Найти тему
Башҡортостан гәзите

Нефтекама дауаханаһына яңы ҡорамал килде

Нефтекама ҡала дауаханаһына “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Онкология сирҙәре менән көрәш” программаһына ярашлы, яңы заманса наркоз аппараты алынды. Leon plus – эксперт кимәлендәге заманса анестезиология станцияһы. Ул анестезияны асыҡ, яртылаш асыҡ һәм яртылаш ябыҡ контурҙар буйынса башҡарырға ярҙам итә. Ингаляция анестезияһын бәләкәй ағымдар менән индереү мөмкинлеге пациенттарҙың бөтә төркөмдәре өсөн дә файҙаланыуҙы тәьмин итә. Был моделдең төп үҙенсәлеге –өс газ өсөн дә электрон ҡушылдырғыс аппарат булыуы. Бынан тыш, наркоз-тын алыу ҡорамалы үпкәне яһалма елләтеү аппараттарына ярашлы кимәлдә үпкәне яһалма елләтеү үҙенсәлегенә эйә. Уны интенсив терапия йәки реанимация бүлексәләрендә файҙаланырға мөмкин. – Ҡорамал арбаға йәки стенаға теркәлә. Газ ҡатышмаһын һайлау һәм ағымды көйләү монитор экранында сағыла. Газ аппаратына электрон идара итеү файҙаланыусыны хаталы аҙымдарҙан ҡурсалай, – ти дауахананың баш табибы Ратмир Гәрәев. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән, пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.