгәмә төшөрә шул осорҙа. Унда яугир, ысынлап та, мине әсәм өйҙә ятыр өсөн тапмаған, тип яуап бирә лә шул.
Илап һөйләгән өләсәһе янынан ейәнсәре һис китмәй, тыныс ҡына өләсәһенә һыйынып тик тора. Күрәһең, был һуңғы көндәрҙә уларҙың тормошонда ауыр хәл булғанын ул күреп, сабый аҡылы менән аңлай, тоя торғандыр.
– Ул бер нимәнән дә ҡурҡманы, – тине әсә улы хаҡында.
– Нисек аңларға быны, әйтәйек, бала саҡтан ҡараңғынан ҡурҡаһың.
– Юҡ, юҡ, бер нимәнән дә ҡурҡманы. Үҙе яңғыҙы сығып китә ине, йөрөп ҡайта ине.
4-5 йәштәрендә Фәнис магазинға тиклем барып етә. Ә ара бик йыраҡ – 1-1,5 саҡрым барҙыр, һуңынан ул юлды үтеп, Әминәгә күстәнәстәр барып алып килгәндән үҙем дә беләм хәҙер. Һатыусы кәштәһенә үрелеп тә буйы етмәгән малайҙың кибеткә тиклем килеп етеүе бер хәл әле, зирәклеген, тәүәккәллеген әйт, апа, дәфтәргә яҙ, өләсәй (улар телендә инәүкәй) кәнфит, тәмле һыу бирһен, тине, тип һөйләшеп, аҙыҡ-түлек тейәп, пакетын һөйрәп тигәндәй ҡайтып китә.
– Тәҙрәнән ҡарап торам, ҡайтып килә был. Ике ҡулы менән пакетын һығып тотҡан, шыр тир. Ҡайҙан алдың, балам, тим. Магазинға барҙым да яҙҙырып алдым, ти. – Әсә беренсегә бер аҙ йылмая бирҙе. – Нисек бирҙе, тип һорайым. Мин – Фәриҙәнең малайы, тип әйттем, ти. Аҡсаң бар инеме һуң? Апа, дәфтәреңә яҙып ҡуй әле, тип әйттем, ти. Шулай күтәреп ҡайтып килә. Һуңынан өйрәнһен тиеп, тин аҡсалар йыябыҙ ҙа, улым, икмәккә нисә тин аҡса кәрәк, һанап ал әле, тим. Һанап ала ла, үҙенсә китә. Пакетҡа икмәк һалып ҡайта.
Зирәк тә була малай. Беренсе класҡа барғанда өләсәһе Ирада Ғәли ҡыҙы менән “Әлифба”ны өйрәнгән, хәрефтәрҙе танып белә. Фәнис бәләкәйҙән олатай-өләсәһе янында үҫә. Уларға ул терәк тә, тормоштарына бер биҙәк тә була. Мал ҡарарға, ат менеп сабырға ярата. Олатаһының салғыһын тотоп, дәүәтәй, мин дә сабайым әле, тип маҙаһына тейә. Олатаһы, йәрәхәтләнеп ҡуйырһың, тип тыйһа ла, еңмешләнеп тотона, сабырға өйрәнә. Артта ғына ҙур быуа, йәй буйы рәхәтләнеп һыу инеп, балыҡ ҡармаҡларға йәтеш. Ул һәр нимәгә дәртле була, “тиктормаҫ” тиҙәр ундайҙарҙы. Һәр кемгә, ҡулынан киләме-юҡмы, ярҙамға ашығып, атлығып ҡына тора.
– Ҡулға берәй нәмә алһаң, ул да ҡалҡына, ярҙам иткеһе килә. Эшләгеһе килә. Мин бәләкәй, мин булдыра алмайым, тигән һүҙе булманы уның. Әүҙем булды, оялыуҙы ла, ҡурҡыуҙы ла белмәне.
Бәләкәй сағында һуғыш уйынын яратҡан. Берәй ботаҡлы ағасты тотоп алған да, мин шулай атышып йөрөйөм, тох-тох итәм тип, йәшенеп, шыуышып атыш уйнаған. Барҙанан ҡайтыу менән иптәштәрен эҙләп сығып китә. Окоптар эшләп иптәштәре менән мәж киләләр. Һуңынан ошо уйындары ысынға әйләнер, тип ул саҡта кем уйлаған.
– Махсус операцияға нисек юлланды?
– 26 июндә китте СВО-ға. Беренсе киткәндә һөйләшеп ултырҙыҡ , – әсә бер аҙ теремекләнде, иламай, ейәнсәре шым ғына иҙәндә таралып ятҡан уйынсыҡтары янына барып ултырҙы, егеттәр артыҡ шауламай телевизор менән булыша. – Әнекәү, ситкә эшкә китәм, тине тәүҙә, улай-былай утлы хеҙмәткә алыуҙары ла бар, тип ысҡындырҙы. Унда бармайым, тип әйт, мин һине мине ҡарар өсөн таптым, һуғышҡа ебәрер өсөн тапманым, эш күп бында ла, тинем. Ярай, әнекәү, тине. Шунда һөйләшеп ултырғанда, минең менән бер-бер хәл булһа, эштә төрлө хәлдәр була, юлда машина төрттөрөп китеүе лә бар, тик ошо өйҙө ташлама, тине. Ошо өйҙө ташлама, зинһар, тине.
Шул мәлдә һағайып китә Фәриҙә апай. Ә Фәнис тураһын әйтмәй, үҙенсә әсә йөрәген һаҡлауы буламы. Элек тә уның ситкә сығып эшләп килгән саҡтары була. Улын оҙатҡас та аңлай Фәриҙә апай. Ләкин унда ла ысын атыш, яу ҡыры тип күҙ алдына килтермәй әле ул. Һуңынан сентябрҙә улы әйләнеп ҡайтҡас ҡына...
– Ул юлға сыҡҡандан башлап, 15 сентябрҙә юлға сыҡты ул, сәғәт дүрттә, әней, ҡуҙғалабыҙ, тине. Шул ваҡытта уяндым, шунан балам өйгә ҡайтып еткәнсе өс тәүлек йоҡламаным. 18-ендә ҡайтып инде өйгә. Барҙалағы иптәштәре ҡаршы алған, юҡ, егеттәр, мин тәүҙә әнкәү янына ҡайтам, тигән. Улар янында ҡалмай, тәүҙә әнейемде ҡосаҡлайым әле, тип ҙур рауза гөлләмәһе тотоп өйгә килеп инде. Әнкәй, мин иҫән ҡайттым, тиеп ҡосаҡлап алды, – тағы ла түгелеп китеп илап ебәрҙе әсә. Миңә лә ныҡ ҡыйын, көскә түҙеп ултырам, аптырап иламаҫҡа тырышып тамаҡ ҡырам, унда төйөр иремәй ней. Уйнап йөрөгән ейәнсәре шым ғына килде лә, ике ҡулы менән өләсәһенең йөҙөн тотоп алды. Иламайым, ҡыҙым, иламайым тигән була өләсәй. Тынлыҡ.
– Бергә уҡыған синыфташтары, дуҫтары ҡаршы алды. Улар ҙа килде. Гел янда ултырған булды, әнкәү, тип һөйөп тә ала. Иптәштәре тышҡа тартырға саҡырһа ла, әнкәү янында ултырайым әле, тине.
Нишләптер әсәһен янынан ебәргеһе килмәй шулай һалдаттың. Яу ҡырынан ҡайтҡан ир тормош ҡиммәттәре, әсә, бала, ғүмер ҡәҙере хаҡында күп уйланғандыр, күрәһең. Ун, йөҙ тапҡыр үлем менән осрашҡан егет күңел торошоноң да, уй-аң ҡоролошоноң да хәҙер инде башҡасараҡ икәнен аңлағандыр. Кеше ауырлыҡтарҙы күберәк күргән, үлем менән йәшәү сигендә хәүеф-юғалтыуҙы йышыраҡ тойған һайын, уның йәшәргә ынтылышы көсәйә, башҡаларҙың ни тиклем ҡәҙерле икәне аңлашыла бара. “Үҙең өсөн түгел, кешеләр өсөн йәшәргә кәрәк” һәм “Йылдар буйы быҫҡып йәшәгәнсе, бер көн дөрләп яныуың артыҡ” – ҡасандыр өлкәндәрҙең, остаздарҙың еткергән кәңәштәрен, эй, белгән булып китап теле менән аҡыл һаталар ҙа инде, тип ҡабул ителгән һүҙҙәрен, үҙ елкәңдә ауырлыҡтарҙы татый башлағас, алтынға бәрәбәр аҡыл икәнен аңлайһыңдыр.
Улының һағышлы күҙҙәренә бағып : “Башҡаса китмәйһең”, – ти әсәһе. Тын торғандан һуң Фәнис:
– Әнкәү, ауыр булмаһа, кейемдәрҙе йыуып ҡына ҡуйырһың инде, йәме, ти.
Фәнистең тетрәндергес бер видеоһы бар. Фәнис ҡулын һуҙып үҙен төшөрә. Бының янынан ғына пулялар оса, ҡайһы берҙәре доңҡ-доңҡ килеп тә тейә. Уны ҡараһам, үҙем әле лә тертләп китәм. Тып-тыныс Фәнис, иҫән-һау ҡайтһам, кире килмәм ахыры, тип ултыра. Күҙендә ниндәйҙер яҡтылыҡ менән бергә уйынсаҡ, иркә ҡараш та бар, ипләп кенә ҡараһаң, шул көләкәс ҡараш төбөндә бер оло мәғәнә ятҡаны сағыла. Әллә дошманға, һуғышҡа ләғнәтле мыҫҡыллы ҡарашмы.
– Үҙе лә икеләнгәндер ул? – тип һорайым.
– Юҡтыр, оҙаҡламай тағы юлға, тағы яуға, әнкәү, тине. Был юлы йәшермәне. Бер туған Рәмиә апайымдың улы Айрас срочник булып армияға китте, мин уны ҡайтартам, унда барып әрәм булмаһын, тип әйтте. Уның өсөн бик борсолдо инде ул, – абруйы ныҡ булғандыр күрәһең, егеттең. Бындай һүҙҙе һәр кем дә әйтә алмайҙыр.
Ун көн була Фәнис. 28 сентябрь мобилизацияға эләгеп, элекке «Барс 17» батальонына юллана. Шул оҙатыу мәлендә Илгизгә биргән интервьюһында, яҡташтар менән китәм, яртыһы бергә уйнап үҫкән егеттәр, ти йылмайып. Шунда хәтерҙә ҡалырҙай ике көслө фекер әйтә ул. Беренсеһе – күңелеңдә ыңғай ғына тойғолар бар икән, хәрби рух та була. Яуҙа йөрөйөм, тигән ауыр уйҙар иңде баҫырға тейеш түгел. Ләкин шул уҡ ваҡытта онотолорға ла ярамай, алдың-артыңды ҡарап йөрөргә кәрәк. Һәм иң мөһиме бына нимә ти: эргәңдә мотлаҡ ышаныслы ике дуҫың булырға тейеш.
Икенсе фекере. Илгиздең, үҙеңде һаҡла, һин бик кәрәкһең, тигәненә ул былай тип яуаплай:
– Төрлө хәл була.Ҡайһы саҡта реально ятырға тура килә. Ҡайһы саҡта заданиеға китәһең, йә ҡайтаһың, йә юҡ, һин шуны беләһең – мотлаҡ эшләргә кәрәк, иди и делай. Һуғышта ваҡлыҡтар юҡҡа сыға!
Бына нимә ул һуғыш. Ваҡлыҡтар юҡҡа сыға! Алдыңда – командир ҡуйған бурыс, ил... Бик үҙгәреп ҡайта Фәнис.
Әсә һағышы мәңгелек, уға улы ғәзиз.
– Күргән кеүек тә булманым. Яңы йылға ҡайтам, туй алдынан өйгә ремонт яһайым, тине... Яңы йылда туйы булды инде, хушлашыу туйы. Ошо туйына әҙрләнгән булғандыр. Күңелем һаман да ышанмай, тәҙрәләргә ҡарап көтәм. Йүгерә-атлай ҡайтып килер кеүек.. Телефоным шылтыраһа, улымдыр, тип үреләм дә... – күҙ йәштәре туҡтамай аға. – Әнекәү, ни хәлдә, тигән һүҙен генә көтәм. Яуға инер алдынан, әнкәү, теләктәреңде теләп тор, бәлки, иҫән ҡайтырмын, тине. Бәлки, тигәне мине һағайтты. Яу ҡырында ниҙәр генә булыуҙан бигерәк, уның артынан һунар барыуын да аңлағандыр ул. Дошмандар өсөн ажар юлбарыҫ ине шул Фәнис.
Үҙемде тыныс тоторға тырышып һорайым:
– Был хәбәрҙе ишеткәс... дөрөҫ түгел тип...
– 16 декабрҙә миңә бер кем дә шылтыратманы. Килен, ейәнсәремдең әсәһе инде, әней, һин ултыраһыңмы, баҫып тораһыңмы, баҫып торһаң ултыр әле, тине. Мин ниңәлер “Бәйләнештә”ге битенә ике көн инмәй торғайным. Иптәш ҡыҙымда инем. Унан һуң килен хәбәр ебәрҙе. Шул һүҙҙе уҡыным да, нишләгәнемде белмәйем. Йығылып киттең, телефондарың барып төштө, ти әхирәтем һуңынан. Дарыуҙар эсереп, аңға килтергәндәр.
Социаль селтәрҙәрҙә Фәнистең үлеме хаҡында 16 декабрҙә үк хәбәрҙәр таралды. Дошман яғындағыларҙың эше ине был.
– Башта дөрөҫ түгелдер тип, туғандарға шылтыраттым. Дөрөҫ түгел, ышанма, тинеләр. Район хакимиәтендәге Әлфиә Ураловнаға шылтыраттым. Ул да, ышанма, тине.
Ундай батыр, бар халыҡтың күҙ ҡараһы кеүек шәп егет хаҡында төрлө фейктар ҙа булыуы бик мөмкин ине шул. Шуға ҡапыл ышанып та булманы. “Жаренный” мәғлүмәт иҫәбенә кеше ҡайғылары менән мәрхәмәтһеҙ уйнаусылар ҙа әҙ түгел. Мин дә ышанманым, үҙҙәренә иғтибар алыр өсөн, Фәнис үлеме менән шаяралар, тип уйланым.
– Көн дә шылтыратыу көттөм улымдан. Үҙенән тауыш-хәбәр булманы, үҙем шылтыратам – “недоступен”.
Мин һаҡ ҡына телефонын ҡулына алып өмөт менән изге хәбәр көтөп шылтыратҡан әсәне күҙ алдына килтерәм дә йөрәгем өҙөлә. Алдан, хәбәр килмәй торһа, борсолма, элекке кеүек яуға телефондар менән инмәйбеҙ, яйлап бәйләнешкә сыға алмай торған саҡтарыбыҙ ҙа булыр, тип аңғарта Фәнис әсәһенә. Шуға өмөтө һүнмәй әсәнең. Әле лә һүнмәгән...
