Быйыл ташҡын сағыштырмаса тыныс ҡына үтеп бара. Һуңғы мәғлүмәттәр ниндәй? 10 апрель иртәһенә ҡарата Бишбүләк, Иглин, Миәкә райондары, Сибай һәм Өфө ҡалаһында (“Альбатрос” һәм “Козарез” баҡсасылыҡ ширҡәттәре) биш һыу баҫыу осрағы контролдә ҡала. Улар: - Иглин ауылы Гагарин урамы, 1 адресы буйынса урынлашҡан юл участкаһы; - “Альбатрос” һәм “Козарез” коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәрендә Өфөләге грунт юл участкаһы; - Бишбүләк районы Яр буйы ҡасабаһы эргәһендәге күпер; - Миәкә районының Сурай һәм Мәнәүезтамаҡ ауылдары араһында автомобиль юлы күпере. БР Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхиткә мониторинг идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, алдағы аҙнала республикала яуым-төшөмһөҙ йылы һауа торошо көтөлә. Башҡортостандың күп кенә йылғаларында һыу кәмей. Әйткәндәй, тәүлегенә иң юғары үҫеш Дәүләкән ҡалаһында Дим йылғаһында теркәлгән, ағымдағы кимәл 312 сантиметр (тәүлегенә 4 сантиметрға артҡан, хәүефле кимәл – 370 сантиметр). Халыҡҡа хәүеф янамай. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала йәшәүселәр ҙә Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты сайтында “Ташҡын” системаһы ярҙамында онлайн режимында һыу кимәленең күтәрелеүен күҙәтә ала. Фото: ufa.bezformata.com