Стәрлебаш районында булған аҡылға һыймаҫлыҡ хәл тураһында хәбәр иткәйнек инде. 2 апрелдә 27 йәшлек Николай Кантев мунсаға йыуынырға ингән 12 йәшлек малайға балта менән ташланғайны. Сәбәбе: йәнәһе лә, ҡатынының туғаны тыңлашмаған... Бик күп яралар һалған ул малайҙың аяҡ-ҡулына. Ҡанһыраған ауыр хәлдәге баланы тәүҙә район дауаханаһына оҙатҡайнылар. Беренсе ярҙамдан һуң уны санавиация менән Өфөгә күсерҙеләр. Ә яуыз үҙенең ғүмерен ҡыйырға маташһа ла, килеп сыҡмай, туғандары йолоп ҡала. Ул ҡасырға мәжбүр була, ләкин тотоп, хоҡуҡ һаҡлау органдарына тапшыралар. Хәҙер уға закон алдында яуап бирергә тура киләсәк. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан ҡазаланған үҫмерҙең хәле тураһында билдәле булды. “Алға китеш бар. Малай ИВЛ-дан алынды, үҙе тын ала башланы. Шулай ҙа әлегә аңына тулыһынса килмәне”, - тип белдерәләр ведомствола. “Спорт менән дуҫ, ғүмерҙе яратҡан, шат баланың ғүмере икегә бүленде. Уға әле бик ҡыйын, шулай ҙа йәш организм көслө, йырып сығыр, тип өмөт итәбеҙ. Беҙ һәр ваҡыт табиптар, уның әсәһе менән бәйләнештә, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙербеҙ. Уға түҙемлек, яҙмыш һынауҙарын үтеп, шәберәк һауығыуын теләйбеҙ”, - тип белдергән Стәрлебаш районы башлығы Рөстәм Рахманғолов. Фото социаль селтәрҙән.