– Мине ай буйы иҫәңгерәттеләр инде, бер көн тере тиҙәр, бер көн үле тиҙәр, бер көн тере тиҙәр, бер көн үле тиҙәр... – Был һүҙҙәрҙе бер нисә тапҡыр ҡабатлай, нисек түҙә әсә йөрәге. – Балам ҡайтҡансы (“алып ҡайтҡансы” тимәй) военкоматҡа барып та һөйләшеп ҡараным, ышанмағыҙ, Фәриҙә апа, башта беҙгә хәбәр килә, тинеләр.
Яңы йыл алдынан 11 тула тигәндә Фәриҙә Мәғдән ҡыҙына, тынысландырырға теләпме, Яңы йылда моңайып, илап ултырмаһын, тигәндәрме инде, улығыҙ госпиталдә, һөйләшә алмай, һеҙгә сәләм әйтте, тип шылтыратып хәбәр еткерәләр. Дуҫтарының үҙҙәренсә бүләге булдымы инде был, улар бит, моғайын, ысын хәлде белгәндер, рәсми мәғлүмәт көткән булғандарҙыр.
– Шуға бик ҡаты һөйөндөм. Ҡанатым булһа янына осор инем. Бигерәк тә һөйөндөм. Туғандарыма, дуҫтарына шылтыраттым һөйөнөп. Улым иҫән! Әйттеләр, тинем. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был ваҡытта Фәнис иҫән булмай инде, мәңгелеккә табан юл алыуына ике аҙнанан ашыу ваҡыт үтеп киткән була. – Улығыҙ һәләк булды, тип 2 ғинуарҙа шылтыраттылар. Беҙҙең күҙ алдында снайпер алды, тинеләр. Ялынып-ялынып әйттем, үле булғас, ниңә мине йөҙәтәһегеҙ, ниңә кәүҙәһен алып ҡайтмайһығыҙ, ышанмайым, тинем...
Тәнде ҡурырлыҡ тынлыҡ урынлашты. Әсә тауыш-тынһыҙ күҙ йәштәренә ирек бирә. Шул ваҡыт ишек асылды ла өлкән йәштәге апай килеп инде. “Нимә булды ул? Саҡыралар, ут ҡапҡан кеүек”, – тип һөйләнеп өйгә үтте. Юл ыңғайы сабыйҙы һөйөп алды.
– Һин кәрәк, Мөнирә апай, күршем, – тип Фәриҙә апай күҙҙәрен һөртә. – Ултырып тор, Өфөнән килгәндәр, Фәнис тураһында яҙалар. – Үҙе миңә ҡарап һүҙен дауам итте. – Үҙем барырға әҙерләнеп тә бөттөм. Улымды үҙем табам, ут эсенән булһа ла, тип ярһығайным да. Фәриҙә Мәғдәновна, тынысланығыҙ, яңылышлыҡ та булыуы ихтимал, бәлки, ул түгелдер, рәсми хәбәр килмәне бит әле, тип хакимиәт башлығы Фәнүр Рәфисович Шәйхисламов туҡтатты. Ғөмүмән, уларға – башлыҡҡа ла, Әлфиә Урал ҡыҙына ла бик рәхмәтлемен, был көндәрҙә янымдан китмәнеләр, Барҙаға хәтлем килеп еттеләр. Дуҫы Айҙар 15 ғинуарҙа Екатеринбургҡа улымды алырға китте. Иртәгәһенә, беҙ ҡайтып киләбеҙ, сәғәт туғыҙҙа Өфөләге мәйетханаға килә алаһығыҙмы, тип әйтте. Улымды күрҙем, ул да кеүек, түгел дә... Әле лә ҡайтып керер кеүек, тәҙрәнән күҙемде алмай көтәм.
Тыныслана алмай илаған әсәгә күршеһе: “Сабыр ит, Фәриҙә-әү, сабыр”, – тип ҡәтғи генә әйтеп ҡуйҙы. Шау-гөр килеп әзмәүерҙәй ир килеп инде. Күрештек. Хәлил ағай булып сыҡты. Уның менән телефон аша таныш инек. Ул, һеҙгә ҡамасауламайым, тип Мөнирә апайҙар яғына уҙҙы.
Бер аҙ күңеллерәк темаға төшкөм килеп: “Улығыҙҙың батырлыҡтары хаҡында ҡасан ишеткәйнегеҙ?” – тигән булдым. – Беренсе барыуында булған ул хәлдәр. Видеола күреп кенә әҙерәк аңғарҙым инде. Улым ҡайтҡас, ни ҡыйратып йөрөйһөң унда, тип өндәшкәйнем, ул, әней, мине герой итергә тырышалар ҙаһа, булды инде шундай хәлдәр, тип йылмайҙы. Кешеләр ныҡ ҡыҙыҡһына, башҡалар иғтибар бирә башлағас, әнкәү, минең менән бер саҡ ғорурланырһың әле, тип ҡуйҙы. Үҙе бик шат булды, шундай ҡурҡыу белмәҫ ул үҫтергәнмен, тип мин дә ҡыуандым. Әти-әниҙәргә ҙур рәхмәт инде. Фотоларына ҡарап, ғорурланып йәшәргә генә ҡалды бына.
– Ошо Фәнистең йортомо? Шуны ташлама, тип һоранымы?
– Эйе, сөнки был – беҙҙең төп йортобоҙ. Олатаһы уға бүләк итте. Бер ҙә үлер кеше кеүек һөйләшмәне.
Барҙала йәшәһәләр ҙә, ошонда ҡайтып йөрөй, ошонда ғына йәм таба Фәнис. Яуҙан ҡайтҡас ҡышын – эсен, йәйгеһен өйҙөң тышын тышлайым, түбәһен яңыртам, тигән хыялы ғына тормошҡа ашмаҫ... Улай тиһәң, быға тиклем буш торған өй эсе бөгөн йылы, ут яна, йәшәү тантана итә. Фәриҙә апай уны моғайын да улының әйткәнен тормошҡа ашырып, Фәнистең бер иҫтәлеге итеп, ҡулынан килгәнсе тышлап матурайтып та ебәрер. Кем белә, бәлки, бында геройҙың музейы ла булыуы бик мөмкин. Олатаһы Мәғдән Фәнисте йәненән артыҡ күреп, яратып ҡына үҫтерә. Шуға мираҫ итеп йортон ҡалдыра ла. Заманында ул ейәненә машина ла бүләк итә. “Атайым менән әсәйем Фәнисте беҙҙән, балаларынан да, артыҡ күргәндер. Фәнисем, Фәнисем, тип кенә торҙолар”, – тип иҫләй Фәриҙә. Олатай-өләсәй тәрбиәһендә үҫкән баланың күңелендә барыбер изгелек нурҙары күберәк була ул. Шуға Фәнистең һөймәлекле, көләкәс булыуы ошо оло һөйөү ҡосағында үҫеүендәлер ҙә. Бала саҡта наҙ күргән баланың йөҙө яҡты була, тиҙәр бит. Өләсәһе күптән мәрхүмә инде. Шаянлығы менән егет уға оҡшаған шикелле. Бәләкәй сағында китапхананан китаптар алып ҡайтып өләсәһе менән уҡырға ярата малай. Ижади һәләтле Ирада апай үҙе лә, ейәне кеүек (әллә киреһенсәме), тиҙ генә берәй нәмә уйлап табыр булған. Күрше-тирәләге бар бала-сағаны йыйып алып, әкиәт уҡыһындармы, тәмлекәс бешерһендәрме йә Яңы йыл байрамы осоронда һәр балаға төрлө йәнлек костюмдары текһенме – өләсәй үҙе балаға әйләнеп саф күңелдән бирелеп башҡара был изге эштәрҙе. Инша яҙырға йә һүрәт төшөрөргә булһа ла уның янына йүгереп инә ҡыҙҙар-малайҙар. Шуныһы ҡыҙыҡ, ҡай саҡ уҡытыусылар һиҙенеп, был билдә Ирада апаға, тип дәфтәргә яҙып та ҡайтаралар. Шул осорҙо иҫләп Фәриҙә менән Мөнирә апай йылмайып та ҡуйҙы. Олатаһы иһә ейәнен һәр саҡ батыр, тырыш егет итеп күргеһе килә. Ғүмереңде оло эштәргә бағышла, итәғәтле, иманлы бул, тип өйрәтә. Барҙаға килеп, Фәнистең дәрестәренә инеп ултырыуын һөйләгәстәре, аптырап киттем, һоҡланып та ҡуйҙым. “Иртә менән барып иң арттағы партаға барып ултыра, тыңлай, уҡытыусыларынан һораша. Шунан икеһе бергә йылмайып ҡайтып инәләр. Уҡыуы, шөғөлдәре менән ҡыҙыҡһынды, тәртипһеҙләнеп китмәйме, тип ҡарап ҡына торҙо ул”, – тип иҫләй ҡыҙы бөгөн. “Үҙ балам да былай уҡ ҡәҙерле булмағандыр ул, ти торғайны Мәғдән абзый. Аҡса йыйып машина ла алып бирҙе”, – Мөнирә апай тәҙрәнән оҙаҡ ҡына тышҡа ҡарап ултыра.
Туҡһанды ҡыуған Мәғдән бабай Илмәк ауылында бөгөн, Рәмиә ҡыҙы һәм кейәүе ҡарамағында. Ятып ҡына тора, сирләй. Йәнде өшөткәне шул: һоҡланғыс олатай яратҡан ейәненең был яҡты донъяларҙа юҡ икәнен белмәй ҙә. Уға Фәнистең үлеме хаҡында әйтергә телдәре бармай ҡыҙҙарының. Ишетһә, шунда уҡ йән бирәсәк атайым, тип тағы ҡулъяулығына тотона Фәриҙә. Һиҙенә шикелле, шылтыратығыҙ әле балама, уның хәле ауыр шикелле, шылтыратығыҙ әле, тип ята, ти, Мәғдән бабай.
– Йыназаһына ла әйтмәнегеҙ инде.
– Юҡ инде, йәшерәбеҙ. Телефондарын ҡарап, радио-телевизорҙарҙы һүндереберәк тотабыҙ. Ишетеп ҡалыр, тип... Ҡырҡы үткәс бында алып ҡайтырбыҙ, тимен.
– Фәнисте эштә тип белә ул, бахырың, – тип ҡуйҙы Мөнирә апай.
– Ишетһә, сыҙай алмаҫ. Эйе, сыҙай алма-аҫ, – ҡалын тауыш менән уфтанды Хәлил ағай.
Фәриҙәне баяғы телевизор эргәһендә уралған егеттәр саҡырып алғас, Фәнистең тәүге уҡытыусыһы менән танышам. 1 – 4 синыфта Яңы Ҡайпанда уҡытҡан Айһылыу Мөҙәрис ҡыҙы Хазипова.
– Фәнис бик һөймәлекле, гел йылмайып торған, ҡыйыу, оялмаҫ кескенә малай булды. Шуҡ та, шаян да ине, тик тәртипһеҙ булманы, бер кемде лә ҡыйырһытманы. Уҡыу буйынса тырыш, йырға, бейергә әүәҫ. “Әлифба байрамы”нда өйрәнгән йырҙарҙы бик оҙаҡ йырлап йөрөнө, эстән дә, ҡай саҡ ҡысҡырып былай ҙа. Әйтәм бит, оялмай ине ул, ҡыйыу, үткер һүҙле булды. Класта бар ҡыҙыҡ хәлдәр Фәнистән сыға ине. Көтмәгәндә генә ҡыҙыҡ итеп әйтеп ҡуя ине. – Сабыр ғына йылмайып ҡуйҙы мөғәлимә. – Өсөнсө-дүртенсе класта тәнәфес ваҡытында, әйҙәгеҙ, малайҙар, тип төркөмдө алып сығып та китә ине, эйәрәләр ине артынан. Лидерлыҡ сифаты бар ине.
Фәнис, бәлки, класта атаман, әүҙем лидер ҙа булмағандыр. Ундай сифаты ярылып та ятмағандыр, ләкин уның кеүек һөймәлекле заттар барыһын да үҙенә йәлеп итергә, артынан эйәртергә һәләтле. Һәм бар ғәм уға ынтыла. Сөнки ул ирекле, һәр йән иреккә, азатлыҡҡа, яҡтылыҡҡа ынтылыусан бит. Ана шул нур Фәнистә булған, шуға ул үҙе лә һиҙмәҫтән иғтибар үҙәгендә була торғандыр. Лидер мотлаҡ ҡайҙалыр әйҙәүсе, алға сығып дөйөм фекерҙе еткереүсе генә түгел, ә иң тәүҙә, минеңсә, төркөмдө бер “йоҙроҡҡа” туплаусы ул, тип уйлап ултырҙым уҡытыусы һөйләгәндә. Ана шул Фәнистең үҙен һәр саҡ иркен тотоуы балаларҙың бер-береһенең дә, уҡытыусы менән дә араларын яҡынайтҡандыр. Уҡытыусы фотолар күрһәтә. Беренсе синыфта тәүге ҡыңғырау мәле, барыһы теҙелешеп баҫып төшкән. Синыфта һигеҙ бала – ете малай, бер ҡыҙ. Бәләкәй генә Фәнис. Унда ла ул донъяла иң бәхетле кеше булып йылмайып, балҡып тора.
– Ҡыҙыҡ мәлдәре булғандыр?
– Булды. Яңы йыл байрамында клоун булып кейенә торғайны. Өләсәһе оҫта ине, һәр саҡ үҙе тегеп кейҙерҙе. Мәҙәк тигәндән, мәктәптә линейкаға сығып теҙелеү йолаһы бар. Дүртенсе синыфтағы бер уҡыусы бүлмәгә килеп инде лә, Айһылыу Мөҙәрисовна, линейкаға сығырға ҡуштылар, тине. Шул ваҡыт Фәнис парта өҫтөнән линейкаһын күтәреп алды ла, апа, быны ла алырғамы, тине. Юҡ, юҡ, Фәнис, линейка алмайбыҙ, үҙебеҙ сығабыҙ, тинем. Линейканан ингәс класс сәғәтендә линейканың нимә икәнен аңлатырға тура килде. Ул йыйылыш, барыбыҙ ҙа бер сафта, бер һыҙыҡта булырға тейешбеҙ, тип аңлаттым. Линейкаһын тотоп әле лә күҙ алдына килеп баҫа бәләкәй генә Фәнис.
Өсөнсө-дүртенсе синыфтамы икән, уҡыу дәресендә шиғырҙар бирә башланым. Класта ике Хөсәйенов ине. Фәриҙә апаның бер туған ағаһының улы Алгиз исемле. Икеһе бергә уҡыһын өсөн дә, бәлки, Фәнисте Ҡайпан мәктәбенә биргәндәрҙер. Алгиз – беренсе партала, ә Фәнис арттараҡ ултыра инде. Алгиз парта араһына баҫып шиғыр һөйләй башланы ла, бер юл әйткәс, артҡа боролоп ҡараны. Фәнис шул ваҡытта уҡ, йәһәт кенә, Айһылыу Мөҙәрисовна, ҡара әле, Алгиз, әйтеп ебәрмәҫме икән, тип миңә ҡарай ҙа ул, тине. Көлөп ебәрҙем инде. Ана шулай тиҙ үк хәбәрен таба, оялмай, ололар кеүек һүҙен әйтеп ебәрә ул.
