Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡорманаевтарҙың 11-се балаһы тыуған!

Дәүләкән районында йәшәгән Гөлназ менән Айнур Ҡорманаевтар - республикабыҙҙың ишле һәм өлгөлө ғаиләләренең береһе. Уларҙың татыу ғаиләһендә биш малай һәм биш ҡыҙ бала тәрбиәләнә ине. Ошо көндәрҙә иһә ҡыуаныслы яңылыҡ билдәле булды: улар 11-се балаға атай менән әсәй булған, 23 мартта ҡыҙҙары тыуған. Был турала 39 йәшлек бәхетле әсәй социаль селтәрҙә яҙған. “Мосолмандар өсөн изге Рамаҙан айының тәүге көнөндә, 23 мартта беҙҙең Ынйы ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Һәр ваҡыт сәләмәт һәм бәхетле бул. Һөйөклө иремә һәм ғаиләмә ярҙамдары өсөн рәхмәт. Мин һеҙҙе ныҡ итеп яратам” – тип яҙған Гөлназ Ҡорманаева. Шулай уҡ ул Республика перинаталь үҙәге һәм Дәүләкән үҙәк район дауаханаһы табиптарына рәхмәт һүҙҙәрен әйткән. Әйткәндәй, Ҡорманаевтар ғаиләһе “Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалына ла лайыҡ булғайны. Матур ғаиләгә именлек, һаулыҡ теләйбеҙ, ә Ынйыҡай брыһын да ҡыуандырып үҫһен! Фото: "Башинформ".