Бөгөнгә ҡарата Башҡортостан биләмәһендә 175,7828 гектар майҙанда ҡоро үләнгә бәйле 223 янғын осрағы теркәлгән. Шул иҫәптән уларҙың 58-е уҙған тәүлектә булған, бөтәһе лә һүндерелгән. Республиканың урман фондында 1-се, 2-се, 3-сө һәм 4-се класлы янғын хәүефе һаҡлана. 24 муниципаль берәмектә 3-сө класлы янғын хәүефе тора: Әлшәй, Асҡын, Баҡалы, Бәләбәй, Балаҡатай, Бөрө, Бүздәк, Дыуан, Дүртөйлө, Йылайыр, Иглин, Илеш, Ҡариҙел, Кушнаренко, Мәләүез, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Федоровка, Учалы, Шишмә, Саҡмағош, Яңауыл райондары һәм Өфө ҡалаһы ҡала округы. Архангел районында 4-се класлы янғын хәүефе һаҡлана. Һәр янғын осрағы буйынса тәүтикшереү органдары тикшереү үткәрә. Ҡағиҙә боҙоуҙар асыҡланһа, протоколдар төҙөлә. Үҙегеҙ беләһегеҙ, ҡоро үлән ҡапыл балҡып тоҡана һәм ут бик тиҙ тарала. Янғын сығыуҙа күп осраҡта кешеләр үҙҙәре ғәйепле - хәүефһеҙлек ҡағиҙәһен үтәмәйҙәр. Һыуҙан ҡала, ә уттан ҡалмай, тиҙәр. Һаҡ булығыҙ! Фото: mchsrb