Олатаһы-өләсәһе менән йәшәне. Иртән килеп улар тураһында ла матур итеп һөйләр ине. Олатаһының дәрестәргә килеп ултырған саҡтары булды. Ата-әсәләр йыйылышына Фәриҙә апай ҙа килеп йөрөнө, ҡыҙыҡһынды. Әсәһен яратып һөйләр ине, каникулға килеп ала, мин Барҙаға барам, тип шатлығы менән уртаҡлаша. Һеңлеһе Ынйы тыуғас, оло шатлығы менән уртаҡлашыуы иҫтә. Һеңлем тыуҙы, Ынйы тип ҡушабыҙ, матур исемме, тип һөйөнөп торғаны һаман күҙ алдында.
Шул осорҙа Айһылыу кейәүгә сыға. Һәр көн тормош иптәше йәш кәләшен Тәтешленән килтереп ҡуя, алып ҡайта. Яңы еҙнә менән иң тәүҙә Фәнис таныша. “Һин беҙҙең апаның ире, мин беләм. Донъяла иң матур ҡыҙ – беҙҙең апа, мин дә уны кәләш итеп аласаҡмын, үҫкәс”, – тип күрешә ул. Һуңынан кластың бар “егеттәренең” яҡшы дуҫына әйләнеп китә яңы кейәү. Уҡытыусы кейенеп сыҡҡансы Фәнис командаһы уның янына ашыға, улар уның матайын ҡарай, хәбәрҙәрен һөйләп өлгөрәләр шул арала. Ихластар инде. Кемдер көндәлеген күрһәтә, кемдер шиғыр һөйләй. Фәнис ана шулай һәр кем менән тиҙ үк уртаҡ тел таба, бөтөнләй ят кешене лә үҙенә ылыҡтыра ала.
– Был класс менән яратып, күңелле эшләнем. Яратып килә торғайным, – тип һүҙен дауам итә Айһылыу Мөҙәрис ҡыҙы. – Ул ваҡытта Яңы Ҡайпанда балалар баҡсаһы юҡ ине. Шуға уҡыусыларым бер-береһен һағынып, юҡһынып килгәндер мәктәпкә. Әкиәт донъяһы булды ғүмеремдең ул осоро.
Кейәүгә сыҡҡансы Ҡайпанға йәйәүләп төшә инем. Бер көн, юлда Ҡыш бабайҙы осраттым, тим балаларға. Ҡайһы бала яҡшы уҡый, шуның парта аҫтына бүләк һалырмын, тине, тим. Былар тырышып уҡый башланы, көн дә парта аҫтын ҡарайҙар. Яңы йыл етәрәк, уйынсыҡтар-күстәнәстәр һатып алдым да, һәр береһенең парта аҫтына һалып сыҡтым. Иң ныҡ шатланғаны Фәнис булды. Барыһы ла һөйөнгәндер, әлбиттә. Ләкин Фәнистең шатлығы бар донъяға түгелеп китә ине, йөҙөнә, күҙенә, бар булмышына сыға ине уның. Бер генә ҡыҙ бит инде, уға заколка ла ҡыҫтырҙым. Фәнис аптырай, Ҡыш бабай хатта Зилиәнең ҡайҙа ултырғанын да белгән, хәтәр икән был Ҡыш бабай, уға бит бер ҙә машина һалмаған, ти. Шунан үҙенсә һығымтаға килеп, ә, ҡыҙҙар рюкзагынан таныған инде Ҡыш бабай, тигән булды. Шундай күҙәтеүсән һәм сабыйҙарса сафлыҡ бар ине ул балаларҙа.
Яңы йыл кисәһендә клоун булып йөрөгән Фәнисте күҙ алдына килтерәм дә, көлкөм дә килә, уйланам да... Тик ул клоун булманы, Фәнис тәү ҡарашҡа ғына шулай шуҡ булғандыр, ә ул шаянлыҡ артында күпме һағыш, күпме һыҙланыуҙар ятҡанын ул үҙе генә белгәндер. Шуҡлығы уның, бәлки, битлеге-ҡабырсағылыр, эсендәге ысын кисерештәрен йәшерер өсөн. Тәү ҡарашҡа ҡурҡмаҫ һәм мәҙәк Үлмәҫбай- Василий Теркин кеүек күренһә лә, мин уны аса барған һайын уның оло йөрәкле ысын “мужик һәм брат” икәненә төшөнәсәкмен.
– Сентябрь айында батырлыҡтарын ишеттем. Был минең уҡыусым, тип ғорурландым. Ғәҙәти ябай ауыл малайы – шундай ҙур герой. Әле лә ғорурланам. Һуңғы тапҡыр 28 сентябрҙә күрештек. Һалдаттарҙы оҙатҡанда, халыҡ араһында күреп ҡалдым да, бара башланым. Әллә ҡайҙан танып ҡалып, Айһылыу апа, тип ҡосаҡлап алды. Балаҡайым, тағы китеп бараһың икән, иҫән-һау ғына йөрөп ҡайт инде, тинем. Фотоға төштөк. Үлгән хәбәрен ишетеп... ҡойолоп төштөм, бик ауыр булды. Әле лә ышанғым килмәй.
... Раббым, Аллам, ожмах ишеген ас,
Фәнис атлы изге балаға.
Күпме генә ғүмер йәшәп китте,
Оло даны ҡалды донъяға.
Раббым, доға ҡылып һорайым һинән,
Сабырлыҡ бир Фәриҙә апайға.
Шундай ҡыйыу батыр үҫтергән ул
Беҙҙең илгә, бөйөк Ватанға! – үҙе яҙған шиғырҙы уҡытыусы ҡалтыранып-ҡалтыранып китеп уҡыны.
– Эй, сабырлыҡтар бирһен Хоҙайым, – тип ҡуйҙы Мөнирә апай. Мин уның янына ултырам. Шулай уҡ яҡшылап танышам.
Мөнирә Муллаәхмәт ҡыҙы Саяпова. Бер йорт аша күршеһе.
– Олатаһы, өләсәһе менән ут күрше булып йәшәнек. Фәриҙә бәпәй алып ҡайтҡас, барыбыҙ ҙа мөғжизә көткәндәй һөйөндөк. Фәнисте беренсе булып мунсала үҙем йыуындырҙым.
Хәлил абзыйҙың ҡалын тауышы тағы ла һиҫкәндереп ебәрә:
– Тарихи ваҡиға был.
Апай дауам итә:
– Ҡыйыу бул, үткер бул, етеҙ бул, аталы-әсәйле бул, тәүфиҡлы бул, тип изге теләктәр менән йыуындырҙым. – Бер аҙ тынлыҡтан һуң: – Оҙон ғүмерле бул, тип тә теләгәнмендер. Әйткәнменде-ер, – тип һуҙҙы. – Хоҙайымдың амин тигән сағына тура килмәнеме? Әйләнә лә тулғана, әллә ниҙәр булды шул донъяға... Күҙ алдында үҫте. Беренсе бала булғас, янына йыш инә инек. Үҫә башлағас, беҙҙең балаларға эйәрә башланы. Уның тураһында нимә әйтергә инде, ысынлап та ҡыйыу, үткер, етеҙ, мөләйем, ауыҙы ябылмай ине инде. Ихлас ярҙамсыл ине, картуф алыу тиһеңме, бесән мәле булһынмы, көрәк йә һәнәк тотоп килә һалып етә. Үҙ балабыҙ кеүек булды инде беҙгә. Шуға бигерәк ауыр. Әрмегә бергә оҙаттыҡ.Ҡаршы алыуҙар...
– Ҡайҙа хеҙмәт иткән ул?
– Абхазияла Цхинвалиҙа хеҙмәт иткән, снайпер ине. – Ирҙәр тауышы тағы ла яңғырап китте. – Унан да дан менән ҡайтҡан ул. Туғыҙ класлы малайға кесе сержант званиеһын юҡҡа бирмәгәндәр инде ул. Әрменән ҡайтҡас СПТУ-ны бөтөрҙө. Характеристикаһы бик һәйбәт ине.
– Никахтарында булдыҡ, бер ваҡиға ла беҙҙе ситләп үтмәне. Бергә йәшәнек. Эй, йәшәүгә өмөтө ҙур ине. Өй ҙә ҡарайым, беренсеһе йәшлек хатаһы булдымы, яңынан кәләш алам, донъя көтәм, тигән ышанысы ҙур ине...
Мөнирә апай Фәнисте яратып күп һөйләне. Улар араһында хәтерҙә ҡалырҙай, киләсәктә егетте ҙур батырлыҡтарға алып килер бер һәләтен телгә алды: техника телен аңлауы:
– Уның бер иҫ киткес бер шауҡымы, тылсым көсө бар инеме икән, оҫталыҡмы, белмәйем, ул һис ҡуҙғалмаҫ тракторҙы ла көйләп, терелтеп алып китер ине. Матаймы ул, трактормы, машинамы, ултырып сыға ла китә ине. Техниканы ныҡ белде, һис тә аптыраманы. Ремонтларға булһа ла, телен белә, асҡысын таба ине. Колхозда комбайнда ла, тракторҙа ла эшләне.
Юҡтан ғына дошман БТР-ын йүгәнләмәгән икән, тигән уй үтә башымдан.
Хәлил абзый менән танышам. Егет тураһында нимә беләһең, һөйләйһеңме, ағай, тигәйнем, ул:
– Бында түгел, хәҙер МТМ-ға менгәс, унда булыр “мужской разговор”. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында түгел, – тигәс, һағайып киттем. Фәнис тураһында төрлө хәбәрҙәр йөрөнө, интернетта ла, былай ҙа: төрмәлә ултырған, шуға һуғышҡа ҡасҡан, герой исемен шуға бирмәйҙәр...
– Ярай, тим, ярай, ирҙәрсә һөйләшербеҙ.
Фәриҙә бушап тағы беҙҙең янға килеп ултырҙы. Телевизор тейешле каналдарға барып тоташты ахыры, унда йәнһүрәт башланды. Әминә менән Ынйы зәңгәр экранға уҡталды. Эй, сабый, диванға ултырып, бар донъяһын онотто. Беҙҙә – башҡа хәстәр, башҡа хәсрәттәр.
– Мин дә интернеттан, башҡа сығанаҡтарҙан Фәнис Хөсәйеновҡа ҡағылышлы яңылыҡтарҙы күҙәтеп барҙым. Уның фотоһына ҡарап, бындай нур һибеп торған ҡояштай ир һис тә үлмәҫ, уға пуля үҙе тейергә оялыр, тип фаразланым. Беҙҙең еңеүҙең, беҙҙең эштең хаҡлы икәнен аңғартҡан бер символ кеүек ине ул миңә, – тинем барыбыҙ ҙа тынысланғас.
– Беҙ ҙә ышанманыҡ. Уны уҡ алыр кеүек түгел ине. Ҡайтып кергәнсе ышанманыҡ, беребеҙ ҙә, – Мөнирә апай тағы тәҙрәгә ҡарап алды.
– Әллә ул булманы микән. Айһылыу Мөҙәрисовна менән әле фотоларын яҡынайтып ҡарап ултырҙыҡ. Миңе ул яҡта түгел кеүек. – Эй, әсә. Һаман ышана, һаман мөғжизә көтә.
– Беләгенә “Наилә” тип яҙылған, ныҡлап ҡараныҡ, тинеләр бит, – Мөнирә апай, ғәҙәттәгесә, тын ҡала алманы. Шулайҙыр ҙа бит, их, күрше апай, кешене һаман шул өмөт йәшәтә бит.
– Йөрәк яһап ҡатынының исемен яҙғайны. Яратышып ҡауышҡайнылар ҙа... Таныр өсөн билдә булып сыҡты.
Ысынлап та әрменән ҡайтҡас Наилә исемле ҡыҙ менән танышып, яратышып өйләнешәләр. Илмәк ауылында йәшәйҙәр. Әминә исемле ҡыҙҙары тыуа. Тик... юлдары айырыла йәштәрҙең, хәҙер ҡатын башҡа ирҙә. Мөнәсәбәттәре бик һәйбәт, Фәриҙә киленен яратып һөйләй: “Әни тип кенә тора. Шылтырата, хәлде белә. Әни, үҙеңде ҡара, һин миңә, Әминәгә кәрәкһең әле, тигән була. Йыназа ваҡытында өс көн бында булды. Йүнле йоҡо ла эләкмәне. Рөхсәт иткәс, иптәше һәйбәттер, тип ҡуйҙым инде”.
– Үҙем күрҙем, яурынында БРО??() билдәһе ҡара ябалаҡ төшөрөлгәйне, Фәриҙә, икеләнеп ултыраһы түгел, – Хәлил ағай шым ғына әйтеп ҡуйҙы.
Мөнирә апай Фәнисте күҙ алдына килтереп ултырҙымы:
– Ул ана шул ярғанат кеүек етеҙ булды. Ултырып һөйләшмәне, тик тора алмай торғайны. Беҙгә лә биш минутҡа ғына инеп сыҡты. Һәр саҡ ҡабаланды. Ғүмере ҡыҫҡа булырын тойғандыр, – тип ҡуйҙы.
– Йәне бигерәк тынғыһыҙ ине. Беҙҙә лә өҫтәл артында тыныс ҡына ултырып ашай алмай ине.
Үҙ-ара һөйләшеп, иҫкә алып ултырыу шулай ҙа күңелде тынысландыра ла икән. Фәриҙә апайҙың күҙҙәре бер сама янып киткәндәй булды. Юлдан килгәндәр, сәй эсерәйек әле, тип бер нисә тапҡыр ҡалҡынды. Сәйенә өлгөрөрбөҙ, тип туҡтатып ҡуям. Йәнле әңгәмәне һис тә туҡтатҡым килмәй, Фәнис хаҡында, киреһенсә, күберәк белгем килә.
– Видеоларын ҡарай инегеҙме?
– Тәүҙә миңә күрһәтмәнеләр ҙә. Һуңынан үҙе беренсе барыуынан ҡайтҡас ҡына, кемдер анау атышҡан видеоһын күрһәтте. Аллам, Хоҙайым, әллә ысынлап унда атышып ятаһығыҙмы, тинем аптырап. Юҡ, әнекәү, мин мультикта йөрөнөм, анекдот тыңлап шунда, тип көлә. – Әсә кеше, ниһайәт, йылмайып ебәргән булды. – Үҙе миңә видео-фәләндәрен күрһәтмәне. Бына шундай ерҙән иҫән ҡайттым, тине генә. Яу тураһында ла һөйләмәне. Мин дә алай һорашманым.
Мөнирә апайҙың да йөҙө теремекләнеп китте.
– Минең малай ҙа, Фәнистең әсәһенә күрһәтмә, тине. Ул БТР тигәнендә йөрөгәнен генә күрһәтте. Эсендә, бик майламағандар быны, майлап алаһы бар әле, тип ултыра ине. Ул БТР эсендә ултыра, уны төшөрәләр. Ҡурҡынысыраҡтарын күрһәтмәй ине. Бер “Жигули”ҙа китеп бара. Үҙе көйләп алғанмы инде уныһын. Унда ла машиналарҙы ремонтлап хитланған ҡый.
