Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә район йәмәғәтселеге ауыр юғалтыу кисереүе хаҡында яҙған. "96-сы йәшендә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, хеҙмәт ветераны Фёдор Иванович Баскаков вафат булды. Фёдор Иванович 1927 йылдың 24 сентябрендә Йылайыр районының Ново-Никольское ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағандан һуң 1944 йылдың ноябрендә Ватанды һаҡларға юлланған. Карелия һәм Алыҫ Көнсығыш фронттарында һуғышҡан, гвардия старшинаһы званиеһын алған. Тыныс тормошта ла яугир һынатмаған. Ейәнсура районында хәрби комиссариатта, ДОСААФ-та, янғын һүндереү хеҙмәтендә эшләгән. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, үҙен һәр ваҡыт тырыш һәм намыҫлы кеше итеп күрһәтте. Хәләл ефете Ксения Михайловна менән өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Уларҙың ғаиләһе һәр саҡ татыу, ҡунаҡсыл ишектәре барыһы өсөн дә асыҡ ине. Фёдор Иванович, бик изге күңелле, йомарт һәм асыҡ кеше, яҡындарын бүләктәр менән ҡыуандырырға яратты, дуҫтары күп булды. Оҙон һәм бәхетле ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем оптимистик рухлы кеше булып хәтерҙә ҡалды", -тип яҙған Дәмин Юланов. Йәнегеҙ йәннәттә булһын, хөрмәтле ветеран! Фото һәм сығанаҡ: Дәмин Юлановтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.