Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, Өфөнөң трамвай-тролейбус заводы һәм Белоруссияның Минск автомобиль заводы 2023 йыл аҙағына тиклем 4 миллиард һумдан ашыу суммаға кәмендә 230 троллейбус етештерәсәк. 2022 йылда Өфө заводы Рәсәй ҡалаларына Белоруссияның машина комплекттары нигеҙендә 43 берәмек электр транспорты оҙатҡан. - Өфө заводы нигеҙендә ике республиканың хеҙмәттәшлеге етди перспективаларға эйә. 2019 йылда Минск автомобиль заводы Өфөнөң трамвай-троллейбус заводының стратегик партнеры булып китте. Был бәйленеш көсәйә генә бара. Йыл башында Өфөнөң трамвай-троллейбус заводы Минск заводы менән партнерлыҡ тураһында ҙур килешеү төҙөнө. Шул иҫәптән ул етештереүҙе генә түгел, сервис һәм дилер эшмәкәрлеген дә күҙаллай, - ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министр урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев. - Процесс яйға һалынған. 2022 йылда сит ил компоненттарын алмаштырыу кәрәк булған бер осор ғына беҙҙә пауза булып алды. Импортты алмаштырыуға ярты йыл ваҡыт үтте, - тине Өфөнөң трамвай-троллейбус заводы генераль директоры Денис Рассадников. Өфө-Белоруссия троллейбусы электроника менән көйләнгән. Водитель алдында бортлы компьютер, артҡы яҡтан диагностика панеле урынлашҡан. Кузовта һәм салонда бер нисә видеокүҙәтеү камераһы урынлашҡан. Яңы быуын троллейбустары Рәсәй төбәктәрендә ҙур һорау менән файҙалана. Йыл аҙағына тиклем Өфөнөң трамвай-троллейбус заводы нигеҙендә Хабаровск, Братск, Новосибирск, Новокузнецк һәм Пенза өсөн 230 машина йыйыласаҡ. Шулай уҡ Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары өсөн дә троллейбустар алыу тураһында һөйләшеүҙәр алып барыла. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.