– Шуныһы үкенес, ҡотҡарған генералын төшөргән видеоһын юғалттым. Был баланы нисек таптың, ҡайҙан таптың, был бит кеше кеүек түгел, кеше-үрмәксе, тип шаҡ ҡатып илап ултыра инде ҡотҡарған генералы.
– Һеҙ уны күрҙегеҙме ни?
– Телефонымда бар ине. Видеола Фәнисте оҙатырға әҙерләнәләр ине унда. Үҙҙәренсә өҫтәл әҙерләгән булғандар.
– Генералдың исем-шәрифе билдәлеме ул?
– Кем генә белһен инде. Ана шул генералдың видеоһы бар ине. Хәҙер юҡ. Әллә Фәнис үҙе алып ташланы, әллә үҙем телефондың хәтере тулып киткәс таҙартҡанмын. Хәҙер үҙенең телефонын көтәбеҙ инде.
– Телефон, әйберҙәре ҡайтып етмәгән инде?
– Юҡ. Ҡайтып етерме инде. Паспорты ла юҡ әле.
Түҙмәне, юлдан килгән кешеләрҙе тотмайыҡ әле, һүҙ менән туйындырабыҙ әтеү, тип мейес артындағы бүленгән кухняға инеп китте Фәриҙә. Тиҙ үк өҫтәл әҙерләне. Беҙҙе саҡырҙы. Хәлил ағай тартырға сыҡты, уҡытыусы менән күрше, беҙ һуңынан ултырырбыҙ, тип беҙгә ҡамасауламаҫҡа булдылар. Тамаҡта – төйөр, ашарға дәрт булмаһа ла, ризыҡтан оло булып, әсә кешенең һүҙен йығып булмай. Эй, әсә кешенең наҙлы хәстәре, әсә ҡулынан яһалған сәй. Шунан да ҡәҙерле ни бар донъяла. Өҫтәл һыйҙан тулы ине. Фәнистең өсөн-етеһен уҡытҡан ризыҡтар ҙа булғандыр. Билмән ҡуя һалды. Фәнис ошо өҫтәл артына ултырып ашағандыр.
Сәй яһаған арала Әсә һөйләүен дауам итте.
– Әнекәү, мин юлда, тәмле ризыҡтарыңды бешереп әҙерләп тор, йәме, тип шылтырата улым. Манты, билмән, ҡыҫтыбый әҙерләйем. Фәнистең иң яратҡаны ҡыҫтыбый ине. Был ҡайтҡанында, әнекәү, ҡыҫтыбай ашағым килә, тине. Күҙенән йәштәр сығырҙай булып яратып ашаны шуны. Тиҙ бешерәһең, тәмле бешерәһең, иң тәмлеһе – һинеке, тип маҡтаған була. Әминә лә атаһы яратҡан әйберҙе ашай.
Әсә кеше асылды, һорау ҙа бирергә кәрәкмәй ине, сәй яһап, ҡыҫтап беҙҙе һыйлағанда ла рәхәтләнеп һөйләне. Мин уны туҡтатманым, тыңлап ҡына ултырҙым. Әйҙә, бушатһын эсендәге хәтирәләрен, шатлыҡ-һағыштарын.
– Калининградтан килделәр кисә, хәйер һалырға. Үҙе ҡайта алмаған, генералмын тигән, әниен ебәргән машина менән. Бында килде. Әсәһен фотоға төшөрөп ебәрегеҙ, тигән. Ул егет миңә бер кем дә түгел, уны мин хәрби кеше булараҡ бик хөрмәт итәм, сөнки ул – ысын батыр, тигән. Һәр генерал ундай сая һалдат алдында баш эйә, тигән. Бәлки, таныш та булғандарҙыр, кем белә. Минең менән төшкән фотоны ебәрҙеләр, ышандым, минең хәйерем барып еткән, тигән. Мысыр һынлы Мысырҙан хәйерҙәр ебәрҙеләр. Республиканың һәр төбәгенән хәбәрҙәр, йыуатыу һүҙҙәре килеп тора, бөтөнләй белмәгән-күрмәгән кешеләрҙән. Халҡыбыҙ миһырбанлы, берҙәм, тип уйлап ҡуям. Теге тарафтарҙан шайтан уйлылары ла булды. Унһыҙ ҙа булмаҫ, тим, донъяның кеме юҡ. Бөтә Рәсәйҙе данға күмеп китте бит. Әнкәәү, һин минең менән ғүмер буйы ғорурланырлыҡ итеп йәшәрмен, эшләрмен, тине икенсе киткәнендә.
– Халыҡ ныҡ яратты үҙен, лайыҡлы ярата, – тип һүҙен хуплайым әсәнең.
– Ул тыуғас та ҡырҡ көнөнә саҡлы иламаны ла. Имә лә йоҡлай, имә лә йоҡлай. Бер тапҡыр ползункийын бысратманы, шундай таҙа булды. Өс айға саҡлы аҡҡа ғына төрөп йөрөттөм. Иламаны, бала тауышы ишетке килә, ҡый, юрый әҙ генә семеткән кеүек төртөп алам, унда ла әҙ генә тауыш бирә лә бөттө. Фотоға төшөргәндә бер ныҡ ҡына семеттем, ауыҙҙары бөршәйеп дүртмөйөшләп китте, битендә һыҙыҡтар хасил булды, көлөп төшөрҙөм. Был бала илаған да икән, тип уйлаһындар, тинем.
Барҙаға килгәс, алтынсы синыфтарҙа иптәштәре кәмһеттеләр баламды. Башҡорт, тип үсектергәндәр инде. Милләте – башҡорт. Әнекәү, мин мәктәпкә бармайым, ти. Ниңә, улым? Барҙала миңә “башҡорт” тип әйтәләр, тей. Бер ҡайтты шулай, икенсегә кәйефһеҙ ҡайтты. Ҡайта ла сумкаһын алып ҡуя. Өсөнсө көн түҙә алманым, киттем мәктәпкә. Әнекәү, мин – егет кеше, барып тиргәшеп йөрөмә, тип ҡуйғайны ла, әсә йөрәге түҙәме һуң. Класына барып индем. Барса сыҡҡан йәнем менән өҫтәлгә килтереп һуҡтым. – Хәтәр булған үҙе лә. Батырҙың әсәһе лә шулай булырға тейештер ҙә, тип көлөмһөрәп ҡуям. – Класс етәксеһе баҫып тора ине. Тертләп киттеләр. “Һеҙ, балалар, ниндәй милләттән булаһығыҙ? Башҡорт, тип яҙылғанмы?”, – тим. Эйе, тиҙәр. Баҫтылар барыһы ла, ҡурҡтылар. Ниңә минең улымды кәмһетәһегеҙ? Ярай, башҡорт булһа ни булған, бер-берегеҙҙең телен аңлайһығыҙ бит, тим. Вот, шул көндән башлап минең малайҙы кәмһетеүсе булманы. Фәнис оялды инде, ҡайтҡас, ниңә, әни, килдең инде, ти. Һине һаҡларға килдем, улым, тинем. Мин үҙемде үҙем яҡлай ала инем, просто әле ят ерҙә булғас туҡтап торҙом, тигән була.
Класс етәксеһе лә аҡыллы ине, әниең килеп дөрөҫ эшләгән, миңә лә өндәшергә кәрәк ине, тигән. Улым, үҙемде лә, әсәйҙе лә һаҡлай алам, тигән. Үҙендә шундай ышаныс көсө бар ине уның.
Был һөйләгән ваҡиға тәрән уйға һалды мине. Шул ваҡытта әсәһе бармаһа, кем белә, үҫмер ҡағылып-һуғылып, рухы төшөп меҫкен булып йөрөр ине, бәлки. Нисек кенә әҙәпһеҙлек булһа ла, ваҡытында өҫтәлгә төшкән йоҙроҡтоң, һуңынан, кеше булаһыңмы, уҡыйһыңмы, тип башҡа төшкән туҡмаҡтан ун тапҡыр, йөҙ тапҡыр ҡәҙерлерәк тә, әһәмиәтлерәк тә.
– Һуңынан әйтә торғайны, әнеү, бына ысын йөрәктән әйтәм, һине обидаға не дам, тип. Алтынсы кластан уҡ әйтте, минең менән ғорурланып йәшәрһең, малай тапҡаныңа һөйөнөрһөң әле, тине.
Бәлки, әсәһенең ошо тәү ҡарашҡа сәйер аҙымы уға көс тә, дарман да биргәндер. Кем белә?! Беҙҙең холоҡ-фиғел ҡандан ғына түгел, үҫкән мөхиттән дә ярала бит. Эргәңдә ышаныслы, терәк кешең булғанда һин тормош елдәренә йығылмаҫыңды аңлап, белеп артабан атлайһың. Юҡҡа ғына Фәнис, эргәңдә ышаныслы ике дуҫың булырға тейеш, тип әйтмәй бит.
– Ауылда йәшәгәнендә, Фәнис сирләп китте, тиһәләр, төндә ишетһәм – төндә, таңда булһа – таңдан ҡайтырға сыға инем. Барҙа менән Ҡайпан араһы – 70 саҡрым. Һеңлеһе, Ынйы ҡыҙым – ауырыу бала, шуға ғүмереңде бирһен, әсәй, үҙеңде һаҡла, һин һеңлемә лә, миңә лә, минең ҡыҙыма ла кәрәкһең, тиер ине. Сирләһәм, ауыр кисерер ине. Тәү киткәнендә телефондан шылтырата, тауышың икенсе төрлө нишләптер, тигән була. Нормально, тим. Юҡ, улай түгел кеүек, хәҙер видеонан шылтыратам, ти, әллә балниста ятаһыңмы , тип борсолоп китте. Хәҙер шылтыратмаҫ инде...
– Түҙәһегеҙ инде, – тим. – Ваҡыт барыһын да яйлап алыр ҙа...
– Түҙәм инде. Ашап-эсеп ултырығыҙ әле.
Ул һөйләй, беҙ водителем Артур менән ашайбыҙ. Һыуһағайныҡ. Тереләр һыуһай шул...
– Мин әле лә көтәм уны. Сәскәләрен күтәреп, әнекәү, мин бында, тип ҡайтып инер кеүек. Өсөнсө көн һыуһап ултырҙым да сәй яһап йомороно (сынаяҡты ) ҡулыма тоттом шулай. Әней, миңә лә сәй яһа әле, ҡорһаҡ асты, ти өндә, ышанаһығыҙмы, ысынлап эргәмдә асыҡ ҡына ишетелде. Йөрәк ҡыҫып алды. Хәҙер, улым, тинем дә ҡалтыранырға керештем. “Тиҙ ярҙам” саҡырттыҡ. Ҡан баҫымым күтәрелгән. Башымды һиҙмәйем. Тынысландырыу дарыуы биргәс йоҡлап алдым. Әнекәү, илама, мин һинең менән, һинең яныңда, тине. Төшөмдәме, өнөмдәме – тағы асыҡ ҡына ишеттем. Шуға сабыр итергә тырышам! И, әле лә янымда торған кеүек. Илағанда ла ҡосаҡлаған кеүек, ҡый. Машинала йөрөйөм. Улым, бар өмөтөм – һин, юлдарымды асып тор, тип өндәшәм. Юлым уңған кеүек бына. Имен генә йөрөп ҡайттыҡ, әйҙә, инәйек, улым, сәй эсәйек, тип һөйләшеп йөрөйөм шулай эстән. Йоҡларға ятҡанда ла, тыныс йоҡо, улым, тим.
– Махсус операцияға барыр булғас, бик ҡаршы булғанһығыҙҙыр, – әсә кеше тағы ла илап ҡуймаһын тип башҡа темаға күсергә тырышам.
– Барма әле, тинем ноябрҙә ҡайтҡанында, аяғыңды бәреп һындырам да, тим. Йәнәһе, аяҡһыҙҙарҙы алмайҙар, тип уйлап әйтеүем инде. Мин – мужик, һеҙҙе һаҡларға тейеш, аяғым һынып диванда ятҡанда ла мин унда буласаҡмын, әсәй, тине. Хәҙер һуң инде.
“Диванда ятҡанда ла унда буласаҡмын” – хәтәр яуап бит. Ысын ир-азамат һүҙе. Ул белә: бер һыныҡ икмәкте бүлешкән, бер туҫтаҡтан ашаған, иленең данын, ватанының намыҫын яҡлаған яуҙаш егеттәре менән ул һәр саҡ бергә. Бөгөн дә! Рухы менән!
– Әнеү, итәк аҫтында ятһын өсөн таптыңмы, әллә һеҙҙе һаҡлаһын, ҡараһын өсөнмө, тип йыш ҡабатланы. Һин беҙҙе һаҡларлыҡ булһын, тип үҫтерҙем, тик иҫән ҡайтаһың, тинем. Ҡайтам, шулай ҙа ныҡ бул, тине. Әсә көнөнә өс көнгә ҡотларға ҡайтты. Клуб хеҙмәткәрҙәре аша сәхнәнән сәскәләр төшөрттө миңә. Мин үҙем илармын әтеү, тигән. Һуңынан кафела өҫтәл әҙерләгән. Шунда сығып күтәреп алып инде. – Әсәнең тауышы ҡалтырап китте. Илағы килде минең дә. Белгәндер инде улы ҡайтмаҫын. – Һуңғы тапҡыр Айҙар дуҫында ултырҙыҡ. Ул ваҡытта был йорт ҡышҡа ябыҡ ине. Әнекәү, илағың килә, ивет, илама, тигән булды. Үҙенең күҙҙәре һағышлы ине, үҙе бойоҡ ине барыбер, эсе яна ине. Бар йөрәгем менән тойоп ултырҙым.
– Һуңғы сәләме нимә булды Фәнистең?
– Әнкәү, тегендә инәбеҙ, һағынған һайын ошо йырҙы тыңла, тип “Һау бул, әсәйем” тигән яҙманы ебәрҙе. Шуны тыңлайбыҙ ҙа хәҙер...
Һау бул, әсәйем, миңә юлға иртән.
Сит яҡтарҙа нисек йәшәрмен икән?
Ҡайта алмаһам, берүк ғәфү ит,
Бында минең ғәйебем юҡ бит...
