Белорет металлургия комбинаты 2023 йылдың беренсе кварталында яңы ҡорос продукцияларын үҙләштерҙе: таҫма, сым, сыбыҡ, канаттар. Метиздарҙың 11 партияһы ҡулланыусыларға ебәрелде. –2021-2022 йылдарҙа беҙ комбинатта канат производствоһын яңыртыу инвестиция проектына ярашлы, сымдарҙы заманса юғары технологиялы етештереүҙе юлға һалдыҡ. Уның хаҡы 1,5 миллиард һум тәшкил итә, 750 миллион һумы – Рәсәй Сәнәғәт үҫеше фондының льготалы заемы. Проектты 2023 йылда тамамлауҙы планлаштыралар. Ул ҡорос сым цехтарын өр-яңынан ҡоралландырыуҙы күҙ уңында тота, ярҙамсы ҡорамалдар ҡуйыласаҡ, ҡалдыҡ һыуҙарҙы таҙартыу станцияһы эш башлаясаҡ, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Алексадр Шельдяев. Комбинат яңы сыныҡтырылған таҫма, шулай уҡ сығарыу сәнәғәте өсөн юғары ныҡлыҡтағы таҫма етештереүҙе үҙләштерҙе. Бынан тыш, тутыҡмай торған таҫманың дүрт типтағы төрө әҙерләнде. Ул электротехника проиводствоһында ҡулланыла. Тәүге һынау партиялары клиенттарға оҙатылған, берәүһен хуплағандар ҙа инде. Февраль айында комбинат күп рәтле канаттар сифатын раҫланы. Был комбинатҡа конкуренцияға һәләтлекте нығытырға һәм ватан метиз баҙарында позицияларҙы киңәйтергә ярҙам итәсәк. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.