Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә шылтырата ала

Рәсәйҙә балаларға һәм ата-әсәләргә экстрен психологик ярҙамды 215 төбәк балалар ышаныс телефоны хеҙмәте тәьмин итә. Улар илдәге 85 төбәк биләмәһендә бар һәм берҙәм дөйөм Рәсәй һаны – 8-800-2000-122 – буйынса эшләй. 78 төбәктә балалар ышаныс телефоны буйынса экстрен психологик ярҙам тәүлек әйләнәһенә эшләй. Уның төп принциптары түбәндәгесә: - 8-800-2000-122 һаны буйынса һәр мобиль йәки стационар телефондан бушлай шылтыратырға мөмкин; консультант (психолог) менән аралашыу аноним рәүештә үткәрелә. Уйланған исемде лә әйтергә була. Балалары ышаныс телефоны консультанттары ла псевдоним аҫтында эшләй; Рәсәйҙең һәр мөйөшөнән шылтыратырға мөмкин; һөйләшеү сер булып ҡаласаҡ. Бер ниндәй мәғлүмәт тә, тема ла, телефон һандары ла башҡаларға әйтелмәй. Йыл һайын Балалар ышаныс телефоны буйынса бер миллион тирәһе мөрәжәғәт ҡабул ителә һәм уларға экстрен психологик ярҙам күрһәтелә. Фото: oktyabrmiyaki.ru