Фәнис былтыр 3 сентябрҙә “тел”, йәғни мөһим хәрби мәғлүмәттәр белгән кешене әсирлеккә алғанда танылыу яулағайны. Бындай заданиелар хәүефлелеге менән айырылып тора, сөнки дошман тылында разведчикҡа ярҙам итеүсе юҡ. Әммә Хөсәйеновҡа етәкселек юғары ышаныс бағлай һәм был ышанысты ул тулыһынса аҡлай. Бурысты үтәгәндә хәрби бәрелеш була, беҙҙең яугиргә БТР-ҙа ете кеше һөжүм итә. Фәнис уларҙың икеһен юҡ итә, береһен әсирлеккә ала, ҡалғандары ҡаса. Разведканан яугир йәйәүләп түгел, ә дошман БТР-ына ултырып ҡайта. 5 сентябрҙә Американың “Хаймарс” системалары Рәсәй отрядын утҡа тота. Хөсәйеновтың яҡташтарының береһе контузия ала, яралана. Яугир уны емереклектәр араһынан алып сығып, хәрби госпиталгә илтә. Йәнә бер тәүлектән беҙҙекеләр биләгән позицияларға ВСУ көстәре һөжүм итә. Бәрелештә генерал-майор яралана, Фәнис уны дошмандан тартып алынған БТР-ҙа госпиталгә алып килә. Ҡыйыулығы һәм зирәклеге өсөн Хөсәйенов “Сая Фәнис” ҡушаматын ала. Ул ысын халыҡ батырына әүерелә.
Рәсми баҫмаларҙа ошондай мәғлүмәт булды. Шул турала һәм башҡалар хаҡында беҙ ирҙәрсә һөйләшергә тип Хәлил ағай менән МТМ, йәғни гаражға күтәрелдек. Унда ике ир К150 тракторы аҫтына ятып, техниканы йүнәтеү эше менән мәжғүл. Тышта, һыуыҡта. Уларҙың береһе – Фәнистең яҡын дуҫы, бая әсәһе иҫкә алған, батырҙың кәүҙәһен алып ҡайтҡан Айҙар Камилйәнов ине. Яңы юлдашым уның менән таныштырғас, егет теләр-теләмәҫ кенә күреште, Хәлил ағайҙың, һыуыҡ, әйҙә машина эсенә инеп һөйләшәйек, тигәненә лә, кейем майлы, бысраҡ, тигән һылтау менән баш тартты. Һөйләшеү килеп сыҡмаҫ ахыры, тигәнерәк уй үтте.
Ысынлап та, беҙҙең һөйләшеү "ирҙәрсә" башланды. Айҙар үҙе лә – шәп ир, күренеп тора, ҡарашында саялыҡ һәм артыҡ етдилек сағыла. Беренсе өндәшеүенән үк тура һүҙлелеге күренде. Аҙаҡ уның, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, ауылда староста икәне лә асыҡланды.
– Фәнис иҫән саҡта ҡайҙа инегеҙ һуң? Үлгәнен көттөгөҙме ни? - беренсе һүҙе шул булды. – Батырлыҡтарын барыһы белде, унан һуң Фәнис ҡайтып та китте. Үҙен күреп һөйләшергә була лаһа. Үлгәс, һәр береһенең хәтеренә килеп төштө. Иҫән сағында ҡәҙерләргә ине уны.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин иғтибар биреп өлгөрмәнем, ҡайтҡанын да белмәй ҡалдым. – Ысынында ла шулай ине.
– Төп батырлығы беренсе барыуында булды. Бөтә донъя, интернет тулғайны... – тип мығырҙаны егет.
Элек, туҡһанынсы йылдарҙа, “Йәшлек”тә эшләгәндә, йәш саҡта, бындай материал, бындай герой булһа, сенсация артынан ҡыуған кеүек, иң беренселәрҙән булып урынға барып етеп, үҙ күҙҙәребеҙ менән күреп, кешеләр менән күрешеп яҙырға тырыша торғайныҡ та. Ә хәҙер интернетҡа һалышып тик ултырабыҙ шул. Унан кәрәкле мәғлүмәттәрҙе сүпләрбеҙ әле, тип...
– Шулай инде, күп журналистар бар тормошто телефон тәҙрәһенән ҡарап ҡына белә бит хәҙер, – тигән булдым. Шулай аҡландым. – Йәшерәк саҡ булһа, бәлки... Әле шул берәй әҙәби әҫәргә тотонмаһаммы, тип килеүем, яҙыусы булараҡ.
– Элек гәзиттән уҡып белә инек бар хәбәрҙе, нимәләр булғанды, кәрәкле яңылыҡты. Хәҙер ҡайҙа фейк, ҡайҙа ысыны – аңлауы ла ҡыйын. Брат хаҡында ғына ниндәй генә мәғлүмәт булманы. Үҙе иҫән саҡта үҙенән һорап булмай инеме ни? – ярһыған Айҙарҙың фекерендә иҫ киткес хаҡлыҡ бар.
Ысынында ла шулай бит, ысын яу хәтәр булған кеүек мәғлүмәт-ара һуғыш та ҡурҡыныс бөгөн. Үҙ халҡында Рәсәйгә ҡарата күрә алмаҫ хәлгә еткерер, нәфрәт уятыр өсөн ниндәй генә бысраҡ-ялған яҙмай ҙа күрһәтмәй көнбайыш илдәре. 2021 йылда үткән Өфөләге фольклориадала бик күп сит ил вәкилдәрен күреп һөйләшергә яҙғайны. Ул ваҡытта уҡ улар Рәсәйгә ҡурҡып, өркөп килгәйне лә, беҙҙәге ихласлыҡты күргәс... Әйтәйек, шул уҡ поляктар, беҙҙе ҡара дошман күргән поляктар ул саҡта һоҡланыуҙарын йәшермәй: “Һеҙҙең өҫтәлдәрегеҙ бай, ит күп ашайһығыҙ, шәп. Беҙҙә быныһына ҡытлыҡ, – тигәйне. – Рәсәйҙе беҙ бер хәйерсе ил тип уйланыҡ, беҙгә шулай өйрәттеләр”. Америка вәкилдәре бөтөнләй аптыратты: “Дөрөҫөн әйткәндә, беҙ ҡурҡып ҡына килдек. Беҙҙәге мәғлүмәт сығанаҡтары яҡтыртыу буйынса, һеҙҙә Төньяҡ Кореялағы кеүек диктат, тыйыу-ҡыйырһытыу йәғни “запреттар иле” тип күҙ алдына килтерҙек. Барыһы ла бер формала ғына йөрөй тип тә уйланыҡ. Бөтөнләй башҡа ил. Халыҡ һеҙҙә көләс һәм бәхетле. Ә бәхетте яһалма эшләп булмай”. Ошондай уҡ фекерҙе 2018 йылда Мәскәүгә футбол буйынса донъя чемпионатына килгән Англия (һәм улар ғына ла түгел) көйәрмәндәре лә әйткәйне: ”Беҙ Рәсәйҙе бер трущоба, бандиттар төбәге тип уйланыҡ. Унда бармағыҙ, үлтерерҙәр, тип тыйҙылар, ләкин беҙ килдек һәм... Рәсәйгә иҫ киткес оло һөйөү һәм ихтирам менән ҡайтабыҙ!”
Ташҡа яҙылған – юйылмай, тигән хәҡиҡәт беҙҙең ҡанға һеңгән, һәр мәғлүмәткә ышанып барабыҙ шуға ла. Ә айырым көстәр шуны оҫта файҙаланып, үҙенә кәрәкле яңылыҡты, мәҙәниәтте зиһенгә һеңдереп халыҡты бармаҡҡа бәйләнгән ҡурсаҡтар кеүек уйнатырға теләй. Беҙҙе лә шулай уйнатырға хыялланмайҙар инеме улар? Украина артына йәшенеп... Уйҙарым ситкә китте.
Айҙар менән һөйләшеүҙе икенсе юҫыҡҡа борорға теләп:
– Бергә үҫтегеҙме? – тип һорайым.
– Беҙҙең арттан үҫте инде ул. Олатаһында үҫте. Миңә килә торғайны.
Хәлил абзый ҡушыла:
– Бала саҡтан Айҙарға һыйынды. Мәғдән ағай оло, һикһәнде үткән аҡһаҡал, ул тыйманы. Фәнисте ғүмеренән былайыраҡ яратты.
– Ныҡ ярата ине, – Айҙар нығытып ҡуйҙы.
Бер көн Мәғдән ҡарт, Фәнистең олатаһы, Хәлил ағайға килгәндә: “Армияға ебәрәйек әле шул шуҡ малайҙы, ир булып ҡайтһын әйҙә. Һалдат һурпаһын эсеп, тормошто аңлап ҡайтһа, үлһәм дә үкенмәҫ инем”, – тигән. Уйлаһаң, һәр кем дә улай тип әйтә алмай бит, киреһенсә, күптәр ғәзиз балаһын армиянан ҡурсалап ҡалырға тырыша хәҙер. Тимәк, олатай арҡанан ғына һөйөп, теләгәнен ашатып, машина бүләк итеп, үҙенең дә, улының да күңеле булһын, тип кенә ултырмаған, тормошта юғалып ҡалмаһын өсөн, әйҙә, йөҙөп сыҡһын әле, тип, нужа йылғаһына ла “ырғытырға” ҡурҡмаған. Көслө рухлылар ихтыяры был.
– Тәртипһеҙ ине, тигәнерәк һүҙҙәр ҙә бар интернет селтәрендә, – тим. Ирҙәрсә һөйләшеүгә килгәс, быныһын һорамайса барыбер булдырмаҫ инем. – Ултырып сыҡҡан, тип тә яҙалар.
– Фәнис – ныҡ шуҡ егет, һис нигә ҡарап тормай ине. Һәр кемгә ярҙамға килергә әҙер, өндәш кенә. Кемһетелгәндәрҙе яҡларға тырышты. Шуға ла төрлө йоғонтоға тиҙ бирелер ине. Олатаһы менән торғанда, кис менән сығармай бит инде ҡарт, бүлмәһендә бер аҙ йоҡлаған булып ята, шунан карауатына мендәрҙәр һалып, одеал менән өҫтөн ҡаплай, әйтерһең, йоҡлап ята, үҙе тәҙрәнән сығып ҡаса ла беҙҙең янға килә. Шундай шуҡ егет инде ул. Аптырап ҡарап тормай һис тә.
Айҙарҙы бүлдереп Хәлил ағайҙың ҡалын тауышы яңғыраны, тәмәкеһен һурған арала ҡапыл ярһып өндәште. Һүҙҙәре ялҡын бәреп төтөндәре менән бергә килеп сыҡты.
– Мөнир , һин шуны аңла, “папенькин, маменькин сыночектар” ундай батырлыҡтар эшләй алмай. Алмай!
Айҙар сабыр ғына йылмайып ҡуйҙы ла, ағайҙың фекерен хупланы.
– Ата-әсәһенең итәгенә йәбешеп йөрөгән бала түгел инде Фәнис. Йөрәк бит һынауҙарҙа сыныға. Мәмәй булып йөрөһәң, артыңа тибәсәктәр. Ул үҙе бәхәс ҡуптармаһа ла, шул һуғыш уртаһына инеп китеп эләгә ине. Кешене яҡлаша, яҡын кешеһен кәмһетеүгә юл ҡуймай. Ышаныслы ине. Һин шундай, һин бындай, тимәне бер кемгә лә.
– Ул йөрөй-йөрөй ҡыҙыҡ ҡына хәбәр һалып ҡуя ине шул ҡай саҡ. Бер көн, уйлаһаң, тормош матур бит ул, эйе бит, Хәлил абый, тигән була. Ауырлыҡта үҫкәс, ауырлыҡтың нимә, кешенең кем икәнен, ғүмерҙең ҡәҙерен, тормоштоң әсе яғын да бик аңлай, белә ине ул. Шуға күрә яҡын кешеһен бик ҡаты яҡларға ынтылып торҙо. Кәмһетелгән, йәберләнгән кешене йәлләй, ҡыҙғана белде. Ҡарап тороуға бәләкәй генә булһа ла, хәтәр етеҙ ине ул. Осҡон ине.
– Эйе, осҡон ине, атылған уҡ ине, – Айҙар, Фәнисте күҙ алдына килтерҙеме, йылмайып ебәрҙе.
Айҙар ҙа бик көслө егет күренә. Ҡарашында ут бар. Артыҡ етди. Һуңынан һүҙгә-һүҙ бәйләнеп, асылып киткәндә лә, йылмайып ҡуйғанда ла, уның йөҙөндә лә, тотошонда ла ирҙәрсә ныҡлыҡ, ергә ныҡ баҫып торғанын аңлатҡан ҡәтғилек юғалманы.
Фәнис тәбиғәте менән бик әҙәпле була. Олатай-өләсәй тәрбиәһе уның күңеленә һеңгән: ололарҙы хөрмәт итә, ауыр һүҙ әйтмәй, һәр саҡ ярҙам итергә ынтылыу... былар тураһында мин бар сәйәхәтем буйына аңлай барам инде. Уның тағы ла иҫ киткес шәп сифаты була: кешене яҡшы-яманға айырмай, барыһын да тигеҙ күрә. Айҙар, кеше йоғонтоһона бирелә торғайны, тип ысҡындырҙы. Уныһы ла уның баяғы ҡояш кеүек ихлас булыуынан ул. Мин уның “Бәйләнештә”ге сәхифәһендәге яҙмаларын ҡарап ултырҙым. 2014 йылда үҫмер генә Фәнис тотошлайы менән “мужиктарса” фекерҙәр менән йәшәй: “Бер тапҡыр йәшәйбеҙ, ә нишләп ҡыйыуыраҡ булмаҫҡа”, “Эшләнең икән – ҡурҡма, ҡурҡһаң – эшләмә, эш үткәс – үкенмә!” ...
Ана шул ултырған енәйәте лә... Йә һуғышып, йә урлашып. Уныһы ла байыу уйынан, үтә кәрәк тигән һылтауҙан да түгел, аумаҡайлыҡтан, эйе, йә кеше артынан эйәреүҙән, йә шаярыу өсөн. Күҙ алдына килтерегеҙ әле, автомобиль эсенән магнитоланы һурып ал да эргәһендә торғанын ҡабырғаға һалып кит. Әлбиттә, әсе шаярыу, һуң кем генә йәш сағында “кәпәсе менән айҙы бәреп төшөрмәгән”…
– Мин үҙем – хәрби кеше. Армияла - өлкән лейтенантҡа тиклем, полицияла подполковник дәрәжәһенә тиклем еттем. Таныш офицерҙарым күп. Улар менән Фәнис һәм уның батырлыҡтары тураһында һөйләшәбеҙ ҙә, эйе, һуштары китеп аптырай, һоҡланалар тегеләр.
Хәлил абзый Фәнискә туған түгел. Бөгөн күптәр менән аралашҡанда шуны аңланым: ул ысын мәғәнәһендә уның остазы, фекерҙәше, арҡаһы, ныҡлы ышаныслы таяныр терәге булған. Хәлил Фәтҡулла улы Лотфуллин был турала бик әйтмәһә лә аңланым, һуңынан геройҙың яуға китеү мәлендә лә, ғөмүмән, тормошта һәр ҡырҡыу осоронда ла ул подполковникҡа таяна, уға бар кисерештәрен асырға мәжбүр була. Яңылышыраҡ киткән юлдарын төҙәтеүсе лә, аңлауымса, аралаусы ла булған. Хоҡуҡ һаҡлау системаһында эшләгәс, юлдарын, тәрбиә ысулдарын да белгәндер. Унан бигерәк, бөркөт бөркөткә ынтыла, затлы аҫылдарға ылыға бит. Ул йәһәттән Хәлил абзый затлы, аҡыллы ир-уҙамандарҙан. Өйҙә булғанда уҡ, бында түгел, мужиктар башҡа ерҙә һөйләшәбеҙ, тигән һүҙенән үк аңлап алғайным. Шуға ауыл ирҙәре лә татыу, берҙәм бында. Берәй эш атҡарһалар ҙа, проблема тыуып китһә лә, тиҙ генә бер-береһенә шылтыратып, йыйыла һалалар, хәл итәләр.
