Республикала тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләһенә өҫтөнлөклө иғтибар бирелә. Атап әйткәндә, атмосфера һауаһын һаҡлауға, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүгә, айырыуса ныҡ һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен булдырыуға, шулай уҡ “йәшел” проекттарҙы тормошҡа ашырыуға. Республикала рөхсәт ителмәгән сүплектәрҙе бөтөрөү буйынса ла эш планлы рәүештә дауам итә. -Дүрт йыл эсендә 2,3 мең рөхсәтһеҙ сүплек бөтөрөлдө. Уларҙың 800-ҙән ашыуы - үткән йылда. Быйыл беҙ ҡалған 852 сүплекте юҡ итәсәкбеҙ, -тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер–министры Андрей Назаров. Экологик зыянды кәметеүгә маҡсатланған “Экология” милли проектының “Таҙа ил” федераль проекты сиктәрендә 2024 йыл аҙағына тиклем Баймаҡ, Сибай, Стәрлетамаҡ, Благовещен, Дәүләкән, Күмертау сиктәрендә урынлашҡан алты рөхсәтһеҙ сүплекте бөтөрөү ҡаралған. Был сараларҙы тормошҡа ашырыу ярты миллионлап кешенең йәшәү сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк. Башҡортостан иҡтисади яҡтан үҫешкән төбәк булып иҫәпләнә һәм химия, нефть химияһы, нефть эшкәртеү өл