Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, кисә киске 17.22 минутта Кушнаренко районының Ҡалтай ауылындағы йортта янғын сығыуы тураһында хәбәр килә. Ваҡиға урынына тиҙ арала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәре һәм саралары, башҡа ашығыс хеҙмәттәр ебәрелә. “Ҡотҡарыусылар килгәс, 8х10 метр ҙурлығындағы кирбес йортта янғын сығыуы асыҡланған. Үкенескә күрә, был юлы ла янғын ҡорбанһыҙ үтмәгән, утты һүндергән саҡта 1966 йылғы ирҙең кәүҙәһе табылған”, - тип хәбәр итә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. 18 сәғәт 53 минутта янғын тулыһынса һүндерелгән. “Ҡыҙыл әтәс”те ауыҙлыҡлауға бөтәһе 8 кеше һәм 3 берәмек техника йәлеп ителгән. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтиш-оператив төркөмө һәм дознавателе алдында янғын сәбәптәрен асыҡлау бурысы тора. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы граждандарҙы ут менән һаҡ булырға, боҙоҡ электр ҡорамалдарын, мейесте ҡулланмаҫҡа, балаларҙы һәм яңғыҙ йәшәгән өлкәндәрҙе ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа кәңәш итә. Әгәр көтөлмәгән хәл килеп тыуһа, "101" һәм "112" телефондарына шылтыратып, ярҙам саҡырығыҙ. Фото: "Башинформ".