– Һоҡланмаҫлыҡ та түгел, – тип һүҙен дауам итә Хәлил Фәтҡулла улы. – Бер үҙең ,бына һин, Айҙар, БТР-ға һөжүм итә алыр инеңме?!
– Бер аҙна улар менән йәшәүен әйт әле, – Айҙар дуҫы йәнләнеп китте.
– Нисек йәшәп? Улар менән тигәнең, нимә, теге, дошмандар яғындамы? – күҙем дүрт була. Был турала беренсегә ишетеүем. Айҙар башын ҡалҡытып күҙҙәремә ҡарай.
– Инеп, бер аҙна улар менән... Окопта йәшәп ятҡан бит инде ул. Обстановка менән тәүҙә танышҡан шулай. Шунан ғына һөжүмгә күскән. Ул снайпер ғына түгел, разведчик та.
Мин Фәнисте күҙ алдына килтерәм, дөрөҫөрәге, килтерә лә алмайым. Харап таһа. Дошман араһында бер аҙна йәшәп ҡара әле. Бер аҙна. Дошмандар араһында. Хәт-тәр. Ни тиклем йөрәкле булырға кәрәк. Улар менән ултырып аша, йоҡла, тәмәке тарт – һәр минутта, һинең кем икәңде белеп, үлтерергә мөмкиндәр түгелме һуң? Йоҡлап ятҡанда иҙәндән сысҡан йүгереп үтеүенә һиҫкәнеп, һикереп килеп тораһың, ә бында... эргәңдә ҡара дошманың хырылдай. Иҫ киткес һығылмалы, әртис булырға ла кәрәк тәһә. Уның мөләйемлеге, һәр кем менән уртаҡ тел таба белеүе бына ҡайҙа кәрәк булған.
Аптырап ҡалдым! Бик ҡыҙыҡ булып китте. Киноларҙа йә китаптарҙа ғына күреп-уҡып белгән хәл бит. Уныһы ла Бөйөк Ватан һуғышы мәлендә. Һорауҙарымды автомат урынына яуҙырам.
– Нисек бара ул разведкаға, ҡурҡмай, ниндәй формала?
– Разведкаға китә яңғыҙы, мөһим задание менән. Уға планшетты табып алып ҡайтырға ҡушыла. Ә планшетта Фәнистәр фронтындағы һөжүмдең стратегик планы күрһәтелергә тейеш. – Хәлил ағай тағы тәмәке тоҡандыра. Ул арала Айҙар тотондо һөйләргә.
– Үлгән дошман һалдатының кейемен систереп кейеп ала ла, инеп китә бер үҙе. Унда йәшәп ята. Белә тегеләрҙәге хәл-торошто, пландарын аңларға тырыша. Планшетты табырға кәрәк. Өсөнсө көнөндә генә планшетты күреп ҡала бер офицер ҡулында. Артынан эйәреп барып, барыбер планшетты ҡулға төшөрә был.
– Аңлап етмәйем, ә нисек аралаша һуң улар менән?
– Һин, ауылдан сыҡҡан малай, русса ла белмәйһең, нисек йөрөнөң унда, тип Фәнистән көләм. Тәмәкең бөтһә, нисек һорайһың, тим. Эй, Хәлил абый, унда төрлөһө бар, ҡара тәнлеләре лә, улар үҙҙәре лә бер-береһен аңламайҙар бит. Кем менән һөйләшкәнен үҙҙәре лә белмәйҙәр иш, ти. Наемниктар бит инде. Тәмәке бөткәс былай итәм, ти, – һурып тартып төтөнөн күккә осорған хәрәкәт яһап күрһәтә, – тәмәке лә биреп китәләр миңә, тигән була. Эй, мәрхүм...
– Шунан БТР-ҙы алып сығамы был яҡҡа?
– Эйе, разведканан сыҡҡан ваҡытта була. БТР менән тегеләр сыға был яҡҡа. Уларҙың ҡайҙан килгәнен белгәс, Фәнис уларҙы ҡаршы ала. Шунан һөжүм итә, икәүһен оҙата, өсәүһе ҡаса, берәүҙе әсиргә ала, Фәнис БТР менән беҙҙең яҡҡа сыҡҡас, ангарҙарын шартлаталар. Шулайыраҡ һөйләне инде буғай, – Айҙар шулай тип ҡуйҙы.
– Һуңынан, алып сыҡҡан әсиренән, Фәнискә төртөп, ниңә уны окопта үлтермәнегеҙ? – тип һорайҙар икән дә, беҙ уның менән бергә һуғышабыҙ ҙаһа, ҡалай клевый егет, беҙҙең кеше тип уйланыҡ, тип әйтә ти. Интервью алғанында әйткән был һүҙҙәрен, ТВ-нан да күрһәткәндәр.
Айҙар хаҡлы, Фәнисте, иҫән Фәнисте минең дә бик күргем килә, һөйләшеп ултырғым килә. Их, ошо хәлдәрҙе үҙенән һөйләтеп ҡарар инем... Үҙе һөйләмәһә лә, “ишеттем инде, дошман менән бергә тәмәке тартып ултырғаныңда ниҙәр уйланың һин, брат?” - тип һорар инем. Ул йылмайып ҡуйыр ҙа Мостай Үлмәҫбайынса яуап бирер һымаҡ миңә. Һис зарланмайса, һәр нимәне уйлы көлкөгә һалып, былай тип һамаҡлар ине:
Ғәҙәт – ҡылыҡтың энеһе,
Бик ғәжәп бит ул ғәҙәт,
Һунар сыға һалыуыма
Шул ғәҙәт булды сәбәп.
Хазина ине уҙған төн:
Йондоҙло, айлы ине,
Дошманға тоҙаҡ һалырға
Бигерәк яйлы ине.
Күркәләнеп сығып киттем,
Ергә лә теймәй табан –
Әйтерһең, тыуған Уралға
Ҡунаҡҡа ҡайтып барам...
Яуҙа йөрөгәндә ауыр уйҙарға бирелмә, һуғыштамын, тип уйлама – был фекере уның, эйе, хаҡ һымаҡ.
– Фәнис үҙе һөйләнеме һеҙгә был хәлдәрҙе? Маҡтаныпмы, нисек? – һөйләшеү һәүетемсә ағымға төштө. Айҙарҙың баяғы, ҡаршы алғандағы, үпкәһе юғалды, йөҙө асылды. Хәлил ағай һалдаттарса ғорур баҫып, үҙенең мәртәһен белеп кенә һөйләүен дауам итте. Шуныһы ҡәҙерле: эскерһеҙ һәм асыҡ ине беҙҙең һөйләшеү, йәшереү ҙә, артыҡ шапырыныу ҙа юҡ.
– Ул бер нимә лә һөйләмәй ине.
– Абсолютно һөйләмәй ине.
– Нисек? Был хәлдәрҙе ҡайҙан беләһегеҙ әтеү? – мыйыҡ аҫтынан йылмаям.
– Беҙ шулай төпсөнөп, төпсөнөп, һорап-һорап ҡына яуап ала инек. Үҙе бер ни һөйләнмәне.
Хәлил ағай уйланып торҙо ла:
– Ашап, сәй эсеп ултырғанда бер-ике һүҙ әйтеп ҡуя. Һүҙ һорап кеҫәгә инмәҫ егет булһа ла, был темаға һүҙгә бик һаран ине. Мәғлүмәт бирмәй. Бер генә әйберҙе әйтте: беренсе снайперҙы атҡас та, Хәлил абый, винтовкаһын ҡарармын әле, тигән уй бар ине, ти. Снайперҙарын юҡ иттем дә, малайҙарға әйттем, һеҙ мине ҡаплағыҙ, мин тегенең винтовкаһын барып алып киләм, ҡарайыҡ әле, улар ниндәй ҡорал менән һуғыша икән. Барып алған, тикшергән.
Пулялар араһынан ятып та, шыуышып та, эйелә-боҫоп та йүгергән Фәнис күҙ алдына килә. Ниндәйҙер бер ҡоралды барып алыр өсөн ғүмереңде иҫ киткес ҡурҡыныс аҫтына ҡуй әле. Пулялар ямғыры – бер хәл, икенсе снайпер сәпәп тә ҡуйыуы бар ҙаһа. Һуңынан беҙҙең герой тегеләрҙең ҡоралы менән, моғайын да, тағы ла бер-икәүһен, үҙҙәре әйтмешләй, “снимать” иткәндер, үҙ ҡоралдарынан – үҙҙәренә үлем.
– Сәйер генә яңғырармы был һорауым, шул тиклем тәүәккәл Фәнискә һуғыш уйын кеүек күренгән шикелле. Теге компьютерҙар уйынында шаярған кеүек.
Бер аҙ тынлыҡ урынлашты. Беренсе булып Хәлил Фәтҡулла улы телгә килә.
– Белмәйем, юҡтыр. Уйын, тип... Ул яуҙаш дуҫтары, ир намыҫы өсөн ғүмерен бирергә лә риза ине. Илен, тыуған ерен ныҡ яратты. Уйын түгел. Һин бер нимә аңла, Мөнир, ярһыған бультерьер тоҡомло эттәрҙә, мәҫәлән, һуҡһаң да ауыртыу инстинкты юҡ, ә Фәнистә ҡурҡыу, ҡаушап төшөү холҡо булманы. Бөтөнләй юҡ ине.
“Бәйләнештә” тәге битендәге ул саҡтағы ун биш йәшлек Фәнистең тағы ике яҙыуы ялт итеп иҫемә төштө: “На колено только перед Богом” һәм “Лучше умру за братьев, чем буду жить без них”. Ошо һүҙҙәр уның ғүмерлек девизына әйләнгән.
– Ысынлап шулай, ҡурҡыу белмәҫ изге йән ине, – тип өҫтәп ҡуйҙы Айҙар.
– Ә беҙҙең яҡтағылар нисек ҡаршы ала уны? Ни тиһәң дә, дошмандар кейемендә? – Ҡыҙыҡһыныуым кәмемәй. Кәмемәйәсәк тә. Фәнисте аса барған һайын ул миңә ҡыҙығыраҡ була бара. Ҡәҙерлерәк тә.
Хәлил ағай гөрһөлдәтеп көлөп ебәргән булды:
– Тәмәке тартҡанда бер мәл нимә ти, инде үҙебеҙҙекеләргә сығып еткәйнем, ҡарайым, беҙҙең һалдат ҡаршыға сыҡты ла, “муха”ны (РПГ инде) күтәреп, миңә атырға тип сәбәләнә башланы. БТР-ға сығып баҫтым да аҡырам: “ Мин – Хаса-ан, я – Хаса-ан”. Тегеләр ишетмәйҙәр. Шунан ҡапыл танып ҡалдылар ҙа, ҡаршыға йүгерә башланылар, ти.
Минең ниңәлер күңелем тулып китте. Бер-береһен һығып-һығып ҡосаҡлашҡан һалдаттар күҙ алдына баҫа. Күҙҙәрендә – йәштәр, шатлыҡ һәм һоҡланыу сатҡылары. Фәнис ауыҙын йырып сабыр ғына йылмая. Эргәләрендә ғәйепле төҫ менән дошман БТР-ы гөрһөлдәп эшләп ултыра. Һуңынан уның ҡабырғаһында сатай-ботай хәрефтәр һәм төрлө төҫтәге буяу менән “Башҡортостан”, “Уфа”, “Татышлы” тигән яҙыуҙар хасил буласаҡ та дошмандың тимер аты хәҙер инде көбәген көнбайышҡа табан төбәйәсәк. Әлегә уның эсендә баяғы кәрәкле планшет һәм ҡулы бәйләнгән әсир-һалдат ята. Фәнис ирәүәнләп ергә, тыуған еренә һуҙылып ята ла күккә баға. Итеген сисеп ташлай, силғауын киптерергә үләндәр өҫтөнә элә... Ҡайтты әйләнеп Үлмәҫбай.
“Әсир, әсир. Хәҙер үҙеңде
Ҡунаҡҡа алып китәм,
Аҙаҡтан маҡтап йөрөрһөң:
“Башҡорт ҡунаҡсыл икән...”
Һөйләгәндең тамсыһы ла
Әкиәт түгел, туған.
Ана ул ята. Ә үҙем
Сылғау киптереп торам”.
Һуғышта ваҡлыҡтар юҡҡа сыға, тигәне дөрөҫ бит. Ғүмер генә мәлдәрҙән торған кеүек.
– “Хасан” – уның позывнойы инде. – Айҙар аңлата ла, өҫтәп ҡуя. –Бабай уны ике тапҡыр атып бәрә яҙҙым тей ине.
– Уныһы кем тағы?
– Беҙҙең яҡтыҡы, күрше ауылдан. Ул иҫән ҡайтты. Позывнойы “Бабай” инде.
“Хөсәйеновтың яҡташтарының береһе контузия ала, яралана. Яугир уны емереклектәр араһынан алып сығып, хәрби госпиталгә илтә”. Аңлауымса, яҡташтарының береһе ошо “Бабай” шикелле. Әңгәмә ҡороусы таныштарым әйтеүенсә, был “Бабай” Фәнис өсөн яҡташ ҡына түгел, өлкән хөрмәтле яуҙаш та булған. Разведкаға йыш ҡына ул оҙатҡан да, буғай. Арҡаһынан һыйпап, фатихаһын биреп. Бәлки, шуға ла һәр саҡ иҫән әйләнеп ҡайтҡандыр егетебеҙ. Һуңынан “Бабай” һөйләүенсә, яуҙа хәтәр хәлдәр булып тора инде. Сираттағы разведканан ҡайтып килә Фәнис.
Ангар артынан шым ғына тегеләр формаһында кемдер килә ятҡанын шәйләй “Бабай”. Автоматын төҙәп, тәтене ҡыҫтым тигәндә генә... “Бабай, бабай”, – тигән тауыш ишетелә.
“Тертләп киттем. Балаҡайым, үҙем атып бәрә яҙҙым даһа, бына саҡ ҡына тәтене ҡыҫаһы ғына ҡалды бит... Ҡосаҡлап илап ебәрҙем. Фәнис разведканан ҡайтмай тороп башҡаларҙы ла ашатмай инем. Һуңғы "сәйәхәт"енән ҡайтҡас, ҡосағыма килеп һыйынды ла, үлеп ҡорһағым асты, берәй нәмә ашат инде һин миңә, ти. Ашаны ла тағы үҙенең позицияһына йүгерҙе”, – тип һөйләр һуңынан Бабай.
