Яҙ ҡайын һыуы менән дә ҡәҙерле. Ул бик файҙалы, унда эфир майҙары, витаминдар, тиҫтәләгән органик кислота бар. Күптәр уны ҡышҡылыҡҡа туңдырғысҡа ҡуйып һаҡлай, икенселәр һут әҙерләй. Өс литрлыҡ банка өсөн ҡайын һыуы, өс телем әфлисун (йәиһә лимон), 100 – 200 грамм шәкәр, ярты балғалаҡ лимон кислотаһы алына. Яңы ғына йыйылған һәм һөҙөлгән ҡайын һыуын көслө утҡа ҡайнатырға ҡуябыҙ, өҫтөндә йыйылған күбекте алып торорға кәрәк. Ҡайнап сыҡҡас, утты кәметәбеҙ. Әфлисунды түңәрәкләп теләбеҙ, стерилләнгән өс литрлыҡ банкаға өс телемен һалабыҙ. Емеш янына лимон кислотаһы һәм шәкәр өҫтәйбеҙ. Ҡайын һыуын эҫе килеш банкаға ҡоябыҙ һәм стерилләнгән тимер ҡапҡас менән ябабыҙ. Түңкәреп, өҫтөнә ябабыҙ. Банка һыуынғас ҡына, уны ҡараңғы һәм һалҡын урынға урынлаштырабыҙ. Ҡыш көнө был һут бигерәк тә файҙалы. Тик ҡайын һыуынан күпләп һут әҙерләйбеҙ тип, ҡайындарҙы күпләп тәләфләмәгеҙ! Фото: kulinarenok.ru