Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Эшҡыуарҙарҙан аноним һорау алынған

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан Конкурентлыҡ сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты 2023 йылдың I кварталына (эшҡыуарҙар араһында ондайн-һорау алыу ойошторолғайны) йомғаҡ яһаған. Унда 91 респондент ҡатнашҡан. – Анкета һорауҙарына яуап алыуҙың маҡсаты – төбәктә эшҡыуарҙарҙың һатып алыуҙар (закупки) ойоштороуға ҡәнәғәт булыуы-булмауын, эш барышында кәртәләрҙең барлығын йәки юҡлығын белеү-асыҡлау – тип һөйләй Башҡортостан Конкурентлыҡ сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Гөлшат Арыҫланова. Әйткәндәй, 2023 йылдың I кварталында һорау алыу яңы форматта ойошторолған. Эшҡыуарҙар аноним рәүештә һорауҙарға яуап биргән, үҙ сиратында, унда кешеләр күп ҡатнашҡан. Анкета тикшереүҙәре шуны күрһәткән – эшҡыуарҙарҙың 63 проценты һатып алыуҙарҙа ҡатнашҡан, ә респонденттарҙың 87 проценты һатып алыуҙарҙың асыҡлығына ҡәнәғәт булыуын белдергән. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.