“Бабай” менән был юлы күрешеп булманы. Ситкә эшкә киткән, тинеләр. Яҙған булһа, әгәр һөйләргә теләһә, әлбиттә, уның менән дә бер ирҙәрсә һөйләшеп ултырырбыҙ әле тип өмөт итәм. Үлеп-фәлән китһәм, Әминә балаҡайыма иҫәп асып, киләсәген хәстәрләгеҙ инде, тигән васыятын Бабайға әйтеп ҡуйған Фәнис. Фәриҙә был турала белә, тине Хәлил ағай.
Һөйләшеүҙең ауыр еренә килеп еттек.
– Үлемен нисек ишеттегеҙ? – тимен.
– Нисек тип, интернет... Берсә – тере, берсә – үлгән, тип төрлө хәбәрҙәр йөрөнө ләһә. Эйе, туранан-тура яҡташ егеттәр сығыуын сыҡҡандар ине ул... Барыбер ышанманыҡ инде. Пуля муйынынан үтә сығып киткән йә, ярсыҡлы граната шартлап, ярты башы менән ярты ҡулбашы юҡ, тиҙәр. Төрлө хәбәрҙәр булды, ышанманыҡ. Үҙебеҙ күрмәйенсә, – дуҫы башын ситкә бора, офоҡҡа ҡарай.
Декабрь аҙағынан ярты ай бар Башҡортостан Фәнис менән йәшәне. Яңы йыл осоро булһа ла, Тәтешле геройы онотолманы, уның иҫәнлегенә аяттар уҡылды, барыһы ла унан йылмайыулы сәләм көттө. Социаль селтәрҙәрҙә һәр төркөм, һәр кем уның һаулығы, тереме-юҡмы икәне хаҡында мәғлүмәт бирергә тырышты. Кешесә борсолоусылар, батырҙың яҙмышы менән ысын мәғәнәһендә янып-көйөүселәр күп ине. Әлбиттә, Фәнис исеме менән танылыу, лайк йыйырға ынтылыусылар ҙа аҙ булмағандыр. Аптырайһы түгел, хәҙер ҡайғы ла, шатлыҡ та һатыла бит, тауыштар, йөрәктәр менән дә, аҡсаға ла... Оҙаҡ көттөк рәсми мәғлүмәтте, ул ҡайғылы ине. Фәнистең артыҡ популяр булып китте, эйе, танылған йырсылар кеүек уның һәр аҙымы, һәр "йыры" иғтибар үҙәгендә ине. Танылыу буйынса сая егетебеҙ ҡайһы бер йырсыларҙы “хит-парад”та уҙып китте хатта, тик ҡулында гитара урынына – автомат, сәхнә урынына – БТР өҫтө ине... Һәр замандың үҙ йырсылары.
– Айҙар, һин алырға барҙыңмы?
– Эйе. Екатеринбург аэропортына йөк 200 килеп төштө. Ағас йәшниген емереп, цинк табуттың тәҙрәсегенән ҡарап, Фәнисме-юҡмы икәнен яҡшылап ҡарап, танып, алып ҡайттыҡ. Йәкшәмбе көнө сығып киттек, дүшәмбе ҡайттыҡ, шишәмбе ҡуйҙыҡ.
– Фәнис инеме?
– Эйе, үҙе ине. Оҙаҡ ятҡас, теүәл бер ай бит, ҡурҡҡайныҡ, йөҙө боҙолған, еҫ кергән, тип уйлағайныҡ та, бөтәһе лә һәйбәт ине. Танып була.
Хәлил ағай һүҙгә ҡушыла.
– Аллаһҡа шөкөр, бер тигән ҡайтҡан, йыуғанда иғтибарлап ҡараныҡ. Яурынындағы ГРУ-ның ҡара ябалаҡ эмблемаһы ла, "Наилә" тигән яҙыуы ла үҙ урынында ине...
– Йыуҙыҡ, тиһегеҙме?
– Беҙ уларҙы Өфөлә мәйетханала көтөп торҙоҡ. Шунда уҡ цинк табутты киҫкеләп, мәйетте йыуып, ысын мосолманса кәфенлеккә төрөп алып ҡайттыҡ.
– Яраһын күрҙегеҙ инде, снайпермы?..
– Эйе, йыуғанда ентекләп ҡараныҡ бит. Ташҡа үлсәйем, пуля эйәгенең осонан ғына сыйып үтә лә, шунда сигарет менән яндырған кеүек кенә эҙе бар, муйынынан инеп, һул яҡтан ҡалаҡ һөйәге аҫтынан килеп сыға мәрхүмдең...
Фәнистең ҡулында ҡатҡан ҡан эҙҙәре була. Күрәһең, үҙе аңғармай ҙа ҡалғандыр, ахыры, ниндәй серәкәй тешләне, тип эйәк, муйын тирәһен тотҡан булғандыр... һәм күккә баҡҡандыр.
Айҙар әйтеүенсә, ул көндө Фәнистән башҡа уның янында бер юғалтыу ҙа булмай. Позицияла, окопта уның бер үҙен генә... Барыһы ла иҫән. Янында яҡташтары ла булған. Ул бер ҡасан да башлығын баҫырып кейергә яратмай, баш осонда ғына йөрөтә... Әллә шуға ҡарап? Фәнис өсөн һунар хәтәр барҙы шул. Батырлыҡтарын күрһәтеп, бар донъяға шаулап, фото, видеоларын йыш ҡуйып, үҙебеҙ дошман снайперына “бына ул” тип төртөп күрһәтмәнекме, тип уйланам бөгөн. Уның башына тәүҙә – ете миллион, һуңынан 12 миллион доллар ҡуйғандар, тигән һүҙҙәр ҙә йөрөнө бит. Дошмандың бар армияһын мәсхәрәгә ҡалдырған Үлмәҫбайҙың башы бик кәрәк булғандыр уларға. Һунар булғандыр. Быны Фәнис үҙе лә аңлағандыр. Баяғы шул ҡурҡыу белмәҫ һәләтенә ышанғандыр ҙа...
Әллә үлемесле уҡ яңылыш килеп һуғылдымы уға? Фәнис миңә тереләй таныш булмаһа ла, видео-фотолар аша шул тиклем һөймәлекле булып күренде, пуля уны мәңге алмаҫ, ҡояштай яҡты егеткә тейергә оялыр кеүек ине.
– Беҙ ҙә шулай тип уйлағайныҡ, – тип ҡуйҙы Хәлил ағай. – Әжәл әшәке, мәрхәмәтһеҙ шул...
Үткән быуаттың туҡһанынсы йылдарында, “Йәшлек”тә эшләгәндә осорҙа, командировкала, Ҡариҙел районында 105 йәшлек бабай (исемен онотҡанмын, подшивканы ҡарап алырға кәрәк) менән осрашыу хәтерҙә ҡалған. Дөрөҫөрәге, уның Әжәл хаҡындағы бер фекере. Сыуаҡ ҡояшлы көн ине. Тәпәш кенә өйҙә икәү һөйләшеп ултырабыҙ, ҡарт һәм мин. Өҫтәлдә – икмәк, май, тәҙрәнән ҡояш баға. Сәйнүктә һыу ҡайнаған моңло ғына тауыш. Янымда быуат менән тиңдәш бабай, аҡ сәсле, аҡ мыйыҡлы һәм һәр һыры, йыйырсығы йылмайып, йырлап торған алсаҡ йөҙлө. Уның бар ҡыланышы, һөйләшеүе, хәрәкәте, йылмайыуы... һис тә туҡтатҡы килмәгән, мәңге тыңлап туймаҫ бер моң кеүек. Ул миңә сәй яһай. Мине бабай түгел, Быуат үҙе тәмле һый менән һыйлай.
– Ун һигеҙенсе йылдың йәйге ошондай аяҙ көнөндә (үткән быуат инде) өйөбөҙҙөң ишек алдында ҡыҙылдар командиры йығып һалып сыбыртҡыһы менән ярҙы. Уларҙың отрядына ҡушылмаған өсөн, – тип һөйләне 105 йәшлек ҡарт. – Саңланып бөткән битемә наганын терәне шунан. Әсәйем мөлдөрәп ҡарай, ауылдаштар ах итеп тора. Атам, тип тәтегә баҫырға ғына ҡалғанда, ауылдың икенсе осонда шау-шыу ҡупты. Былар барыһы ла йәһәт кенә атҡа атландылар ҙа шул яҡҡа саптылар. Ни тере, ни үле ятып ҡалдым... Тәтегә баҫып өлгөрә ине. Баҫманы. Үлем һуңынан да һәр ерҙә һәр саҡ һағаланы. Тик... минең әжәлем, башҡаларҙыҡы менән сағыштырғанда, миһырбанлыраҡтыр, күрәһең. Шуға ғүмерем оҙо-он булды.
Ана нисек, әжәлдең дә төрлөһө бар. Миһырбанлы әжәл. Ә 24 йәшлек Фәнистең әжәле күңелгә яра, һулҡыуҙан туҡтамаҫ яра булып ҡалды. Бер үк ваҡытта әшәке һәм мәғәнәһеҙ ҙә, икенсе яҡтан ил өсөн барған яуҙа мәңге данға күмер ҙә үлем. Фәнис кеүек донъяны, илеңде, тыуған ереңде яратып, йылмайып-көлөп йәшәр өсөн бер ғүмер етмәйҙер ҙә ул.
“Бәйләнештә”ге битендә 15 йәшлек Фәнис-үҫмерҙең яҙып ҡуйған тағы ике фекерен теркәйем әле ошо мәлдә:
“ – Брат.
– Әү.
– Бөгөн мин һуңғы көн йәшәйем, тиһәм, һин нимә тип яуап бирерһең икән?
– Иртәгә күрешербеҙ... күктәрҙә, брат!”
“Не в наших планах жить вечно – в наших планах жить достойно!”
Үҫмер сағынан алып бар күңеле, йөрәге менән, әйтерһең, ошо яуға, ошо данға, ошо ҡанлы үлемгә әҙерләнгән кеүек тә булып китә.
Хәлил ағайҙың тауышы һиҫкәндереп ебәрә.
– Нәфрәтле, ҡурҡытыу хаттары уның “Бәйләнештә”ге битендә лә күп булды. Беҙ һине табасаҡбыҙ, тип ҡурҡыттылар һәр саҡ. Теге яҡ, декабрь уртаһында уҡ, русский терминатор уничтожен, тип һөйөнөп яҙып сыҡты. Дошмандар уны терминатор тип йөрөткән. Терминатор тип әйтерлеге инде, сираҡ кеүек малай ул, 50-60 кило тартамы шунда, көлкө инде, тик йөрәге ун терминаторға торошло...
Фәнистең бер видеоһы бар. Яу барышында еңелсә йылмайып ултыра. Яҡында ғына нимәгәлер шап итеп пуля килеп тейә. Ҡурҡыныс. Фәнис, тыныс ҡына, иҫән ҡайтһам, башҡаса бармам инде, тип үҙен видеоға төшөрә...
Шул хаҡта иҫенә төшөрәм Айҙарҙың.
– Эйе, ҡайтҡас, булмай, бармамдыр, тигән кеүек һөйләнде. Мобилизация башланғас, үҙебеҙҙең яҡташтарҙы йыйғас, был егеттәрҙе нисек ташлап бында ҡалам инде мин, тине лә, уларға терәк булып китте инде.
Айҙарҙы бүлдереп Хәлил ағай һүҙгә ҡушылды.
– Өҫтәл артында ултырғанда, Хәлил абый, был юлы ҡайта алмам инде, ти. Ауыҙыңа һуғырмын, юҡты һөйләйһең, тинем. Бер аҙ тынысланғас, әйҙә военкоматҡа барабыҙ, һөйләшәбеҙ, бер тапҡыр барып ҡайттың бит инде, бурысыңды үтәнең, үҙеңде күрһәттең, тинем. Яҡташтарҙы ҡарарға кәрәк, ауыҙ асып, ас йөрөмәһендәр өсөн юлын өйрәтергә, тегеләр берәм-берәм сүпләп атып бөтөрмәһендәр өсөн әҙерәк һуғышырға өйрәтергә кәрәк, тип йылмайҙы. “Мин бармаһам...” Шулай тип китте. Улар миңә ышанып баралар, тине.
Мобилизация башланғас Фәнистең өйөнә кәңәш-төңәш итергә егеттәр күп килә. Һорашалар, нишләргә, нимәләр алырға кәрәк... Ғәҙәттәгесә, Фәнис уларҙың һәр береһенә ярҙам итергә ашыға. Бәлки, ҡайһы берҙәрен йәлләп тә ҡуйғандыр, ысын батыр бер ҡараштан кем менән яуға инеп, кемгә иң терәп була, ә кемде яҡларға, өйрәтергә кәрәк... шунан яңынан ҡулына ҡорал алыу уйы килгәндер ҙә.
– Ул ысын патриот ине. Был буш һүҙ түгел, ысынлап та ысын патриот ине, – Айҙар дуҫы хаҡында шулай тип ҡуйҙы.
Фәнистең баш етмәҫ батырлыҡтары хаҡында бар ғәм белә. Башҡортостан үҙ улы менән ысын мәғәнәһендә ғорурлана, һоҡлана. Тик уға һаман да Рәсәй Геройы исеме рәсми бирелмәгән.
– Ни өсөн һаман да герой исеме бирмәйҙәр икән егетебеҙгә? – тип һорайым. Айҙар:
– Судимость булған өсөн, тиҙәр. Военкомат миңә шулай тип аңлатты. Мәғәнәһеҙ шуҡлыҡтары өсөн йыл ярым ултырып сыҡты инде ул. Мөҙҙәте күберәк ине шикелле, иртәрәк сығарҙылар. Ҡайтҡас та Фәткулловичҡа килеп, мине ебәр әле, тине.
– Ҡайҙа? Аңламайым.
– Алда әйттем бит, мин полицияла эшләгәс, бар арыу егеттәр миңә килә ине, тип, – Хәлил Фәтҡулла улы көлөмһөрәп яуаплай. – Рәшәткә артынан шартлы һәм мөҙҙәтенән алда сыҡҡас, уға аҙна һайын милицияға барып теркәлергә кәрәк ине. Хәлил абый, мин ситкә эшкә китһәм, һин мине ҡаплай алаһыңмы, тине. – СВО -ға юлланыуҙы егеттәр үҙ-ара “ситкә эшкә китеү” тип йөрөтә. Ысын хәбәрҙе күптәрҙән, бигерәк тә ата-әсәләрҙән шулай йәшерер өсөн. – Уйлама, уныһы минең эш, иҫән йөрө, матур йөрө, тип икмәк ҡаптырып оҙаттыҡ.
Башҡортта шундай матур йола бар шул, әрме хеҙмәтенә йә ситкә оҙаҡҡа киткән егетте икмәк тешләтеп оҙаталар. Тешләнгән һыныҡ икмәк өйҙә һаҡлана, ҡатып та бөтә, тик хужаһының иҫән-һау йөрөп ҡайтырын, тағы ла бер умырып тешләр мәлен көтөп ята бирә ул.
