Тыумышым менән Башҡортостанданмын. Ҡазан кешеһенә кейәүгә сыҡтым. Тормошобоҙ ал да гөл ине. Ғаилә бизнесын булдырҙыҡ. Бер ҡасан да аҡсаға интекмәнек, етеш йәшәнек. Ҡыҙғаныс, ысын байлыҡтың аҡсала түгел икәнен һуңыраҡ аңланым. Бизнесыбыҙ сауҙа менән бәйле ине. Кеше талап байыманыҡ. Барыһын да үҙ көсөбөҙ менән булдырҙыҡ. Ваҡытында ауыр сумкалар күтәрергә, һалҡында оҙаҡ ваҡыт урамда тороп туңырға ла тура килде. Әкренләп күтәрелдек, тора-бара барыһы ла яйланды. Ҡазан ҡалаһы ситендә ике ҡатлы коттедж һалдыҡ. Ике балабыҙҙы аяҡҡа баҫтырҙыҡ. Улар сит илдә уҡыны. Балаларға фатир алып бирҙек. Һәр беребеҙ яҡшы машиналарҙа йөрөнө. Йылына ике тапҡыр диңгеҙгә ял итергә барыу беҙҙең өсөн ғәҙәти хәл ине. Инде хаҡлы ялға сығам тип хыялланып йөрөгәндә барыһының да аҫты өҫкә килде. Бик ҡаты ауырып киттем. Башта, уҙыр әле тип, табипҡа күренмәнем. Һуңыраҡ миндә яман шеш барлығы асыҡланды. Табиптар: “Өмөт юҡ, һуңға ҡалғанһығыҙ”, – тине. Бына шул саҡта күҙҙәрем асылды да инде. Сәләмәтлек булмағас, мал-мөлкәт