22 майҙа Өфөлә “Бизнес биләмәһе – тормош биләмәһе” тип аталған Бөтә Рәсәй форумы һәм “Бизнес-Уңыш” милли эшҡыуарлыҡ премияһының төбәк этабы үтәсәк. Ойоштороусылары – “Синергия” корпорацияһы һәм Рәсәй Йәмәғәт палатаһы булышлығында “Рәсәй терәге” дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы. Сара Башҡортостан Хөкүмәте, республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы, Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлыҡ ярҙамында үткәрелә. –“Бизнес биләмәһе – тормош биләмәһе” форумы бизнестың танылған лидерҙарын һәм эксперттарын, власть вәкилдәрен эшҡыуарлыҡ берләшмәһенә төрлө яҡлап булышыу маҡсатында берләштереүсе киң ҡоласлы майҙан. Бынан тыш, сара тағы ла бер мөһим функцияны үтәй – уңышлы эштәрҙе таратырға, тәжрибә уртаҡлашырға ярҙам итә,– тигән аңлатма бирҙе эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов. Пленар ултырышында хәҙерге шарттарҙа бизнесты үҫтереү һәм “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарын яҡлау” милли проекты үтәлеше барышы мәсьәләләре ҡараласаҡ. Шулай уҡ “Бизнес-Уңыш” премияһының төбәк этабы еңеүселәрен тантаналы шарттарҙа наградлау ойоштороласаҡ. Улар 2024 йылда Мәкәүҙә үтәсәк финал ярышында ҡатнашасаҡ. Форумда ҡатнашыу түләүһеҙ. Фото:Башҡортостан Хөкүмәте сайты.