Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Борай ҡыҙҙары - әкиәти балда!

“Мәғариф” милли проектының “Социаль әүҙемлек” төбәк проекты сиктәрендә Борай районының Рәүеф Ғәлиева исемендәге район мәҙәниәт йортонда сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән ҡыҙҙар өсөн “Кескәй принцессалар балы” үтте. Балалар матур күлдәктә килгән. Фойе байрамса биҙәлгәйне, майҙансыҡтар зоналарға бүленде: арт-галерея (ҡыҙҙарҙың портреттарын төшөрөү), фотозона ойошторолдо, аквагрим буйынса рәссамдар ғәҙәти булмаған һүрәттәр төшөрҙө. Бәләкәй принцессалар өсөн әкиәт прическалары салоны эшләне, шулай уҡ ижад өсөн киңлек ойошторолдо: оҫталыҡ дәрестәре һәм аниматорҙар менән уйын программаһы. Байрамдың тантаналы өлөшө ҡыҙҙарҙы принцессаға бағышлауҙан башланды: матур кейемдәрҙең ялтырауы, йылмайыу, галант кавалерҙар һәм гүзәл ханымдар. Принцессаларҙың һәр береһенә таж тапшырҙылар, ә уларҙы әкиәт персонаждары сәләмләне. Улар өсөн бай программа әҙерләнгәйне – тылсымлы шоу, “Жасмин” өлгөлө эстрада бейеүҙәре ансамбле, Балалар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре сығыштары һәм “Ынйылар” вокаль ансамбле б

“Мәғариф” милли проектының “Социаль әүҙемлек” төбәк проекты сиктәрендә Борай районының Рәүеф Ғәлиева исемендәге район мәҙәниәт йортонда сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән ҡыҙҙар өсөн “Кескәй принцессалар балы” үтте. Балалар матур күлдәктә килгән. Фойе байрамса биҙәлгәйне, майҙансыҡтар зоналарға бүленде: арт-галерея (ҡыҙҙарҙың портреттарын төшөрөү), фотозона ойошторолдо, аквагрим буйынса рәссамдар ғәҙәти булмаған һүрәттәр төшөрҙө. Бәләкәй принцессалар өсөн әкиәт прическалары салоны эшләне, шулай уҡ ижад өсөн киңлек ойошторолдо: оҫталыҡ дәрестәре һәм аниматорҙар менән уйын программаһы. Байрамдың тантаналы өлөшө ҡыҙҙарҙы принцессаға бағышлауҙан башланды: матур кейемдәрҙең ялтырауы, йылмайыу, галант кавалерҙар һәм гүзәл ханымдар. Принцессаларҙың һәр береһенә таж тапшырҙылар, ә уларҙы әкиәт персонаждары сәләмләне. Улар өсөн бай программа әҙерләнгәйне – тылсымлы шоу, “Жасмин” өлгөлө эстрада бейеүҙәре ансамбле, Балалар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре сығыштары һәм “Ынйылар” вокаль ансамбле балаларға матур йырҙар бүләк итте. Байрам балаларҙа һәм ҡунаҡтарҙа онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. “Шәп байрам өсөн рәхмәт! Принцессалар балы тылсымлы, әкиәти, һоҡланғыс булды! Сөнки һәр ҡыҙ принцесса булырға, ә малайҙың әсәһе унда принцты күрергә хыяллана!” – тип рәхмәт белдерҙеләр ата-әсәһе. Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование") милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: Борай районы хакмиәте.