11 апрелдә Башҡортостан Башлығының гранттар фонды 2023 йылда дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары конкурсында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итә башланы. Конкурс мәҙәниәт, мәғариф, фән, киң мәғлүмәт саралары, йәштәр сәйәсәте һәм спорт өлкәләрендә Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм төбәктә йәшәгән халыҡтарҙың телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән, шуға күрә унда республика биләмәһендә теркәлгән коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, шулай уҡ, әгәр уларҙың проекттары Башҡортостандан ситтә башҡорт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән булһа, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ҡатнаша ала. Бер проектты финанслау өс миллион һумдан артмаҫҡа тейеш. Конкурсҡа ғаризалар 2023 йылдың 10 майына тиклем урындағы ваҡыт менән 17.00 сәғәткәсә ҡабул ителә. Былтыр был йүнәлеш буйынса 28 проект еңеүсе булған. Уларҙың 8-е Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә тормошҡа ашырыла һәм башҡорт телен, башҡ