Найти тему
Башҡортостан гәзите

Йәш тикшеренеүселәр алдында яңы бурыстар.тора

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо хаҡтаһы яҙма менән уртаҡлашты: - Технологиялар трансферы үҙәктәре – беҙҙең яңы эшмәкәрлек өлкәһе. Уны республикала Өфө фән һәм технологиялар университеты ярҙамында тормошҡа ашырасаҡбыҙ. Әйткәндәй, ул Фән һәм юғары белем министрлығының конкурс һайлауы еңеүселәре рәтенә ингән Башҡортостандағы берҙән-бер вуз.Вуз дүрт йылға 70 миллиондан ашыу һумлыҡ грант ярҙамы аласаҡ. Ул Технология трансферы комплекслы системаһын булдырыу һәм Башҡортостанда эшләнмәләрҙе коммерциялау буйынса проектҡа йүнәлтелә. Шуны ла билдәләргә кәрәк, “Фән һәм университеттар” милли проекты сиктәрендәге федераль конкурсҡа быйыл 58 ғариза бирелгән һәм Рәсәйҙең фәнни –белем биреү ойошмалары араһында 20 еңеүсе билдәләнгән.Университеттың технологиялар трансферы үҙәге Өфөнөң интеллектуаль “йөрәге”ндә – вуз-ара студенттар кампусының IQ паркында урынлашасаҡ һәм төбәктең генә түгел, илдең дә мәнфәғәтен хәстәрләйәсәк. Үҙәктең төп йүнәлештәре: Яңы дисциплина-ара йүнәлештәр:гибрид һәм электромеханика хәрәкәте, функциональ материалдар дизайны, персоналләштерелгән медицина өсөн геном һәм биомәғлүмәт технологиялары, ESG проекцияһында предприятиелар һәм биләмәләр, “аҡыллы” производство; Технологиялар трансферы милли ассоциацияһы, технологиялар һәм инновациялар ярҙам үҙәктәре кеүек инфраструктура партнерҙары менән әүҙем хеҙмәттәшлек; Федераль проекттарға йәлеп итеү: “Өҫтөнлөк -2030” программаһы, “Киләсәк моторҙары” алдынғы инженер мәктәбе, донъя кимәлендәге Евразияның фәнни –белем биреү үҙәге һәм башҡалар. Был еңеү һиҙелерлек һөҙөмтәләр алып килер тип уйлайым, сөнки республиканың йәш тикшенереүселәре төбәк предприятиелары һәм компанияларының технологик һәм бизнес мәсьәләләрен хәл итеүгә йәлеп ителәсәк, - тип яҙҙы Андрей Назаров Фото:Андрей Назаров сәхифәһенән.