Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөнгө Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостандың үҙ мотоуҡсылар полкы барлыҡҡа килеү ихтималлығы тураһында хәбәр итте. 2023 йыл башында хәрби хәрәкәттәр ветерандары махсус хәрби операцияны үтәүсе хәрби хеҙмәткәрҙәргә ярҙамға подразделениелар булдырыу башланғысы менән сығыш яһаны. Отставкалағы полковник Борис Гордеев һәм хәрби хәрәкәттәр ветераны Илдар Зәйнетдин – Даян Мурзин исемендәге һәм “Төньяҡ амурҙары” батальондарына, ә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Илгиз Солтанморатов “Ватан” отрядына ҡабул ителеү тураһында иғлан итте. Уларға яңы бүлексәләр сафына инергә теләп күп кеше мөрәжәғәт иткән. Күптәре армияла хеҙмәт иткән, хәрби тәжрибәгә эйә. Оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы ошо башланғыстарҙы хуплауы тураһында белдерҙе һәм Башҡортостан батальондарын ҙур бер бүлеккә – исемле мотоуҡсылар полкына берләштерергә тәҡдим итте. – Беҙ был башланғысты хуплайбыҙ һәм уны булдырыу менән бәйле сығымдарҙы үҙ өҫтөбөҙгә алабыҙ. Беҙҙең яҡтан тулы яр
Башҡортостандың үҙ мотоуҡсылар полкы барлыҡҡа килеүе ихтимал
10 апреля 202310 апр 2023
1 мин