Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән кәңәшмәлә төбәктә тораҡтарҙы таҙартыу, йыйыштырыу һәм төҙөкләндереү мәсьәләләренә иғтибарҙы йүнәлтте. – Ял көндәрендә Өфө буйлап йөрөнөм һәм ҡәнәғәтлек кисерҙем, урамдар таҙара, кешеләр эшләй, – тине ул.– Башҡа ҡалаларға ла Өфөгә тиңләшергә кәрәк. Муниципалитет башлыҡтарынан тораҡтарҙа тәртип булһын өсөн эште көсәйтеүҙәрен һорайым. Етәксе Башҡортостан Башлығының Контроль идаралығына күсмә тикшереүҙәр үткәрергә һәм санитар саралар тураһында отчет әҙерләргә ҡушты. Өфө биләмәһен таҙартыу буйынса айлыҡ 3 апрелдә башланды. Баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев парк биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса пландарын тәҡдим итте. Шул иҫәптә – баш ҡаланың тарихи үҙәгендәге Аксаков исемендәге баҡса. Проект “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһына ярашлы тормошҡа ашырыла. Шулай уҡ Свердлов урамындағы Альбанов исемендәге сквер һәм Ҡурсаҡ театры алдындағы аллея төҙөкләндереләсәк. Төҙөүселәр Киров районындағы Октябрь Революцияһы урамын яңыртыуға тотондо. Ә май айында “Малай ҡурай менән” скверы төҙөкләндерелә башлаясаҡ. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.