– Законы ла ҡыҙыҡ инде, махсус операцияға китәм тигән егетте, юҡ, һинең “отметка”ға бараһың бар, тип туҡтаталар, көлкө инде. Махсус операция бара, теләге булғанды йыялар, ә улар... – йәне көйөп китте Айҙарҙың. Хәлил ағай һүҙен дауам итте:
– Фәнистең эше менән прокурорға хәтлем барып еттем. Бына Фәнистең танытмаһы, тим, обучался, присвоена квалификация снайпер, тигән. Телефонды асып фотоһын күрһәтәм: тулы экипировкала. Бына яуҙаш егеттәре менән тора. Ул ҡасып, һыра эсеп ятмай, ҡыҙҙар менән дә түгел. Ул, ҡулына ҡорал алып, илен, Рәсәйҙе һаҡлай. Ғүмерен дә аямай, тим. Шунан прокурор аңланы. Әтеү Бөтә Рәсәй розыскаһына биреп ята. “Отмечаться итмәгән” өсөн.
– Үлгәндән һуң, бәлки, бирерҙәр. Башлыҡ та, беҙҙең герой, тине бит. Уның Фәнис менән хушлашырға үҙе килеүе лә күп нәмә тураһында һөйләй бит.
Айҙарҙың Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың матәм сараһында ҡатнашыуын иҫкә алыуы. “Фәнис Хөсәйенов яугирҙәр сафына тәүгеләрҙән булып яҙыла, ҡыйыу һуғыша, яралана. Беҙ уның батырлыҡтарын беләбеҙ һәм һис ҡасан да онотмаҫбыҙ. Ныҡлы вәғәҙә бирәм: беҙ уны онотмаҫбыҙ. Ул – ысын герой. Район хакимиәтенән Фәнис Хөсәйеновтың исемен мәңгеләштереү сараһын күреүҙе һорайым. Тыныс йоҡла, батыр, мәңгелек дан һиңә!” – тигәйне Башлыҡ. Башҡортостан Башлығы ҡаһармандың әсәһенә – Фәриҙә апайға улының генерал Шайморатов орденын да тапшырғайны.
– Фәнис һеҙҙең өсөн бик ҡәҙерле булды инде...
Айҙар, ну, малай, дә-ә, тип уфтанып ҡуйҙы ла, уның өсөн үҙем китерҙәй булып ултырам, тине.
– Ауылдың бер йәме лә ундай кешеләр. Уның бар торошонан, тотошонан йәшәүгә йәм, ынтылыш сағыла ине. Ҡай саҡ асыуланып, хәҙер тап итһәм, берҙе тартам, тип киләм мин, эйеме, килеп сыға был, ауыҙы йырыҡ. – (Айҙар: “Яйлап, майлап ҡуя инде”, – тип һүҙ өҫтәп өлгөрә, дуҫын күҙ алдына килтереп). – Эй, Хәлил абый, тип килеп ҡосаҡлай. Ҡайҙа йөрөйһөң, һине эҙләп төшкәйнем, тип ебәрә. Бәлки, алдашалыр. Бар асыу юҡҡа сыға ла ҡуя. Уға һуғып та булмай, бер саф күңелле зат ине...
Ҡайтҡас та, әсәһенән һуң, иң тәүҙә миңә инә ине. Был да – әҙәптең бер төрө. Ҡатын, үҙемдең улым кеүек күрәм Фәнисте, шундай һәйбәт егет булыр икән, ти торғайны ла... Һуңғы ҡайтҡанында бысаҡ бүләк итте. Бик иҫтәлекле бысаҡ, афған, чечня һуғышында булған ҡорал... Тегендә хөрмәт йөҙөнән полковник уға бүләк иткән.
– Миңә лә буш ҡул менән килмәне. Рация, бысаҡ бүләк итте. Киткәндә Тәтешлелә күтәреп болғаған Рәсәй флагын миңә ҡалдырҙы. Һаҡлаясаҡмын.
Хәлил ағай рухланып бөтөнләй тарих төптәренә төшөп китте.
– Беҙҙең ауыл Ҡайпандарҙың төп төбәге ул. – Районда өс Ҡайпан ауылы бар. Ҡайпан-танып ырыуы башҡорттарының ере, тип яҙылған тарих китаптарына. – Был тарихи урын. 1773 – 1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышына Салауат Юлаев отрядына Алладин Биктуғанов тигән мулла ауылдан үҙе менән 100 кеше алып китә. Аҙаҡ Салауаттарға ҡушылғас Пугачев полковнигы ла булып китә ул. Берҙәм була бында халыҡ, аҫыл зат һүҙенә эйәрә. Бөйөк Ватан һуғышына ошо бәләкәй генә ауылдан 175 ир-егет китә, уларҙың 74-е генә әйләнеп ҡайта.
– Электән яугирҙәр ауылы булған, – Айҙар көлөмһөрәй. – Ҡайпан тиһәң, һуғыш суҡмарҙары ауылы, тип тә ебәрәләр. Беҙгә бер кем дә һуғышырға ла килмәй, ҡурҡалар. Берҙәм беҙ!
Хәлил Фәтҡулла улының ер тетрәтер тауышы яңғырай:
– Фәнистең батыр, ҡаһарман булыуы Ҡайпан һыуынан, һауаһынан, еренән ул. Белегеҙ шуны!
1700 йылдар башында әлеге Ҡайпан төбәгенән егерме саҡрым ситтә, ҡара урман эсендә, килмешәктәр ауыл нигеҙләп йорттар һала башлай. Ҡайпандар белеп ҡалалар ҙа рөхсәтһеҙ эш ҡылғандары өсөн килмешәктәрҙең барыһын да һуйып сығалар. Был хәл тарихта бар. Бер әбей менән бер бала ғына йәйгеһен ҡапланған сана аҫтында йәшенеп ҡотолоп ҡалалар. Ҡайпандар ҡайтыр юлда аҙашмаҫ өсөн ағастарға юнып билдә ҡуйып барған була, һуңынан шуның буйынса быларҙың эҙҙәренә төшәләр. Ҡайпан ауылы кешеләре икәнен белеп килмешәктәр ауылды яндыралар. Ауыл ике ҡабат яндырыла. “Барыбер ауылыбыҙ бөтмәй, яңынан аяҡҡа баҫа, ерен дә бирмәй. Барҙағаса бар ерҙәр Ҡайпан ҡарттыҡы була. Ул ныҡ тота”, – тип һөйләне үҙ ерен яратҡан, тарихын да белгән, хөрмәт иткән уҙаман Хәлил Фәтҡулла улы Лотфуллин.
Был ҡанһыҙ ваҡиғаны, бәлки, теркәмәҫкә лә кәрәк булғандыр миңә. Ләкин был – тарих, ерең, илең өсөн көрәш, ул эҙһеҙ үтмәй, һәр заманда үҙ тауышын белдереп торасаҡ. Һәр һуйыш, һәр һуғыш ҡорбанһыҙ ҙа, шәһиттәрһеҙ ҙә булмай, киләсәк хаҡына, дөрөҫлөк хаҡына! “Был беҙҙеке: Ер ҙә, Күк тә, әлмисаҡтан алып мәңгелеккә беҙҙеке!” тигән хаҡлыҡ тантана итеү хаҡына! Дошман менән ҡаты һәм аяуһыҙ булмаһаң, улар һинең ереңде генә түгел, динеңде лә, күңелеңде лә тартып алып, үҙенеке итәсәк. Бөгөн Көнбайыштан килгән яу шуны күрһәтте түгелме һуң? “Иреклек”, “демократия” тигән һүҙҙәр артында йәшенгән ғүмерҙә беҙ белмәгән оятһыҙлыҡтар, киреһенсә, рухи һәм күңел бығауҙары алып килде. Был бығау ҡулдарыбыҙҙы ғына түгел, аңыбыҙҙы ҡыҫа ине. Һәм ул мәңге бөтмәҫ бер язаға әүерелеп, бар булмышыбыҙҙы ағыулай торғандыр. Тиҙ генә ҡотола ла алмабыҙҙыр, кем әйтмешләй, “фастфудтары-бушботтары бөтөрҙө тауығымды, сериалдар-порнолары үлтерҙе зауығымды”. Сик кәрәк ине күптән. Көнбайышта илебеҙҙең иҫ киткес данлы һәм шанлы тарихи ваҡиғаларҙы үҙ яғына бороп, боҙоп күрһәтеүҙәр ғәҙәти хәлгә әйләнеүе бер эсте бошорһа, Рәмиҙең “Табыныу” поэмаһындағы
“Күҙҙе асҡан тәүге китаптарым,
Ниңә һеҙҙе, ҡулдан тартып алып,
Урта быуат уттарына һалып,
Яндырҙылар, һәләк иттеләр?” – тигән кеүек, Рәсәйгә ҡарата нәфрәт, күрә алмаусанлыҡ уятырға теләп, Пушкин, Толстой, Достоевский, Чайковский кеүек даһиҙарҙың китаптарын, әҫәрҙәрен юҡҡа сығарыуға барып етеүҙәрен камил кешелек мәңге кисерәсәк түгел. Ҡаршылыҡтар бәрелешен, хаҡ менән нахаҡтың көрәшен ситтән генә күҙәтеп йәшәү осоро үтте.
“Донъя күләмендәге психоз ниңә көсәйгәндән-көсәйә бара? Был һорауҙар мине, мине генә түгел, бик күптәрҙе көндән-көн нығыраҡ борсой. Элек мосолмандың мосолманға ҡаршы сығыуы оло гонаһ һаналған. Бөгөнгө мосолман донъяһындағы ҡан-ҡойош, һуйыш-үлтереш һымаҡ һәләкәттәрҙе тарих белмәй. Бер мәмләкәт, бер халыҡ эсендә һуғыштар бара, илдәр тарҡала, дәүләт етәкселәрен — Саддам Хөсәйен, Ҡаддафи һымаҡ донъяға танылған тарихи шәхестәрҙе аҫалар, аталар, үлек кәүҙәләрен мәсхәрәләп, витринаға элеп ҡуялар.
Цивилизациялы Европаның үҙендә ниндәй емерткес эштәр башҡарыла! Югославия тарҡатылды, тереләй туралды, ил юлбашсылары, нахаҡҡа ғәйепләнеп, хөкөмгә тарттырылды.
Бындай фажиғәле ваҡиғалар бөгөн Рәсәй сиктәренә лә килеп етте. Гүзәл Киевтың үҙәге ҡанлы Майҙанға әйләнде, илдәге власты ҡулға алған ҡораллы йыртҡыс майҙансыларҙың янъялдары арҡаһында Украина дәүләтселегенең киләсәгенә ҙур ҡурҡыныс янай.
Яңыраҡ бер иптәшем шылтырата, “Көндәлектәр”ҙең икенсе томының 346-сы битен асып ҡара әле, ти. 2004 йылдың 19 декабрендә унда ошондай һүҙҙәр яҙғанмын икән: “Украиналағы хәлдәр, уның икегә тарҡалыу ҡурҡынысы, Рәсәйҙең киләсәк яҙмышы мине ныҡ уйландыра. Украина бүлгеләнһә, Рәсәйҙе лә төрлө яҡҡа йолҡҡолай башлаясаҡтар. Ә берҙәм Рәсәй булмаһа, Башҡортостанды йоторға әҙер торалар. Рәсәйһеҙ Башҡортостандың киләсәге хәүефле”, – 2014 йылда уҡ халыҡ шағиры Рауил Бикбай шулай тип яҙа. Тимәк, бөгөнгө хәлдәр тиҫтә-тиҫтә йылдар килә. Түҙгәнбеҙ. Махсус операция, бәлки, иртәрәк тә кәрәк булғандыр...
Үҫкән саҡта олатай-өләсәйҙәр, атай-әсәйҙәр беҙҙе һөйөп яратҡанда ла, өгөт-нәсихәт уҡығанда ла, йә берәй сәбәп сығып изге теләктәрен еткергәндә лә һәр саҡ тиерлек, тик һуғыш булмаһын, балалар, күк йөҙө аяҙ булһын, тип теләй торғайнылар. Ул теләкте ысынға ла алманыҡ, өйрәнеш буйынса элекке йырҙарын һуҙалар инде, тип ҡул һелтәп ҡараныҡ. Беҙ – һуғыш күрмәй үҫкән быуын, ядро, атом заманында кем автомат күтәреп һуғышып йөрөһөн, юҡ-бар менән баш ҡатыралар, тигәнерәк вайымһыҙ уйҙар менән йәшәгәнбеҙ. Ул беҙҙе һәр саҡ һағалап торған икән, баҡһаң.
– Хәлил ағай, беҙҙең быуында һуғыш булыр тип ғүмерҙә лә уйламағанһыңдыр, ивет? – тим, был ир-азаматтар күңелемә яҡын була бара, була бара. Элекке хәрби кеше оҙаҡ ҡына уйланып торҙо.
– Һәр быуын үҙ һуғышын күрмәй үтмәйҙер, тигән ҡарттарҙың әйткән һүҙе бар. Хаҡтыр, күрәһең. Ир-егеттәребеҙ иҫән-һау ғына әйләнеп ҡайтһын инде, тип теләргә ҡала. Беҙ һаҡламаһаҡ ғәзиз Ватанды, яттармы ни ҡурсалар?!
“Үҙ һуғышы” тигәне , бәлки, мотлаҡ ул теге мылтыҡ, пушкалар тауышы булыуҙы ла аңлатмайҙыр, тормош тирмәне әйләнә бит, рухһыҙлыҡ, битарафһыҙлыҡ менән асыш-табыштар көрәше, рух менән нәфсе алышы, байҙар менән ярлылар, ғәҙелһеҙлек менән тоғролоҡ һуғышы һәр заманда, һәр осорҙа зиһенде тарҡата, күңелде иләкләтә. Дары еҫе түгел, икмәк еҫе еҫкәп йәшәгеләр килә лә бит, тик ил, ватандан да ҡәҙерлерәк төшөнсә юҡ. Уға ҡурҡыныс янай икән – алға, яуға!
– Мобилизация, Айҙар, һиңә лә ҡағылырға мөмкин, – тим. Утыҙҙы уҙған ир сая ҡарашы менән өтөп алды:
– Ил саҡырһа, барабыҙ. Бында икеләнеп тораһы түгел. Юрған аҫтында йәшенеп ҡалмаясаҡбыҙ. Ҡулда Фәнис тапшырған Рәсәй флагы бар, борсолмағыҙ, тап төшөрмәбеҙ.
Айҙар менән хушлашып, зыяратҡа юлланабыҙ. Фәнистең ҡәбере сәскә-веноктарға күмелгән. Тынлыҡ. Иҫ киткес тынлыҡ. Күк йөҙө сатнап китерлек дәрәжәлә зәп-зәңгәр. Батыр рухына белгән аяттарымды уҡыйым. Урының йәннәттә булһын, Фәнис!
Ҡайтыр юлымда Фәнистең яҡты йөҙөн, ғәзиз һынын, рухи булмышын, нур һәм ялҡын бөркөп торған йөрәген күҙ алдына килтерергә тырыштым. Ошо йөрәк аҡыллы күңелдәргә һәм данлы илебеҙгә күпме йыр, күпме өмөт ҡалдырып китте. Батырлығы уның башҡаларға ышаныс бирер, күңелдә лә, ил тарихында ла һәйкәлгә әйләнер.
Мөнир Ҡунафин.