Найти в Дзене

Иген етештереүселәргә 462,6 миллион һум биреләсәк

Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы ауыл хужалығы етештереүселәренең иген үҫтереү һәм һатыуға киткән сығымдарын ҡаплауға өҫтәмә аҡса бирергә ҡарар итте. Башҡортостанда был маҡсатҡа 462,6 миллион һум бүленә, ул апрель аҙағына саҡлы күсереләсәк. “Иген етештереүселәргә субсидия өсөн 462 миллион һумдан ашыулыҡ тәүге траншты республика алды ла инде, улар аграрийҙарға күсерелә башланы, был эш апрель дауамында тамамланасаҡ”, – тине республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – “”Өҫтәмә федераль аҡса беҙҙең аграрийҙар өсөн һиҙелерлек ярҙам буласаҡ”. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.