2023 йылда “Башспирт” акционерҙар йәмғиәте етештереү күләмен дүрт процентҡа арттырырға ниәтләй. Был хаҡта предприятиеның генераль директоры Рәйеф Әбдрәхимов аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында белдерҙе. Уны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәрҙе. “Башспирт” продукцияһы илдең 84 төбәгенә оҙатыла. Бынан тыш, компания үҙенең тауарҙарын Ҡаҙағстан, Беларусь, Әрмәнстан һәм Азербайжан баҙарҙарында һата башланы. – 2022 йылда эсемлектәр етештереү күләме 44,4 миллион литр тәшкил итте. Уҙған йылда табыш туғыҙ процентҡа артып, 20 миллиард һумға етте. Түләнгән һалым суммаһы 2021 йылғы кимәлдән өс процентҡа юғарыраҡ. Был 12,7 миллиард һум, шуның 4,7 миллиарды республика ҡаҙнаһына ингән, – тине Рәйеф Әбдрәхимов. – Быйыл етештереүҙе тағы ла дүрт процентҡа арттырыу бурысын ҡуябыҙ. Бынан тыш, “Башспирт” республиканан ситтә һатыуҙы арттырырға, эсемлектәрҙең яңы төрҙәрен сығарыуҙы үҙләштерергә һәм ғәмәлдәге ассортиментҡа ребрендинг үткәрергә планлаштыра. Операция эшмәкәрлеге сиктәрендә предприятие өҫтә