Бөгөн ил өсөн бик мөһим ваҡиға – махсус хәрби операция барған төбәктән ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан егеттәр араһында яҡташыбыҙ Вәсил Ҡорбанов та бар. Уның менән осрашыу яҡташыбыҙҙың холоҡ-фиғелендәге бығаса күҙгә салынмаған күркәм сифаттарҙы нығыраҡ асты. Борай районының Иҫке Ҡарағош ауылында тыуып үҫкән Вәсилде оҫта ҡуллы, тырыш егет тип белә инек. Ғаиләлә үҫкән дүрт малайҙың икенсеһе ул. Мәктәптә 9-сы класты тамамлағас, Нефтекамаға, машина төҙөлөшө колледжына уҡырға йүнәлә. Маҡсаты – яңы технологияларҙы үҙләштереү, программист булыу. Уҡыу йортон уңышлы тамамлау менән хәрби хеҙмәткә алына. Булдыҡлы егет унда ла һынатмай, ефрейтор званиеһында тыуған яғына әйләнеп ҡайта. “Башнефтегеофизика” ойошмаһына эшкә урынлаша. Эшендә ҙур тәжрибә туплап, һөнәре буйынса “Иң яҡшы геофизик” исеменә лә лайыҡ була. Тормош иптәше Динара менән ике ул үҫтерәләр. Эҙләнеүсән, эшһөйәр ғаилә башлығының ҡулынан бөтә эш килә, ниндәй материал ҡулына эләкһә лә, унан ҡойоп ҡуйғандай йыһаздар, әйберҙәр тыуа. Иң беренс