Найти тему
Башҡортостан гәзите

Сүп-сар йыйыуҙа ла тәртип кәрәк

Башҡортостанда дүрт йыл “сүп” реформаһы барышында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙә инфраструктура булдырыу өлкәһендә ҙур эштәр башҡарылған. -Беҙҙең маҡсат – ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү реформаһын тормошҡа ашырыу буйынса алдынғы булыу. 2019 йылға тиклем тораҡ пункттарҙың өстән бер өлөшөндә сүпте сығарыу бөтөнләй ойошторолмағайны. Хәҙер республикала 25,5 мең йыһазландырылған майҙансыҡ һәм 73 меңдән ашыу контейнер бар. Был иһә реформа башланғандағынан өс тапҡырға күберәк, -тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров. Был ваҡыт эсендә республикала ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу хеҙмәте менән халыҡ тулыһынса тәьмин ителгән, күрһәтелгән хеҙмәт сифатын күҙәтеү системаһы индерелгән, ҡала һәм райондарҙа сүпте айырым йыйыу ойошторолған. Мәҫәлән, 2022 йылда 3139 контейнер майҙансығы йыһазландырылған, 18 212 контейнер алынған, шул иҫәптән 11620 контейнер - ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу өсөн. - Уҙған йылда сүпте айырым йыйыуға контейнерҙар өсөн илдә иң ҙур күләмдә субсидия алдыҡ – 170 миллион һум. Бөгөн барлыҡ муниципалитеттарҙа 17 меңдән ашыу контейнер урынлаштырылған, -тине Андрей Назаров. Ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу полигондарға көсөргәнеште кәметергә булышлыҡ итәсәк. Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов әйтеүенсә, 2025 йылға файҙаланыуға өс комплекс индереләсәк, ул сортировкалауҙы, полигондарҙы һәм компостирлау участкаларын үҙ эсенә ала. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

С подпиской рекламы не будет

Подключите Дзен Про за 159 ₽ в месяц