Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Хужам ҡайтҡан!"

Ирек исемле егет махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Әле ул ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. Ғафури егетен туғандары ғына түгел, йорт хайуандары ла бик һағынып көткән икән. Был турала видеояҙма ла бар. Күренеүенсә, иң тәүҙә яугир янына Спортик ҡушаматлы бесәйе йүгереп килә. Ирек уны ҡулына алып яратып ала. Ә быны күреп торған эте Черныш урынында тороп сыҙай алмай башлай. Бәйле булғас, ул хужаһы янына килә алмай шул. Ирек уның да янына килгәс, эте уны ҡосаҡлап тигәндәй ала. Шулай тоғро йәнлектәр хужаһын әллә күпме булһа ла көтөргә әҙер. Яугиргә тиҙерәк еңеү менән бөтөнләйгә өйөнә ҡайтыуын теләйбеҙ. Фото: видеонан скрин-шот.