Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге яҙмаһында алда торған мөһим бурыстарҙы билдәләгән. "Беҙҙең туғандарыбыҙ алғы һыҙыҡтағы яугирҙәргә ярҙамлашырға ҡарар ҡабул итте. Улар доброволецтар батальондарын төҙөй башланы һәм беҙгә ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Әлбиттә, уларға ярҙам күрһәтәсәкбеҙ. Элеккесә республика техника һәм хәрби кейем менән тәьмин итеүгә сығымдарҙы үҙ өҫтөнә ала. Үҙ ирке менән китеүсе хәрбиҙәргә лә Башҡортостандың башҡа батальондарында ҡатнашҡандарҙыҡы кеүек түләүҙәр ҡаралған. Уларға һәм уларҙың ғаиләләренә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар өсөн билдәләнгән түләүҙәр бирелә. Бынан тыш, яңы батальондарҙы эре подразделениеға – мотоуҡсылар полкына берләштереүҙе планлаштырабыҙ. Был ҙур һәм мөһим бурыс, уны Оборона министрлығы менән бергә хәл итеү эше тора. Егеттәргә – уңыштар! Уларҙың ҡарарына ҙур хөрмәт менән ҡарайым. Бөтәгеҙҙе лә Еңеү менән көтәбеҙ!" Фото:tnv.ru