Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

72 йәшендә балет менән шөғөлләнә башлай

Була бит шундай һоҡланғыс кешеләр: үҙ хыялдарына хыянат итмәй, йылдар үтһә лә уны тормошҡа ашырған көслө рухлы ханымдар! Шундайҙарҙың береһе - Өфө ҡалаһында йәшәүсе 74 йәшлек Флария Парфентьева. Ул 72 йәшендә бала саҡ хыялын тормошҡа ашырып, балет менән шөғөлләнә башлаған. Биш йәшендә аҡлы -ҡаралы совет фильмындағы балеринаға ғашиҡ була.Шул саҡта балет менән шөғөлләнергә ныҡлы ҡарар итә, әммә эшенән һәм ғаиләһенән бушай алмай. Әммә бала саҡ хыялына хыянат итмәй, 72 йәшендә Флария Парфентьева балет студияһына яҙыла, хәҙер аҙнаһына дүрт тапҡыр 55 минут балет студияһында шөғөлләнә.Пенсионер башҡа балериналар менән бергә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында һәм MusicHall27 сәхнәһендә сығыш яһарға өлгөргән. Флария Парфентьева көн дә иртәнге етелә тора һәм ҡала буйлап йүгерергә сыға.- Йәшәүҙең сере ябай: мин тормошто яратам! Яҡшы хис-тойғоларҙы онотмау мөһим, уларҙы тупларға һәм һаҡларға кәрәк. Шул саҡта тормоштоң һоҡланғыс һәм күп ҡырлы булыуын аңлай алырһығыҙ, - тип кәңәш итә 74 йәшлек балерина. Фото һәм видео: "Честно говоря" телеграм-каналынан.