Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдереүенсә, 2023 йылда «Мин яратам һине, тормош!» республика фестивале бәләкәй ватан өсөн Файҙалы эштәр йылына арнала. - Фестиваль «көмөш быуын» үҙешмәкәр артистары араһында иң популяр ваҡиғаларҙың береһе генә түгел, иң кәрәклеләре лә булып тора, тип ҡыйыу рәүештә раҫларға мөмкин, сөнки өлкән быуын кешеләренең ижади потенциалын асыуға, уларҙың социаль-әүҙем ролен күтәреүгә хеҙмәт итә. 2023 йылда яратып өлгөргән фестивалде тыуған төйәгебеҙ өсөн Файҙалы эштәр йылына бағышларға ҡарар ителде, -тигән ине үҙ сығышында Ленара Иванова. Бөгөн Сибай ҡалаһының Балалар ижад йортонда муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәрендә зона буйынса үткән конкурста иң лайыҡлы тип һаналған сығыштар жюри хөкөмөнә тәҡдим ителә. Сығыштарҙы Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Нәзифә Кадирова, Рәсәй
«Мин яратам һине, тормош!» республика фестивале гөрләй
11 апреля 202311 апр 2023
1 мин